RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!

11.05.2012 Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!

Бейеүҙәрҙә – халҡым  тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!
Беҙҙең халыҡ бик талантлы – хисле лә, моңло ла, шиғри күңелле лә! Шатлыҡ-ҡыуанысын да, ҡайғы-хәсрәтен дә ата- бабаларыбыҙ йырға һалған, бейеүҙәрҙә һынландырған. Башҡорт бейеүендә халҡыбыҙҙың рухы, характеры, бар булмышы сағыла. Шуғалыр ҙа беҙҙә башҡорт бейеүен яратмаған кеше юҡтыр ул! Йөрәгендә дәрт осҡоно янған һәр кем гармун, ҡурай моңон ишетеү менән бейергә талпына! Бына шундай бөйөк тә, ғәжәйеп сихри Ҙә, илаһи Ҙа ул башҡорт бейеүе!
Бар тәбиғәт уянып, ҡайнар ҡояш нурҙарына ҡойоноп, ҡоштар моңона, йә­шел­леккә күмелгән илаһи мәлдә, таланттар төйәге булған Темәс ауылында беренсе тапҡыр 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ара­һында «Йәнгүҙәй» баш­ҡорт бейеүе конкурсы ойошторолдо.
Балаларыбыҙҙы бейеү сәнғәте аша милли рухта тәрбиәләү, йәштәребеҙҙең күңеленә ҡанат биреү, һәләтен, үҙ баһаһын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу, башҡорт бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың асылы, тарихы менән таныштырыу, үҙебеҙҙең «Йондоҙ» бейеү ансамбленә һә­ләтле йәштәр үҫ­тереү был са­раның төп маҡсаты ине.
Башҡорт бейеүе бәйгеһенең «Йәнгүҙәй» исеме аҫтында үтеүе тиккә генә түгел.
Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, борон Йәнгүҙәй тауының иң бейек түбәһендә үҙ ерҙәрен һаҡлап, ҡарауылда бөркөттәй сая, ҡыйыу башҡорт егеттәре торор булған, алыҫтан дошман күренеү менән улар тау түбәһендә бейек итеп сигнал усаҡтары яҡҡан, тау башындағы ҡуйы ҡара төтөн бар тарафҡа ла дошман яҡынлашыуын белдереп, хәбәр итеп торған.
Бына шундай тарих һаҡлаған, ожмахҡа тиң гүзәл еребеҙ – Йәнгүҙәйебеҙ булыуы менән ғорурланабыҙ ҙа, һоҡланабыҙ ҙа! Гүзәл тәбиғәте, бай тарихы булған ерҙә, халҡының йыр-моңдарын, бе­йеүҙәрен кесе йәшенән күңеленә һеңдереп үҫкән, районыбыҙҙың, милләтебеҙҙең данын күтәргән һәләтле балаларыбыҙ күп булһын ине, тигән изге ниәттә ойошторолдо был бейеү конкурсы. Шулай уҡ уны ауылдашыбыҙ, оҫта гармунсы, һәләтле хореограф, «Йондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тәүге етәксеһе Ришат Әхмәт улы Санъяровтың яҡты иҫтәлегенә лә арнаныҡ. Ул ойоштороп, етәкләгән «Йондоҙ» бейеү ансамбленең репертуарында төрлө халыҡтар­ҙың 24-кә яҡын бейеүе бар ине. Бай репертуар менән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулап, халыҡ исемен алыуы ансамбл­дең юғары профессионализмы, бейеүселәренең оҫталығы тураһында һөйләй.
Һәләтле хореограф Ришат ағай Санъяровтың ҡулы аҫтынан, халҡыбыҙ бейеүе серҙәрен үҙләштереп, рухи яҡтан нығынып, бик күп талант үҫеп сыҡты. Үҙенең халыҡсанлығы менән башҡаларҙан айырылып торған, һәләтле йәштәрҙе берләштергән был ансамблде яңынан тергеҙеү бик кәрәк.
Халыҡ-ара бейеү көнөнә, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнап Темәстә уҙғарылған «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә, үҙҙәренең көсөн, һәләтен һынап, Темәс, Һаҡмар, Таһир, Ишей ауылдарынан 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге 128 бала ҡатнашты.
Был бәйгегә бар көсөн, тырышлығын һалып әҙерләнгән конкурсанттарыбыҙҙың сы­ғы­шын профессиональ бе­йеү­се Рәмзиә Нурислам ҡыҙы Солтанова етәкләгән абруйлы баһалама ағзалары баһаланы. Һайлап алыу турында жюри ҡарамағына тәҡдим ителгән 41 номер араһынан «иң-иң»дәрҙе билдәләү, әлбиттә, бик ауыр һәм яуаплы эш. Ә шулай ҙа, бәйге булғас, уның еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә булырға тейеш.
