04.05.2012 Башҡортостан – Мәскәү: дуҫлыҡ нығый
Апрель аҙағында Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре уҙҙы. Был ваҡиғаны ысын мәғәнәһендә мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға тип әйтеп була. Әлеге сарала төрлө осрашыуҙар, ултырыштар, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙең һаны булманы тиергә мөмкин.
Башҡортостан көндәре асылыу менән Рәсәйҙең Ҙур театры менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошоға ярашлы, республикабыҙ Ҙур театр менән мәҙәниәт өлкәһендә проекттар эшләү, уларҙы бойомға ашырыуҙа, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә, гастроль эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән дә осрашты һәм ошо уҡ вуз студенттарына лекция уҡыны. Ошо уҡ көндө Башҡортстандың Рәсәй Президенты янындағы тулы вәкәләтле вәкиллегендә «Башҡортостанда һәм Мәскәүҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре: власть һәм бизнестың фекере» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолоп, темаға ярашлы әүҙем һөйләшеү булды.
Көн тәртибендә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, инвестиция һәм сәнәғәт потенциалын презентациялау ҙа ҡаралғайны. Ошо йүнәлештә ҙур күргәҙмә эшләне. Йәнә лә бер килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул да булһа Рәсәй Медицина берлеге һәм Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ине.
Шулай ҙа Мәскәүҙәге Башҡортостан көндәренең мөһим ваҡиғаһы республика Хөкүмәте менән Мәскәү Хөкүмәте араһындағы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу булғандыр. Был документ биш йылға иҫәпләнгән һәм ул БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Мәскәү мэры Сергей Собяниндың ҡултамғалары менән нығытылды.
Әйткәндәй, баш ҡала хакимиәте башлығы был ике төбәк дуҫлығының быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуын билдәләне, хеҙмәттәшлектең дә киң ҡолас алыуын әйтте.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иһә, республика өсөн дә, Мәскәү өсөн дә әлеге Башҡортостан көндәренең әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, бәйләнештәрҙең нығыуына ышанысын белдерҙе, Мәскәү Хөкүмәте етәкселегенә рәхмәт әйтте. Ошо осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе булып, мәскәүҙәрҙең дә беҙгә маҡсатлы сара менән килеүе ихтимал.
Башҡортостан көндәре барышында Мәскәүҙә республиканың сәнғәт оҫталарының концерты ла булды. Халыҡ-ара Музыка йорто алдында Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары төҙөгән башҡорт ихаталары янында ла халыҡ мыжғып торҙо. Бында килеүселәрҙе ҡымыҙ, ҡаҙы, бауырһаҡ һәм башҡа башҡорт милли аш-һыуы менән ҡаршыланылар.
Рәсәй Фоторәссамдар союзында “Тирә-яғыбыҙҙағы донъя” тигән күргәҙмә лә асылып, унда ойошманың Башҡортостан бүлеге, «Ағиҙел» кинофотоклубы ағзаларының һәм беҙҙә эшләүсе сит ил рәссамдарының 60-ҡа яҡын ижади эше ҡуйылғайны.
Бынан тыш, мәскәүҙәргә Башҡортостан ижадсыларының фильмдары, спектаклдәр тәҡдим ителде.
ҡыҫҡаһы, башҡортостандар ҙур маҡсаттар менән барып, алға ҡуйылған бурысты үтәп, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙға рухи бүләк яһап, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар билдәләп ҡайтты.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»