RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АУЛАҠ ӨЙҘӨ ҺАҒЫНҺАЛАР, ЙЫЙЫЛАЛАР ФАТИМАҒА

15.05.2012 АУЛАҠ ӨЙҘӨ ҺАҒЫНҺАЛАР, ЙЫЙЫЛАЛАР ФАТИМАҒА

АУЛАҠ ӨЙҘӨ ҺАҒЫНҺАЛАР, ЙЫЙЫЛАЛАР ФАТИМАҒА
һамар өлкәһенең Таллы ауылы һәүәҫкәрҙәре йыр-моң менән яҡташтарының да, үҙҙәренең дә тормошон йәмләп йәшәй
Беҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ҡағиҙә булараҡ, йә сәхнәләрҙән, йә телевизор аша, йә башҡа байрамдарҙа ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бына Һамар өлкәһенең Таллы ауылында беҙгә ысын аулаҡ өйгә эләгергә насип булды. Оло Чернигов районында ижади сәфәрҙә булғанда, беҙгә сер итеп кенә, кис ауылда бер төркөм гүзәл заттың Фатима Шагаеваның йортона йыйыласағы тураһында әйткәйнеләр.
Фатима Кәбир ҡыҙы көтмәгәндә Башҡортостандан журналистар килеп төшөүгә башта баҙаңҡырап ҡалды шикелле. Шулай ҙа ҡунаҡтар­ҙың төрлөһөн күреп өйрәнгән хужабикә үҙен тиҙ ҡулға алды, бына-бына өйөнә әхирәттәре килеп туласағы хаҡында ләм-мим өндәшмәй, оло бер табаҡ итеп ҡойған ҡоймағын майланы ла, беҙҙе сәйгә саҡырҙы. Беҙ ҙә йоланың шарттарын аҙ-маҙ беләбеҙ бит, былай ҙа майы һарҡылып торған йылы ҡоймаҡты ҡаймаҡҡа бутап, өндәшмәй генә сәй һемерәбеҙ. Ә үҙебеҙҙең ике күҙебеҙ тәҙрәлә. ҡасан килеп тулыр икән Фатима апайҙың ҡыҙҙары?
Ғөбәйҙә апай Зөлҡәрнәева менән Мәхүбә апай Шаһимәрҙәнова кис ултырырға килгән ҡыҙҙарҙың иң өлгөрҙәре булып сыҡты. Беҙҙе күргәс, улар ҙа бер аҙ аптырашта ҡалды.
− Аһа, Фатима, ҡунаҡтар бар икән дә?! Ниңә алданыраҡ хәбәр итмәнең, зиннәтлерәк күлдәктәребеҙҙе кейеп килгән булыр инек, − тине апай­ҙар, үкенә биреберәк.
− Мин үҙем дә яңы ғына белдем, ҡыҙҙар. – Хужабикә ҡунаҡтарын өҫтәл артына саҡырып, усҡа һыйып ҡына торған уймаҡ кәсәләргә Ырғыҙ буйының шифалы үләндәренән төнәтелгән хуш еҫле сәй ҡойҙо. – Алдан иҫкәртһәләр, ашын да һалып торор инем, уңайһыҙыраҡ булды инде былай.
Фатима Кәбир ҡыҙы утыҙ йылдан ашыу шофер булып эшләгән. Тимер араһында йөрөһә лә, һәр ваҡыт йөрәге тулы моң булған. Матурлыҡ донъяһына тартып торған күңеле Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына алып килгән дә инде Һамар һылыуын. Ситтән тороп оркестрҙар бүлеген тамамлаған.
ҡулына музыка белгесе дипломы алып ҡайтһа ла, «тимер ат»ын ташламаған Фатима Кәбир ҡыҙы, һаман, саҡрымдарҙы һанап, машинаһының рулен борғолай биргән.
− Бына ошо ҡыҙҙар менән төрлө ауылдарҙа концерттар ҡуйып йөрөнөк инде, − ти Фатима апай, кис ултырырға килгән апайҙарға күрһәтеп. – Икеһенең дә сәхнә стажы утыҙ йылдан ашыу.
Хужабикә ҡунаҡтары тураһында һөйләгән арала, мамыҡ шәлдәренә ҡунған күбәләк-ҡарҙарҙы ҡаға-ҡаға ишектән йәнә бер нисә ханым килеп инде. Менәүәрә Минсафина, Рәйхана Сәйфетдинова, Әминә Шәрәфетдинова апайҙар икән. Быларының да, Фатима апай әйтмешләй, сәхнә стаждары ярты быуатҡа яҡын.
− Беренсе тапҡыр биш йәшемдә сәхнәгә сығып, русса йырлағайным, шунан бирле сәхнәнән төшкән юҡ, − ти Әминә апай Шәрәфетдинова көлөп. – Бер-ике көн инде тамағым ауырта, һалҡын тейгән. Шулай ҙа, өйҙә сыҙап ултырып буламы ни, килдем әле бына.
− Ун йыл йөк машинаһында эшләгәс, мине автобусҡа ултырттылар, – Фатима Кәбир ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп китте. – Эштән ҡайтабыҙ ҙа, ҡыҙҙар менән йыйылып, берәй ауыл­ға концерт менән китәбеҙ. Автобус үҙемдең ҡулда булғас, рәхәт, яғыу­лыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ кисермәйбеҙ.
Хужабикәнең һүҙҙәрен бүлдереп, тағы ишек асылды. Был юлы Кәримә Ғарифова, Раҡия Хазирова, Әмирә Вролкова килеп инде. Был ханымдар ҙа һүҙгә бай булып сыҡты.
− Фатима ни: «У кого какое горло – такая норма», − ти ҙә йырлата ине инде беҙҙе. Шулай норма бирә-бирә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер үткән дә киткән.
Апайҙар йыйылып бөтөп, тамаҡтарын тәмле сәй менән йылытҡас, йорт хужабикәһе алъяпҡысын сисеп элде лә, баянына тотондо.
− Тәк, ҡыҙҙар, башлайбыҙ...
Талғын ғына моң, баян күректәренә һыймай, тышҡа бәреп сыҡты, шунан әкрен генә бүлмә эсенә таралды. Тора-бара йорт стеналары ла ҡыҫынҡы була башланы уға. Ваҡыт үткән һайын көсәйә барған моң, тәҙрә быялаларын сыңлатып, киске ауыл урамы буйлап эңер төшөр алдынан ғына башланған буранды баҫтырып китте. Уның артынан апайҙарҙың йыры ярышҡа сыҡты:
Тыуған ауылым минең,
ҡуйыныңда һинең
Гөрләп үтте үҫмер йылдарым.
ҡырҙарың хуш еҫле,
Һәр саҡ яҙҙар төҫлө,
Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым...
Апайҙар үҙҙәре моңлана, үҙҙәре ҡул эштәре менән була: кемдер мамыҡ иләй, икенселәре шәл бәйләй, бәғзеләре ҡулъяулыҡ сигә. Йыр туҡтауға, Фатима Кәбир ҡыҙы баянын иҙәнгә ҡуйҙы ла, ҡулына гармунын алды.
− Гармунда ҡасандан бирле уй­най­һығыҙ, апай? − Йорт хужабикәһе тирләп киткән устарын таҫтамал менән һөртөп ала ла, миңә төбәлә.
− Атайым, ағайым өйрәнһен тип, ҡаланан гармун алып ҡайтҡайны. Үҙе уйнай белмәй, ағайымды атайымдың бер танышы килеп өйрәтә. Эй, шул гармунға күҙем ҡыҙа инде. Их, шул телдәргә баҫып, мин дә көй сығарһам ине, тип хыялланам. Быларҙың гармунды ҡуйғандарын ғына ҡарап торам да, урлап баҡсаға алып сығып, телдәренә баҫҡылайым. Үҙемсә көй сығарырға тырышам. Шулай уйнап алдым да киттем.
Фатима апай әхирәттәренә борола.
− Бейейбеҙ, ҡыҙҙар, и...
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә,
Шәлем түңәрәк түгел.

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙергенәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙергенәйем...
Әле генә хискә бирелеп ултырған апайҙар, таҡмаҡ әйтә-әйтә, иҙән һелкетеп бейергә төшөп тә китте.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙергенәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙергенәйем.
− Ырғыҙ ауылына концерт менән барырға ине, − тип өҙөлгән һүҙен ялғап алып китте Фатима апай, ҡыҙҙары бейеп туйғас. – Ул ауыл клубында күптән түгел матур итеп төҙөкләндереү эштәре башҡарҙылар. Барһағыҙ, күрер инегеҙ, күҙҙең яуын алып, балҡып тора. Үҙебеҙҙең ауыл клубында ла ремонт башланылар. Алла бойорһа, эштәр тамамлан­ас, бында ла һөнәребеҙҙе күрһәтербеҙ әле.
Таллы ауылы һәүәҫкәрҙәрен борсоған ҙур мәсьәлә – сәхнә костюмдарының етмәүе. Әлбиттә, улар юҡ түгел, бар. Әммә булғандарын апай­ҙар үҙҙәре тегеп алған. Баш­ҡортостандан берәй төрлө ярҙам булмаҫмы икән, ти улар.
Фатима Кәбир ҡыҙының ҡунаҡсыл йортонан төн ауғас ҡына таралышты кис ултырырға килгән апайҙар. Улар киткәс тә йорт эсендә гармун, йыр тауышы һаман яңғырап торған һымаҡ ине әле. Беҙҙең күңелдәргә һеңеп ҡалған моң ине ул.

Һамар өлкәһе,
Оло Чернигов районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы