RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аш-һыу менән ҡаршы алыу – мораҡайҙар йолаһы

10.07.2012 Аш-һыу менән ҡаршы алыу – мораҡайҙар йолаһы

− Һин кемдең балаһы әле ул, бер ҙә таный алмайым? − оло йәштәге инәй миңә күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң һорарға ҡыйҙы. − Элек балаларҙың йөҙҙәренән сырамыта инем, хәҙер бөтөнләй иҫ юҡ инде...
− Мин ситтән килгәнмен, Мораҡайҙыҡы түгелмен, − тип уны тынысландыра һалдым. Инәй йәнләнеп үк китте:
− Әйтәм дә, танымайым. ҡунаҡтар һәләк күп килгән, ҡайһыһы үҙебеҙҙеке, ҡайһыһы килен-кейәү − белеп бөтөп булмай.
Ысынлап та, Әбйәлил районының Мораҡай ауылында үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әллә ҡайҙағы алыҫ тарафтар­ҙан да, яҡын тирәләге ауылдарҙан да байтаҡ кеше йыйылғайны. Бер-береһе менән ихлас күрешкән, ҡосаҡлашҡан, кемуҙарҙан хәбәр һатҡан халыҡ тотош ялан булып ҡайнашты. Беҙҙең янда торған инәй ҙә, бер аҙҙан таныштарын осратып, еңел генә сәхнә яғына атлап китеп барҙы − Радик Вәлмөхәмәтовтың концерты башланды. Сығыштар араһында Байым клубы директоры Марс Сәитғәлин да уйын-көлкөһөн йәлләмәй, халыҡтың күңелен асты. Мораҡайҙарҙы район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев ихлас ҡотланы. Йәштәр ваҡытын бушҡа уҙғарып йөрөмәһен тип, Яңы Балапандан килгән Сәриә һәм Рәжәп Малыбаевтар мораҡай­ҙарға музыкаль үҙәк бүләк итте.
− Рәжәп, депутат булараҡ, бүләк­һеҙ ҡала алманы, ә минең бында бик күп уҡыусым йәшәй, − тип йылмайҙы Сәриә апай.
Ул арала көн дә, төрлө спорт уйындары ла ҡыҙҙы ғына. Айырыуса көрәш ҡыҙыу барҙы. Ир-егеттәрҙең состары ла, ҡарамаҡҡа һүлпән генә күренгәндәре лә, майҙанға сығып, үҙҙәренең таһыллығын, көсөн күрһәтте. Төп еңеүсегә, Артур Лоҡмановҡа, йола буйынса тәкә йөкмәттеләр, алҡыштар ҙа уның өлөшөнә күп эләкте.
Ғөмүмән, сара барған яланда бер кем дә танау төшөрөп, сырай һытып йөрөмәне. Һәр кем күтәренке кәйефтә байрамды ҡаршыланы. Әбйәлилдә былай ҙа ауылдар беренән-бере матур, төҙөк, ә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ға йорт-ерҙәре бөтөнләй кейенеп-яһанған киленгә оҡшай. Йөҙ ҙә ун бер хужалыҡ иҫәпләнгән Мораҡайҙың үҙендә генә лә әллә күпме өй «Өлгөлө йорт» билдәһенә лайыҡ. Уңғандарҙың исем-шәрифтәрен уҡып сығыр өсөн тәрән итеп тын алырға кәрәк: Ғәйниямал һәм Зәйтүн Ниғмәтуллиндар, Тимер­бикә Фәйзуллина, Гөлнара һәм Азат Мөхәмәтйәровтар, Йәнүзә һәм Ғәбдинур Ғәләүетдиновтар, Гөл­сәсәк һәм Рафаэль Вәлиевтар, Рима һәм Насир Харрасовтар, Әлиә һәм Әхтәм Йомабаевтар, Зильда һәм Әүәл Закировтар, Рәйлә һәм Әсләм Йомабаевтар, Раушания һәм Вил Шаһимөхәмәтовтар, Гөлсәсәк Фәтхуллина, Фатима Йәнтүрина, Зилә һәм Иштимер Мөхәмәт­йәровтар, Ғәлиә һәм Ғәдим Кинйәбаевтар, Тәғзимә һәм Хәмит Мөхәмәтйәровтар, Хәлимә Харра­сова, Ишбикә Шаһимөхәмәтова, Хәлиҙә һәм Ғилметдин Ғәлләмов­тар, Зәйтүнә һәм Заһит Абдрах­мановтар, Рафаэль Шаһимөхә­мәтов, Шәһиҙә һәм Закир Харрасовтар, Зәкиә Ғүмәрова, Гөлназ һәм Ирек Әхмәдиновтар, Ғәфиә һәм Зөлфәр ҡужиндар. Был ауылдың иң оло граждандары Ғәйниямал Мөхәмәтдинова менән Мәүлитбай Мәғәсүмов булһа, иң йәше − бер айы ла тулмаған Айҙар Әҡсәнов.
− Алты йыл элек үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Әҡсәновтарҙың ҡыҙы «ауылдың иң йәш гражданы» исемен алғайны ла һуң, улдары ла ошо датаға ярашлы тыуыуын әйт әле һин уның, – тип ауылдаштары бот сапты.
Ауылдаштары тантанала тырыш, татыу ғаиләләрҙе – Гүзәл һәм Вәхит Абдрах­мановтар, Мәҫкүрә һәм ҡеүәт Мөхәмәт­диновтар, Әлиә һәм Ғәзим Фәтхуллиндар, Азалия һәм Денис Харрасовтар, Дилә һәм Линар Насибуллиндар, Рита һәм Марсель Харрасовтарҙы ла ихлас тәбрикләне. Байрамда эшһөйәр, тырыш, хәстәрлекле, шәп балта оҫтаһы Ишдәүләт Мәғәсүмов та, татыу килендәштәр Ғәлимә һәм Хәлимә Харра­совалар ҙа, иң шәп емеш йыйыусы Гөлбикә Йомағужина ла, дини өләсәйҙәр Сулпан Мөхәмәт­динова, Хәбибә Фәтхуллина, Фатима Йән­түрина ла, игеҙәктәр Айһылыу һәм Көнһылыу Бадаловалар, Гөлназ һәм Гөлсөм Шаһимөхәмәтовалар, Айнур һәм Илнур Йосоповтар, Арина һәм Карина Ғилмет­диновалар, Элина һәм Эмиль Харрасовтар ҙа бүләкләнде. ҡайҙа ла «Әхирәттәр» фольклор клубы ағзалары Минзура Фәррәхова, Зөлфиә Йосопова, Гөлсәсәк Вәлиева, Зәмирә Фәтхуллина, Мөнирә Фәтхуллина, Йәнүзә Ғәләүетдинова, Раушания Ғаз­залова, Зильда Закирова алдан йүгереп йөрөнө. Мораҡайҙың тормошон йәнләндереүгә көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй ошо әүҙем, теремек ҡатын-ҡыҙҙар. Киләһе йыл «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын беҙ­ҙең кеүек үк дан итеп үткәрерһегеҙ, тип мора­ҡай­ҙар Йәнекәй клубы мөдире Алһыу Иҫтамғоловаға символик асҡыс тапшырҙы.
− Былтыр Байымда уҙғарғайныҡ, киләһе йыл Йә­некәйҙә үтәсәк, − тине мораҡайҙарҙы ҡотларға килгән Байым ауыл хакимиәте башлығы Йәлил Зәйтү­нов. – Байрамды ҡарап йөрөйөм дә, ҡалай беҙҙә халыҡ дәртле, тырыш, тип тағы ҡыуанып ҡуям. Бер төптән булып күтәрелеп эшләй ҙә ҡуялар. Яңыраҡ Рәхмәттә «Урам байрамы»н үткәрҙеләр, хәтәр шәп булды, юҡҡа килмәнегеҙ!
Әбйәлилдәр районы менән шундай әүҙем, берҙәм халыҡ инде ул. Элек йыл һайын егермешәр ауылда «Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!» үтһә, хәҙер ун-ун ике ауыл ошо байрамды сағыу итеп, ҙур әҙерлек менән уҙғара. Был аҙнала ла, Мораҡайҙан тыш, бер нисә ауылда оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдаштар осрашты. Һәйетҡолға Рөстәм Хәкимов, Ташбулатҡа Радик Вәлмөхәмәтов, Тал ҡусҡарына Мәм­лиевтар, Әлмөхәмәткә Сара Буранбаева, Иш­ҡолға Гөлназ ҡотоева ҡайтты, тип ҡыуанышты әбйәлилдәр. Әүнәштә һәм Амангилделә лә үҙҙәренең ҡәҙерле ҡунаҡтарын һыйлап, рәхәтләнеп күңел астылар.

Мораҡай ауылына 1756 йылда Мораҡай исемле Һамар яғынан килгән башҡорт нигеҙ һалған (хәҙер Йомадил Бүләкбаев йәшәгән нигеҙ). Уның ҡаҙаҡбай, Мәүлит, Сынбулат, Иманһары исемле улдары була. Иманһары ҡырҡ һигеҙ йәшендә 1832 йылда губерна властарына ҡаршы енәйәте өсөн Себергә һөрөлә. Бөгөн ауылда йәшәгән Ғилметдиновтар, Заки­ровтар, Фәйзуллиндар, Ғәлләмов­тар, Фәтхуллиндар − Мораҡайҙың вариҫтары.