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә «Иң йәш йондоҙсоҡтар» номинацияһына – ауылыбыҙҙың «Йәйғор» балалар баҡсаһы кескәйҙәренең һоҡ­лан­ғыс сығышы («Түңәрәк» бе­йеүе, етәксеһе С. Тимеро­ва), «Өмөт» номинацияһына – 6 йәшлек Линара Әминева («Биш­бармаҡ» бейеүе, етәксеһе Г. Маннапова), «Йыл асышы» номинацияһына Ильяс һәм Рамаҙан Санъяровтар (етәксеһе Д. Санъяров ) лайыҡ булды.
Ансамблдәр араһында өсөнсө урынды ике коллектив бүлеште – Таһир мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүе, етәксеһе В. Ғәбитова) һәм Һаҡмар мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Там­сылар» бейеүе, етәксеһе Р. Ямантаева). 2-се урынды Темәс ауылы музыка мәктәбенең ике коллективы алды («Яҙ еле» бейеүе, етәксеһе И. Исҡужина һәм «Тимербай балалары» бейеүе, етәксеһе шулай уҡ И. Исҡужина).
1-се урында – Һаҡмар ауылы мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Түңәрәк» бейеүе, етәксеһе Р. Ямантаева).
Дуэттар араһында, тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, 1-се урынды Темәс ауылынан Ильяс һәм Рамаҙан Санъяровтар («Йәгеҙ әле, егеттәр!» бейеүе, етәксеһе Д. Санъяров) һәм Лиана Буранбаева менән Илһөйәр Салауатова («Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе, етәксеһе И. Исҡу­жина) бүлеште.
Яңғыҙ бейеүҙә 3 – 6 йәшлек балалар араһында 1-се урынға Темәс ауылынан «Бишбармаҡ» бейеүе менән иң йәш бәйгесе Линара Әминева сыҡты. Уның сығышы барыһын да һоҡлан­дырҙы.
7‒– 12 йәшлек балалар араһында өсөнсө урынды, тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, Темәс ауылынан Гөлиә Вәлиева («Бөрлөгән» бейеүе, етәксеһе Г. Маннапова), Сулпан Әүәлбаева («Һаҡмар һылыуы», етәксеһе Г. Әүәлбаева), Һаҡмар ауылынан Радмир Ильясов («Егеттәр бейеүе», етәксеһе В. Ғәбитова) бүлеште, икенсе урынды Таһир ауылынан Азалия Биктимерова («Һаҡмар һылыуы» бейеүе, етәксеһе В. Ғәбитова) һәм Нурзия Солтанова («Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүе, етәксеһе В. Ғәбитова) яуланы.
1-се урынға Ишейҙән Наҙ­гөл Мирғаянова («Шаян ҡыҙ» бе­йеүе, етәксеһе З. Ниғ­мәтул­лина) сыҡты. Сәхнәлә, ҡояштай балҡып йылмайып, осоп йөрөп бейегән Наҙгөлдөң сығышы бәйгенең бер сағыу биҙәге булғандыр.
13 – 17 йәшлектәр араһында 3-сө урынды – Һаҡмар ауылынан Эльвина Мәһәҙиева («Оҙон сәс» бейеүе, етәксеһе Р. Яман­таева), 2-се урынды – Темәс ауылынан Фәниә ҡотләхмәтова («Оҙон сәс» бейеүе, үҙе һалған), 1-се урынды Һаҡмар ауылынан Әлфиә Сәлихҡолова («ҡурай моңо» бейеүе, етәксеһе Р. Ямантаева) яуланы. Тыйнаҡ баҫып, оялсан ҡараш ташлап нәзәкәтле бейегән башҡорт ҡыҙҙарының сығыштары үҙе бер күркәм тамаша ине.
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһенең төп бүләген – гран-приҙы Темәс ауылы егете Илмир Харисов («Маршрут» бейеүе, етәксеһе Д. Санъяров) яуланы.
Һәр бер хәрәкәтендә, ҡарашында башҡорт батырҙарына хас ғәййәрлек тә, ғорурлыҡ та, саялыҡ та сағыла ине йәш егеттең. Уның ғорур ҡараш ташлап, осҡон сәсрәтеп бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Афарин, Илмир! Киләсәктә лә күңелеңдәге рух, йөрәгеңдәге дәрт һүнмәһен!
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе конкурсында ҡатнашҡан барлыҡ конкурсанттарыбыҙға ла ижади бейеклектәр, алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеп, бейеү сәнғәтенә булған һөйөүҙе һүндермәй, рухлы, дәртле йәштәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!
Был сараны үткәреүҙә ярҙам иткән киң күңелле ауылдаштарыбыҙ Фәнил Баязитов, Рәмил Солтанов, Шамил Низамов, Камил Низамов, Азамат Мырҙабулатовтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Изге­лек­тәрегеҙ, мәрхәмәтегеҙ сауап булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайт­һын, эштәрегеҙ, юлдарығыҙ гел уң, ғаилә тормошоғоҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулы булһын!

Лилиә ИШБАЕВА,
«Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы