02.10.2010 Серле Куинджи
Архип Куинджи – киң билдәле Рәсәй рәссамдарының береһе, пейзаж оҫтаһы. Бер генә һүрәтенә ҡарап, сәғәттәр буйына уйланып торорға була. Сөнки һәр береһенә тотош донъя фәлсәфәһе һыйған төҫлө. Береһенә ҡараһаң, йөҙөң асылып китә, икенсеһе шомландырған кеүек, өсөнсөһөндә үҙеңдең күңел торошон күрәһең, дүртенсеһе инде әллә ҡайҙарға саҡыра, күккә, болоттар араһына, әйҙәй. Онотолоп китеп, шул донъяға сум да, рәссам йөрәгенең бөтә матурлығын, йылылығын, наҙын той, ҡояш нурҙарына ҡойоноп йөрө лә, төбөндә таштары ялтырап ятҡан күлдәренә инеп, тәнеңә йомшаҡ тулҡындар килеп бәрелеүенә иркәлән...
Республикабыҙ халҡы быйыл беренсе тапҡыр билдәле рәссамдың һүрәттәре менән күҙгә-күҙ осраша аласаҡ. Санкт-Петербург ҡалаһының «Рус музейы» «Система» шәфҡәтлелек фонды һәм «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә 21 сентябрҙә Өфөнөң Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт музейында Куинджиҙың күргәҙмәһен асты. 77 картинанан торған ҙур күргәҙмә ХIХ быуатта, ХХ быуат башында иң билдәле рәссамдарҙың береһенең ижады менән танышырға теләүселәр өсөн баш ҡалабыҙҙа 29 ноябргә тиклем асыҡ буласаҡ.
Куинджи – рәссам булараҡ ҡына түгел, шәхес булараҡ та бик ҡыҙыҡлы кеше. Уның йомаҡтарын асып бөтөрөрлөк түгел. Хатта тыуыу йылы тураһында ла бәхәстәр йөрөй. Архивтарҙа ғына ла өс паспорты һаҡлана, беренсеһе буйынса ул 1841 йылда тыуған булһа, икенсеһенә ҡарағанда, 1842 йылда, өсөнсөһө 1843 йыл тураһында һөйләй. Ул – ғүмерендә ҙур данға һәм онотолоуға, киң популярлыҡҡа һәм кешеләрҙең үҙен аңламауына дусар ителгән рәссам. Оҫтаны данлауҙары ла бөйөк булғаны өсөн түгел, ә шәхесенең серлелеге өсөн һымаҡ. Ғүмер буйы үҫеш юлынан атлаған ул, бер ҡасан да туҡталып ҡалмаған, хатта тормошоноң аҙағында – 70 йәшлек ҡарт булғанда ла, уның тағы ла юғарыраҡҡа ынтылыуы тойола, тормошҡа ашмаған бик күп эше тороп ҡала.
Тиҙҙән Өфө сәнғәт академияһында музейҙың виртуаль филиалы асыласаҡ. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Система» финанс корпорацияһы ла үҙ өлөшөн индерә һәм аҡса менән ярҙам итеп тора. Улар мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға Куинджи күргәҙмәһенә бушлай инеү өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары әҙерләгән.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»