1795 йылғы бишенсе ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда егерме алты хужалыҡ иҫәпләнһә, 1960 йылда йорттар һаны алтмыш бишкә еткән. Мораҡайҙарҙың төп кәсептәре малсылыҡ булған, шулай уҡ һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнгәндәр. ҡырҡты буйындағы Мораҡай йортонда йәйләгәндәр. Ололарҙың һөйләп ҡалдырыуы буйынса, йәйләүгә күсеү үҙе үк бер байрам булған (ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдә һыбай барған). Йәйләүҙә берәүҙәр бура өйҙә йәшәгән, икенселәр − тирмәлә.
Октябрь революцияһы утында шаҡтай кеше ҡырылған. Ауыл эргәһендәге ҡобағош үлеге тип аталған ерҙә ете ҡәберлек булған, шуларҙың береһе асфальт аҫтында тороп ҡалған. Юлсыларҙы шомландырып, шул тирәлә гел генә авариялар булып тора.
«Октябрҙең 12 йыллығы» исемле колхозды ойоштороуға Аҡмырҙа Мырҙин, Ғайса Сәфәрғәлин, Әҙ­һәм Әғзәмов, Ғәлибай Нәҙербаев күп көс һалған. Күмәк хужалыҡтың тәүге рәйесе итеп Муллағәле ҡужин һайлана. ҡатын-ҡыҙ тракторсылар Ғәшүрә Түрйәнова, Минхаят Мәсәлимова (Яңы Балапан), тырыш колхозсылар Әҙһәм Әғзәмов, Сөнәғәт Ғиниәтуллин, Әҙелмырҙа Йосопов, Сәғәҙей Низамовты мораҡайҙар әле лә хөрмәт менән иҫкә ала. Салауат Закиров, Хәмит Мөхә­мәтйәров, Һауамил Шаһимө­хәмәтов, Имелбай Кинйәбаев, Әсғәт Харрасов, Камил Йосопов та намыҫ менән эшләгән колхозсылар.
Ауылдың мәктәбе бик боронғо − 1928 – 1929 йылдарҙа асылған. Уға ҡараһаң, күңелһеҙ уйҙар биләп ала, илағы килә. Әҡсән Сәлимов исемле кеше яңы ғына өй төҙөп сыҡҡан була, уға кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә һөрәләр ҙә, өс бүлмәле йортон белем усағына әйләндерәләр. Ғаиләм менән иркенләп йәшәрмен, тип яҡты өмөттәр менән төҙөгән булғандыр инде, бахырҡай, әммә ана нисек боролоп киткән яҙмышы...
Мораҡайҙа мәсет тә булған, тик уны колхозлашыу осоронда клубҡа әйләндергәндәр (клуб мөдире итеп Ғәйнетдин Ғәлләмовты тәғәйенләгәндәр). Даны тирә-яҡҡа таралған Сәйфулла мулла − ошо ауылдан.
− 1870 йылғы олатай һикһән йәшендә лә бесән сабырға ун ике километрлыҡ араға велосипедта йөрөгән, − тип һөйләй уның вариҫы Заһир Фәйзуллин. − Уға дауа­ланыр­ға төрлө яҡтарҙан күп килгәндәр. Бер ваҡыт әсәйем менән Магнитта еләк һатып тора инек, яныбыҙға оло йәштәге ҡатын килде. Мораҡайҙан икәнебеҙҙе белгәс, Сәйфулла мулланың туғандары юҡмы, тип белеште. Әсәйем, мин уның килене, тип яуаплағас, ҡосаҡлап алды, үҙҙәренә сәйгә алып ҡайтты. Баҡтиһәң, уның алты йәшлек улы атламаған да, һөйләшмәгән дә. Табиптарға йөрөтөп бер хәл дә ҡыла алмағас, аптырағандың көнөнән Сәйфулла муллаға килтергәндәр. Олатай бер нисә көн уны өшкөрөп дауалағас, бала атлап, һөйләшеп киткән. Шул ҡатын, хәҙер улым Экибастуздағы ҙур предприятиеның генераль директоры, тип олатайыбыҙға рәхмәттәр уҡыны.
Сәйфулла мулла 1962 йылда вафат булған. Зыяраттағы ҡәберенә йыш ҡына өҫтәп тупраҡ һалырға тура килә, сөнки мулланың тылсымлы көсөнә ышанғандар, килеп, ҡәбер тупрағын услап алып ҡайта.
Мораҡайҙар ауылдаштары профессор Гөлнур Әхмәҙина, мәғариф отличниктары Сәкинә Әхмәҙина, Венер Йосопов, Рәил Әхмәҙин, почетлы тимер юлсылар Иштимер Мөхәмәтйәров, Хәлил Харрасов, юстиция майоры Йәмил Фәтхуллин, почетлы металлург Рамазан Кинйәбаев, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Маһира Мәғәсүмова, полковник Зувиян Нәҙербаев, майор Фирғәт Хәй­руллин, йырсы Әлфиә Фәррәхова, журналист Фәиз Харрасов менән ихлас ғорурлана.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы