27.04.2012 «Бейеүҙең йәне булһын!»
Бар республикаға таныла башлаған «Осҡон» балалар бейеү ансамбле етәксеһе Айбулат Әһлиев шулай тип раҫлай
Учалы районының ҡобағош ауылында Марат Минһажетдиновтың хәтер кисәһен үткәрергә Өфөнән күп ҡунаҡтар килә, шул иҫәптән Мәҙәниәт министрлығында эшләгән Гөлдәр Моратова ла. Улар алдында сығыш яһаған дәртле, ялҡынлы «Осҡон» бейеү ансамбленә усты йәлләмәй ҡул сапҡанда Гөлдәр Сабит ҡыҙы, һәләтле балаларҙы кем бейергә өйрәтә, тип һорай. Айбулат Әһлиев, тигән яуапты ишетеп, аптырап ҡала: «Кемдән-кемдән, әммә унан кеше сығыр тип өмөт итмәгәйнек, ҡалай ҙа шәп ансамбль ойошторған!». Гөлдәр апайҙың шулай тип әйтергә хаҡы бар. Сөнки Баттал ауылы егете Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының фольклор бүлегендә уҡығанында, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тигән һымағыраҡ йәшәй. Һәр хәлдә, барыһына ла бошмаҫ, киләсәген уйламаҫ әҙәм булараҡ күренә. Әммә тыштан ғына шулай. Йөрәге уттай янғанда ла, ялҡынын тышҡа сығармаған Айбулаттың эсендә иһә һәр ваҡыт йүгәнле ат ята. Эйәрлә лә сап инде! Тик бала саҡтан килгән ниндәйҙер кәртәләр уны тотҡарлай, булмышын тулыһынса асырға, уйындағыһын сәхнәлә сағылдырырға ҡамасаулай.
− Бейергә ҡуйһалар, бейей инем, ҡуймаһалар, тимәк, шулай кәрәк, етерлек кимәлдә бейеүҙе башҡара алмайымдыр, тип уйлай торғайным, − ти Айбулат, уҡыу йылдарын иҫләп. − Ныҡ бейегем килһә лә, өндәшмәй инем. Етмәһә, башҡаларға ҡарағанда буйға бәләкәйерәк булыуым да айырым бер комплекс тыуҙырҙы.
Шулай ҙа тап уларҙың курсы бейегән осорҙа Зөлхизә Мәүлитбай ҡыҙы һәм Ринат Заһит улы Күлбаитовтар ойошторған «ҡойон» ансамбле йондоҙло сәғәттәрен кисерә: бер гастролдән икенсеһенә йөрөй, тамашасы һөйөүенә лайыҡ була, «халыҡ ансамбле» исемен яулай. «ҡойон»доң уңыштарында шул ваҡытта Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының фольклор бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған Гөлдәр Моратованың да өлөшө бар. Урта махсус уҡыу йортоноң бейеүселәрен ҡурсалап, үҙ ҡанаты аҫтында ғына йөрөткән Гөлдәр апай ансамблгә юл ярыусы, ҡайҙа ла «йәшел ут» асыусы, дәртләндереп, рухландырып тороусы маяҡ була.
− Ғөмүмән, тормошомда айырым урын биләгән кешеләр күп, − ти әңгәмәсем, - Гөлдәр апайҙан тыш, мәҫәлән, Белорет интернатында алтынсыла уҡығанда, Валентина Пантелеева «Һыбайлылар» бейеүен өйрәткәйне. Илһамланып, бөйөк бейеүселәргә оҡшарға тырышып, тыпырлатҡаным хәтерҙә! Шул мәлдә күңелемдә бейеүгә ҡарата һөйөү уты ҡабынды ла кеүек. Әммә үҙемде сәхнәлә күрмәй инем, ауыл хужалығында эшләргә теләгәйнем. Әммә яҙмыш үҙенсә бороп ебәрҙе.
Айбулат ошо һүҙҙәрен әйткәндә, яҙмыш сүрәтендә Рәис Низаметдиновты күҙаллағандыр, тим. Сөнки ул Уральск ҡасабаһындағы һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып йөрөгәнендә Рәис ағай «Байрамғол» совхозының данлыҡлы «Ләйсән» ансамбленә бейеүселәр йыя һәм Айбулатты ла, бейетеп ҡарап, үҙҙәренә саҡыра. Даны бөтә тирә-яҡҡа таралған «Ләйсән» тиклем «Ләйсән»дә бейегән кешегә сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының фольклор бүлегенә имтихандар тотоуҙан башҡа сара ҡалмай. Икенсе курстан һуң уларҙың төркөмөн икегә − бейеүселәргә һәм йырсыларға айыралар. Шулай итеп, Айбулат Әһлиевҡа бейеүсе һөнәренең бөтә нескәлектәрен үҙләштерергә тура килә.
Тәпәй баҫҡан ауылы Батталда «Осҡон» ансамблен ойоштороу идеяһы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙерлек осоронда тыуа. Шул саҡтағы хакимиәт башлығы Радик Вахитов, уны саҡыртып алып, бәлки, тантанаға берәй бейеү, һалырһың, ти. Мәктәп балалары менән ҡыйыуһыҙ ғына әҙерләнә башлайҙар. Халыҡ тәүге бейеүҙәре «Марш»ты ихлас ҡабул иткәс, Айбулат ҡанатланып, ансамбль ойошторорға ниәтләй. Бөгөн уның тәүге ҡарлуғастары булған Вилдан Әһлиев, Альбина Әһлиева үҙҙәре башҡаларға бейеү серен өләшә. Эльза Таһирова, Лилиә Бирғәлина, Радмир Бирғәлин, Айгөл Түләева, Раян Суфиянов, Денис Әһлиевтар ҙа «Осҡон»доң тәүге сығарылышынан. Етәкселәре уларға ҡарап һоҡлана, улар менән ғорурлана, һәр яҡтан да шәп, яҡты маҡсаттарға ынтылып йәшәгән егет-ҡыҙҙар, тип маҡтай.
Ике йыл элек ансамблдең төп составын тәшкил иткән һигеҙ пар бейеүсе туғыҙынсы синыфты тамамланы. Тап улар менән Айбулат төп уңыштарға өлгәшкән: «Учалы йондоҙсоҡтары» конкурсында гран-при алғандар, республика кимәлендәге «Еҙ үксә»лә беренсе урынды яулағандар. Улар урынына уртансы составта бейегән ун пар килә, ҡалғандар − әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнә (ансамблдә һәр ваҡыт бер нисә тиҫтә бала бейей). Айбулаттың бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килгән балаларының иң өлкәне − Айһылыу ҡыҙы ла бейей. Айназ улы ғына түгел, өс йәшлек Яҙгөл ҡыҙы ла бейергә маташа. Әсәйҙәре Гөлнара, әллә был сабый ҙа, атаһына оҡшап, бейеүсе булырға итәме, үҙем кеүек йырсы ғына булһасы, тип уйынлы-ысынлы борсолоп та ҡуя. Кескәй Арыҫлан ғына әлегә бер ни белмәй йоҡлауын белә.
− Бейеү – минең тормошом, яҙмышым, − ти татыу ғаилә башлығы. − Остаздарым Рәис Низаметдинов, Муса Бирғәлин, Закир Ғарипов, Ринат Жамалов, Салауат Ғарипов, Фәсих Кәримовҡа рәхмәтлемен. «Ләйсән»дең етәкселәре Миҙхәт Алсынбаевҡа, Эльвира Ғибаеваға ла ярҙамдары өсөн рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Бына ошондай оло йөрәкле, сәнғәткә мөкиббән киткән кешеләр менән танышып, аралашып, бергә эшләргә яҙғанға шөкөр, тип йәшәйем.
Бейеү − халыҡтың күңел көҙгөһө ул. Шуға ла бар йөрәгемде биреп, балаларға шул хәҡиҡәтте өйрәтеү юлындамын: илке-һалҡы тыпырлатыр өсөн генә сәхнә түрен биләмәһендәр, бейеүҙең йәне булһын, тип тырышам.
Әйткәндәй
А. Әһлиев етәкләгән өлгөлө «Осҡон» халыҡ бейеүҙәре коллективы «Еҙ үксә» республика конкурсында үҙҙәренең йәш төркөмөндә гран-при яуланы. Бәйгегә йәш бейеүселәр «Ауылым йәштәре» һәм «Азамат» бейеүен әҙерләгәйне. Әлеге ваҡытта «Осҡон»да 39 бала бейей – был Баттал мәктәбенең бөтә уҡыусылары тиерлек. Конкурста иһә 9 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге ун дүрт пар сығыш яһаны.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»