RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уң биткә сапһалар, һулын ҡуяйыҡмы?

25.05.2012 Уң биткә сапһалар, һулын ҡуяйыҡмы?

(Тел өйрәнелә, йолалар һаҡлана, халыҡ йәшәй һәм эшләй, «Йәшлек», N32, 24 апрель, 2012 йыл)
Хәтеремдә, беҙ Башҡортостанға үҙаллылыҡ даулап йөрөгән шаулы 90-сы йылдарҙа уҡ хәрәкәткә беренселәрҙән булып Рәмил Бигнов, Кәрим Яушев, Айҙар Хәлимовтар аяҡ терәп ҡаршы сыҡҡайны. Ул ғына ла түгел, хатта Башҡортостандың көнбайыш райондарын Татарстанға ҡушыу идеяһын да күтәргәйнеләр.
Йылдар үтте. Инде тынысланып ҡына йәшәй башлағайныҡ, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһының Өфөлә уҙған III конференцияһында йомшаҡ ҡына итеп татар теленә дәүләт статусын биреү мәсьәләһе күтәрелде.
− Беҙ − башҡорт һәм урыҫ менән тиң хоҡуҡлы халыҡ, − тине Бигнов әфәнде. − Беҙҙеңсә, татар теленә, башҡорт теле һәм рус телдәре менән бер рәттән, дәүләт теле статусы бирелһә, берәү ҙә зыян күрмәйәсәк.
Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығы өсөн көрәш көндәрен йәнә иҫкә төшөрәйек: Юғары Советтың 1990 йылдың 10 октябрендә асылған III сессияһына Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Ринат Мөхәмәҙиев та килгәйне. Үҙенең сығышында ул былай тине:
− Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация проектынан бер генә өҙөк килтерәйем: «… башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә айырып алғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашыра барып һәм Башҡортостан территорияһындағы бөтә милләттәрҙең дә хоҡуҡтары тиңлеген гарантиялап…» Әгәр мин урыҫ булһам, «урыҫ милләтенең» тип әйтер инем. Миңә, татар милләте вәкиленә, үҙ халҡымдың исемен ишетке килә. Сыуаш, мариҙар ҙа үҙ милләтен Декларацияға индерергә тырышыр. Ләкин, иптәштәр, мине дөрөҫ аңлағыҙ: Ер шарында башҡорт халҡы үҙенең дәүләтселек хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырлыҡ бүтән бер генә милли-территориаль ойошма ла юҡ. Башҡортостан − уның берҙән-бер биләмәһе.
Бөгөн килеп Рәмил Бигнов һәм уның ишеләр, йәнәһе, Башҡортостан татар­ҙары ҡыйырһытылып йәшәй, тигән туҙға яҙмаған уйҙырма менән Башҡортостан Республикаһы Консти­туцияһын аяҡ аҫтына һалып тапап, татар теленә дәүләт статусын талап итә. Улайға китһә, ҡайһы милләттең үҙ илендә ҡыйырһытылып йәшәүенә тағы ла бер миҫал килтерәм. Ул кадрҙар мәсьәләһенә ҡағыла. Бөгөн Баш­ҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында етәкселәрҙең ни бары 25 проценты ғына республикаға исем биргән милләт халҡын тәшкил итә. Эйе, нәҡ 25 проценты ғына. Был, Карел һәм Коми Республикаларынан ҡала, арттан өсөнсө урын, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта төп милләт халҡынан сыҡҡан төрлө кимәлдәге етәкселәр Дағстанда – 83,8, Татарстанда – 64,1, Сыуаш республикаһында – 59,2 процент.
Сыуашстанда – сыуаш һәм рус, Мари илендә – мари һәм рус, Мордовияла – мордва һәм рус, Удмуртияла – удмурт һәм рус, күп милләтле Дағстанда ла дағ һәм рус телдәре дәүләт теле итеп законлаштырылған икән, нишләп Башҡортостанда татар дәүләт теле булырға тейеш һуң әле?
Шовинистик идеяларын алға һөрөүселәргә ваҡытында яуап биреп бармаһаҡ, һул биткә сапҡанда, «иншалла» тип, уңын ҡуйһаҡ, киләсәктә елкәгә атланғандарын көт тә тор.

Ризван ХАЖИЕВ,
1990 – 1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы