RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Боронғо һәм тынғыһыҙ ил Фәләстан

02.10.2010 Боронғо һәм тынғыһыҙ ил Фәләстан

Боронғо һәм тынғыһыҙ ил  ФәләстанПалестина, ғәрәпсә яңғырашы Фәләстан, атамаһы Филистия – «баҫып инеүселәр» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был төбәк кем хакимлығында ғына булмаған?! Үҙ заманында ул Рим империяһына ла ҡараған, Византия, Ғәрәп батшалыҡтарына ла ингән, Иерусалим короллеге, Мәмлүктәр династияһы, Ғосман империяһы ла бында хакимлыҡ иткән, Төркиә ҡарамағында ла булған. Хатта Наполеон да баҫып инергә маташҡан. Бай тарихлы, уйландырырлыҡ яҙмышлы ил ул Фәләстан. 1994 йылда бында автономия төҙөлә. Формаль рәүештә Израилгә ҡарай.

Ни өсөн туристар әҙ?
Боронғо һәм тынғыһыҙ ил  Фәләстан
Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы тарихи ер ул Фәләстан. Бында йәйен ҡоро, эҫе, ҡышын һалҡынсараҡ, ямғырлыраҡ. Яр буйында ғинуар­ҙа +12, августа +27 градус. Хайуандар донъяһы ярлы. Эре һөтимәрҙәр юҡ ителгән тиерлек.
Халыҡтың төп массаһы – Фәләстан ғәрәптәре. 2000 йыл тирәләренә Көнсығыш Иерусалим, Газа, Хан-Юныс, Хеврон, Джабалья, Наблус ҡалалары иң ҙурҙар иҫәбенә ингән. БМО Көнсығыш Иерусалимды баш ҡала тип билдәләһә лә, уны 1980 йылда Израиль рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарған, шунлыҡтан Фәләстан хакимиәте Рамаллаһта (Рамалла) урынлашҡан.
Израиль менән аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында Фәләстан ҡыйын хәлдә ҡалған – фәләстандарҙы Израилгә эшкә индермәй башлағандар. Һөҙөмтәлә 100 мең самаһы кеше эшһеҙ интегә. Был бигерәк тә Газа халҡына кире тәьҫир иткән. Унда йәшәүселәрҙең 81 проценты ярлылыҡтың рәсми кимәленән дә түбән шарттарҙа көн итә.
Зәйтүн, цитрус, йәшелсәләр үҫтерәләр, сәнәғәттә ҙур булмаған ғаилә предприятиелары күп. Улар цемент, кейем, һабын, сувенирҙар етештерә.
Израиль менән конфликт арҡаһында халыҡ-ара туризм үҫеше тулыһынса туҡталған тиерлек. Фәләстанда сит ил сәйәхәтселәре өсөн уңайлы йәшәү урындары аҙ ҡалған. Автономияға килгән күп туристар Израиль биләмәһендәге ҡунаҡханаларҙа урынлаша. Үле диңгеҙҙең төньяғы Фәләстандыҡы иҫәпләнһә лә, Израиль бөтә эш-торошто үҙе контролләй. Шуға ла бындағы бөтә отелдәр ҙә уныҡы. Фәләстанда төп транспорт – автобус һәм маршрут таксиҙары. Автобус паркы «туҙған», юлда Израилдә «эшлектән сыҡҡан» тип мөһөр тағылғандары йөрөй. Маршрут таксиҙары иһә 10 – 12 кеше һыйҙырышлы мини-бустар. Алыҫ булмаған араға ла, юлдар яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, бик оҙаҡ барырға тура килә. Сәбәп шунда: автономия өс өлөшкә бүленгән. А зонаһы Фәләстан хакимиәтенең тулы контроле аҫтында, В – Израиль армияһы менән дөйөм контроль, С – Израиль контроллеге. Шул һуңғы зона аша үткән юлда документ һәм транспортты тикшереү оҙаҡҡа һуҙыла. Ошо сәбәпле тығындар ҙа йыш була.
Фәләстан дәүләтселегенең үҙенсәлеге шунда – уның биләмәһе Израиль хәрби хакимиәте күҙәтеүе аҫтында һәм автономия статусы хоҡуҡтары сикле. Бөгөнгә тиклем Фәләстан дәүләтенең сиге, ҡасаҡтар статусы, Иерусалим яҙмышы кеүек мәсьәләләр сиселмәгән.
Автономияла ике диңгеҙгә сығыу юлы бар: Газа секторы аша – Урта диңгеҙгә, Көнбайыш яр буйлап Үле диңгеҙҙең төньяғына. Газаның 40 км тирәһе ҡомло ярҙары туристарға яҡшы ғына мөмкинлектәр бирә лә ул, әммә бында ял өсөн тейешле инфраструктура юҡ. Пляждар сүпле, яр буйҙары тәртипһеҙ рәүештә ниндәйҙер ҡоролмалар менән тулған. Газа ҡалаһында уңайлылыҡтар бар ҙа һымаҡ. Шулай ҙа унда сәйәхәтселәргә иғтибар «сәләмәт» түгел.

Иҫтәлекле урындары
Боронғо һәм тынғыһыҙ ил  Фәләстан
Хеврон, ғәрәпсә исеме Хәлил әл-Рахман – донъяның даими кеше йәшәгән иң боронғо ҡалаларының береһе. «Аллаһтың дуҫы» тигәнде аңлата ул. Хеврон йәһүдтәрҙең Авраамы (мосолмандарҙа – Ибраһим бәйғәмбәр) менән бәйле. Ул ҡатыны Сараны Махпела мәмерйәһендә ерләй. Ә мәмерйә хәҙер ҡала уртаһында. Унда Ибраһим үҙе лә, Исаак (Исхаҡ), уның ҡатыны Ребекка, Лея, Яаков ерләнгән. Махпела өҫтөндә Әл-Харам тип аталған изге ҡәлғә төҙөлгән. Уның эсендә ғәрәптәр һәм йәһүдтәрҙең айырым ғибәҙәт ҡылыу урындары бар.
Христиандар өсөн изге булған Вифлеем туризм үҙәктәренең береһенә әүерелгән. Йыл һайын меңәрләгән хаж ҡылыусы (паломник) изге урындарға баш эйергә килә. Баҙар урын­лашҡан ер иһә ҡалаға көнсығыш төҫөн бирә. Вифлеем борондан ағас һырлау оҫталары менән дан тотҡан. Һыр-семәрҙәр тулы ағас әйберҙәр беренсе мәртәбә 1852 йылда Нью-Йорктағы халыҡ-ара йәрминкәгә килтерелеп, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғандан һуң ундай продукцияны күпләп етештереү башлана. Бигерәк тә культ һындарына ҙур урын бирәләр. Тора-бара етештереү кимәле үҫеп, әйберҙәр яһау технологияһы ысын сәнғәт әҫәренә яҡынайтыла.
Вифлеемдан дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы урында боронғо гидротехник ҡоролма – Соломон (Сөләймән) бассейндары ҡалдыҡтары бар. Ул ҙур өс таш дүртмөйөш һауыттан ғибәрәт. 160 мең кубометр һыу һыйҙырышлы булған улар. Исеме шулай ҡушылһа ла, ғалимдар ҡоролманы, Ирод батша заманында төҙөгәндәр, тигән һығымтаға килгән. Бәлки, проектты Понтий Пилат эшләгәндер, тип тә фаразлайҙар. Элек шул резер­вуарҙа йыйылған ямғыр һыуы насостар ярҙамында Вифлеем һәм Иерусалимға ебәрелгән. Яҡында Оттоман ҡәлғәһе – ҡалат Әл-Бураҡ урынлашҡан. Уны ХVII быуат тирәһендә һыу запасын һаҡлау өсөн төҙөгәндәр.
Иерихон ҡалаһының сама менән 10 000 йыллыҡ тарихы бар. Унда кешелек өсөн үтә әһәмиәтле ҡомартҡылар «йәшәй». ҡала стеналары һәм нығытмалары Мысыр пирамидаларынан да боронғораҡ һанала. Боронғо Иерихон сүллектәге оазисты хәтерләтә. Заманса ҡаланан ике саҡрым ситтәрәк ята ул. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында донъялағы иң боронғо баҫҡыс та ошонда табыла. Уға 7000 йыл.
Был ҡала баҙарға йыл әйләнәһенә яңы йәшелсә-емеш сығара, банандары менән дан тота.
Нәби Муса (ғәрәп телендә Муса бәйғәмбәр) мәсетенә урта быуаттарҙа уҡ хажиҙар ағылған. Архитектура йәһәтенән дә бик ҡыҙыҡтырғыс ул. Хәүефле замандарҙа ла кеше килеүе туҡталмаған.

Рамаллаһҡа сәфәр

Был тарафтарға былтыр барып ҡайтҡан Р. Искәндәровтың юлъяҙмаһы

– Беҙҙе ҡаланы биш бармағы кеүек белгән Шәүкәт исемле гид йөрөттө. Рамаллаһҡа юлланыр алдынан яҡшы ғына инструкция алдыҡ. Айырыуса блок-поста Израиль һалдаттары менән нисек һөйләшергә икәнен ҡат-ҡат тылҡынылар. ҡалала инглизсә һөйләшеү яҡшыраҡ икәнен аңғарттылар. Юл буйына тиерлек зәйтүн баҫыуҙары оҙатып барҙы. Бындағы ағастар бик боронғо тинеләр, хатта 400-әр йыллыҡтары ла осрай. Рамаллаһҡа ингән тирәләге ғәрәп ауылдары төбәктә иң байҙары икән. Уларҙың байтаҡ хужаһы сит илдә йәшәй, күбеһе – АҡШ-та. Блок-поста тикшереү арлы-бирле генә, бөтөнләй иркенләп китмәһендәр өсөн бер нисә һорау бирәләр. ҡасаҡтар лагерын да үтергә тура килде. Каландия тип йөрөтәләр был тирәне. ҡалаға аяҡ баҫыу менән ғәрәп стилендәге биналар солғанышында ҡалаһың. Һуңғы йылдарҙа Рамаллаһты, ҡиммәтле баш ҡалаға әйләнде, тиҙәр. Бигерәк тә күсемһеҙ милеккә хаҡтар «һикергән» икән. Фатир алып тороу ҙа 300 – 500 долларға төшә.
ҡала буйлап йөрөгәндә үҙәк майҙандағы монументты, быуат башындағы ғәрәп күтәрелеше батыры Ғәбделҡадир әл-Хөсәйенгә һәйкәлде иҫтә ҡалдырҙым. Ниндәйҙер һайлау көтөлә ине, буғай – ҡалала ошоға бәйле плакаттар эленгән. Элекке ил башлығы Ясир Арафаттың ҡәберенә лә юл төштө. Унда фотоаппарат, сумкалар менән индермәйҙәр. Һаҡсылар бик мөләйем. Шуны ла аңлаттылар: фәләстандар туризм үҫешенә ыңғай ҡарай, шуға ла килеүселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тырыша. Урамда инглизсә сәләмләүҙәр, әйҙүкләүҙәрҙе йыш ишеттек. Әйткәндәй, ҡала урамында машина ҡалдырыу хәүефле. Штраф сәпәүҙәре йә бөтөнләй алып китеүҙәре ихтимал. Түләүле туҡталҡаларға ҡуйһаң, күңелең тыныс. Рамаллаһтың ҡап уртаһында күп ҡатлы «парковка»лар автомобилдәр менән лыҡа тулы. Ныҡ хәрәкәтсән ҡала. Урамдар, тротуар гөжләп тора. Шуныһы ҡыҙыҡ: бында Европаса кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар йыш осрай. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, христиандар, дин тотмаған кешеләр ҙә күп.
ҡаланың ситенәрәк китеп, бер кафеға туҡталдыҡ. Улар бында самаһыҙ күп кеүек күренде. Хатта йәштәрҙең осрашыуы өсөн махсус эшләгәндәре лә бар икән. Автономиялы Фәләстандың иң төп уҡыу йорттарының береһе – Бирзетҡа ла барып киттек. Израилдең киң мәғлүмәт саралары уны бик маҡтамай, йәнәһе, был вуз «яуызлыҡ урыны» – Фәләстан террорсылары ошонда уҡып сыҡҡан, имеш. Уҡыу бинаһына тыштан ғына ҡараныҡ, эскә тик студент билеттары менән индерәләр.
ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әллә ни күпте лә күреп өлгөрмәнек, шулай ҙа күҙгә таш­ланғандары хәтер төпкөлөнә инеп ятты. Әйткәндәй, 2007 йылғы мәғлүмәт буйынса бында 27 460 кеше йәшәгән. Халыҡтың сама менән яртыһы – мосолман-ғәрәптәр, яртыһы – христиан-ғәрәптәр.

Һандар һәм факттар

Автономия халҡы – 3,5 миллион кеше. Уның 1,5 миллионы Газа секторында йәшәй.
Фәләстанда эске һауа юлдары юҡ. Бөгөн бында тимер юлы ла эшләмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, юлдар бар. ХХ быуат башында пассажир һәм йөк поездары йөрөгән, тик 1948 йылда Израиль барлыҡҡа килгәс, туҡтатылған.
Үткән быуат башында бында яҡынса 450 мең ғәрәп, 50 мең йәһүд йәшәгән.
Фәләстанда бер нисә объект Рәсәйҙеке һанала. Әле Ғосман империяһы ваҡытында уҡ Рәсәйҙең геосәйәси йоғонтоһо булһын өсөн алынған булған.
Археологтар билдәләүенсә, Фәләстандың боронғо кешеләре неандерталецтар булған (беҙҙең эраға тиклем 200 мең йыл самаһы элек). 75 мең йыл борон төбәккә ғәҙәти кешеләр ҙә килеп, неандерталецтар менән һыйышып йәшәгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы