01.06.2012 Башҡортостанда – Сыуашстан мәҙәниәте көндәре
Мәҙәниәт көндәренә Сыуашстандың 300-гә яҡын сәнғәт эшмәкәре килде. Өс көн буйы Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Бишбүләк, Ауырғазы райондарының театр һәм мәҙәниәт һарайҙары сәхнәләрендә спектаклдәр, концерт программалары күрһәтелде, музей һәм китапханаларҙа күргәҙмәләр һәм презентациялар ойошторолдо.
Сыуашстан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашырға Сыуашстан Республикаһы башлығы Михаил Игнатьев та килде. Ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Осрашыуҙа ике республика араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Стәрлетамаҡҡа Сыуашстандың К. Иванов исемендәге «Ялта» дәүләт академия драма театры гастроль менән килде. Ә Саҡмағош районында Сыуашстан дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең концерты үтте.
«Нарспи» беренсе сыуаш мюзиклының Өфөлә уҙған премьераһы иһә республикала Сыуашстан мәҙәниәте көндәренең төп ваҡиғаһы булды тип ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин. Мюзикл Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында тыуған сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Иванов әҫәре буйынса ҡуйылған. Сыуашстанда был спектакль һуңғы йылдарҙың иң сағыу ваҡиғаларының береһенә әүерелгән.
Мәҙәниәт көндәрен үткәреү беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәттәрҙең үҫешенә, Сыуашстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Һуңғы тапҡыр беҙҙә Сыуашстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре 1982 йылда үткәрелгән булған.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»