RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул

27.04.2012 Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул

Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул
Бейеү... Сәнғәттең был өлкәһе һәр ваҡыт серле, мауыҡтырғыс донъя булып күренә. Танылған бейеүселәребеҙ – Рәшиҙә Туйсина, Радмир Бәҙретдинов, Зөлфиә ҡудашева, Риф Ғәбитов һәм башҡалар тормошобоҙҙо биҙәр өсөн генә килгән илаһи заттар кеүек. Республикала ун йыл элек тағы бер бейеү йондоҙо ҡабынды. Ул – Баймаҡ егете, бихисап республика конкурсы лауреаты Рафаэль Сәғитов. Байрам алдынан уның менән ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рафаэль, ҡасандан бейей башланың?
– Атайым ил һаҡсыһы булғанға күрә беҙ ҡаҙағстанда йәшәнек. Шунда 1-се класта уҡығанда тәүге тапҡыр дуэт менән ламбада бейеүен башҡарып, өлкә кимәлендәге бер конкурста гран-при яуланыҡ. Ул саҡта уның нимә икәнен дә аңламаным, әммә бейеү шунда уҡ күңелемдә урын алды.
Шунан беҙ Баймаҡҡа күсеп ҡайттыҡ. Өсөнсө класты бында уҡый башланым. Район мәҙәниәт йортонда Луиза Асҡарова “Ләйсән” бейеү ансамблен етәкләй ине, уҡытыусым мине шунда барырға өгөтләне. Мин шул ваҡытта: “ҡыҙҙар һымаҡ бейеп йөрөмәйем инде!” – тип ҡаса торғайным. Шулай ҙа ул күндер­ҙе: мин ансамблгә яҙылдым. 5-се класта тәүге тапҡыр яңғыҙ бейеүҙәр башҡара башлағайным, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин күреп ҡалып: “Әйҙә, “Ирәндек” ансамбленә лә йөрө!” – тип саҡырғайны, икеһенә лә йөрөнөм. 8-се класта Луиза Асҡарова Сибайға киткәс, беҙ ансамбль менән “Ирәндек” бейеү ансамбленә күстек. Йәйҙәрен агитбригада менән сығыш яһаныҡ.

– Динислам Исҡужиндың “Циалковский” бейеүен махсус рәүештә һинең өсөн һалғаны хаҡында ишеткәнем бар. Был бейеү баштан уҡ һиңә уңыш килтерҙе шикелле...
– 2000 йылда 10-сы класта уҡығанда “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” республика конкурсында ҡатнашыу өсөн Динислам ағай минең өсөн ошо бейеүҙе һалды. Бер ай буйы шуны өйрәндек, көн һайын нимәһен булһа ла үҙгәртә торғас, әлеге ваҡытта сәхнәләрҙә овация тыуҙырған бейеү килеп сыҡты. Һайлау туры Учалыла үтте. Унан үтеп, Өфөлә ҡатнашҡайным, гран-при, тигәс, аптырап киттем. Шунда бүләккә ошо магнитофонды алып ҡайттым. Ана, боҙолоп бөттө инде (көлә). Марсель ҡотоев унда йыр буйынса гран-при алғайны. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов беҙҙең хөрмәткә концерт ойошторҙо.
11-се класта уҡығанда Учалыға яңғыҙ бейеүселәрҙең IV республика конкурсына ошо “Циалковский” бейеүе менән барҙыҡ. Унда шул тиклем күп бейеүсе килгәйне. Мин бейеп сыҡтым. Конкурс тамамланғайны, урындарҙы бирәләр ҙә бирәләр. Кисәне ябыу өсөн һүҙҙе Учалы район хакимиәте башлығына биргәйнеләр, кәйефем төштө. Риф Мөхәмәтйәнов менән дуэт өсөн икенсе урын ғына булды. “Дуэтҡа урын булды, яңғыҙ бейеүем менән үтмәнем. Нисек оялмай ҡайтам инде?” – тип көйәләнеп тора инем, хакимиәт башлығы, барыһын да ҡотлап бөтөп: “Конкурстың гран-прийы Баймаҡтан Рафаэль Сәғи­товҡа бирелә!” – тигәйне, саҡ ҡолап китмәнем. Ыша­нып етмәй тора инем, эргәмдә торған конкурсанттар этеп-төртөп тигәндәй сәхнәгә сығарҙы. Төҫлө телевизор бүләк иттеләр. Ф. Ғәскәров исемендәге академия дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансам­бленең ул саҡтағы етәксеһе Риф Ғәбитов: “Рафаэль Сәғитов бөгөндән ансамблдә бейей башлаясаҡ”, – тип әйткәйне, шунда бик ныҡ аптырандым. Ансамблдә бейеү шундай буй еткеһеҙ хыял бит инде ул. Илшат Ситдиҡов: “Уҡырға бар, ярҙам итәбеҙ”, – тип торһа ла, мин ансамблде һайланым.
Бейеү сәнғәте – үҙе бер донъя ул

– Мәктәптән һуң тура хеҙмәт юлын башлағанһың... ҡурҡыныс булманымы?
– Эйе, тура ансамблдә эшләй башланым. Әммә бында оҙаҡ эшләргә яҙманы – Сибай филармонияһына эшкә күстем. Бында ла ике-өс ай ғына эшләгәйнем, “Далан” төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағолов үҙҙәренә саҡыра башланы. Гран-при алғас та, ул мине саҡырып, бер нисә тапҡыр гастролгә сығып килергә өлгөргәйнек. Өфөгә килһәм, “Далан” төркөмөнөң афишаларында минең исемем тора. Улар менән ял көндәрендә сығыш яһаным. Филармония директоры ул саҡта Зинфира Әбделмәнова ине. Артур ағай мине уның янына алып килде. Ул ышаныр-ышанмаҫ ҡараны ла: “Ю-уҡ, урамдан килеп ингән кешене эшкә алмайым, етмәһә, белеме лә юҡ”, – тип ҡырҡа ҡаршы төшөп, тыңларға ла теләмәне. Артур ағай, ныҡышып, уны кискеһен үтәсәк концертҡа саҡырҙы. Унда исемдәре киң билдәле артистар араһында мин “Циалковский”ҙы бейенем. Залда – овация! Үҙем аптыраным хатта. Иртәгәһенә ингәйнем, Зинфира Тимерхан ҡыҙы мине ҡушҡуллап эшкә ал­ды. Сибайға ҡайтып, саҡ эштән сығып, Өфөгә кире юлландым. Яңғыҙ бейеү буйынса карье­рам шунда башланды.

– Яңғыҙ бейеүҙәргә ҡарағанда дуэттар менән нығыраҡ танылғанһыңдыр, моғайын. Нисә партнер алмаштырҙың һәм кемеһе менән бейеү нығыраҡ оҡшаны?
– Партнерҙарым – Раушания Хәбибуллина, Әлиә Нурғәлиева, Айгөл Мөтиғуллина, Юлиә Ғәбитова... Мин “Каруанһарай” студияһына эшкә күскәс, унда Юлиә менән ете йылға яҡын парлы бейеүҙәр башҡарҙыҡ. Әлбиттә, барыһы менән дә яҡшы ғына бейенек, әммә Юлиә менән бейеүҙәребеҙ уңышлы сыға торғайны.

– Әлеге ваҡытта ҡайһы тарафтарҙа бейеүгә хеҙмәт итәһең?
– Бөгөн “Красноусол” шифаханаһында эшләйем. “Красноусол” тип аталған бейеү ансамблен етәкләйем. Хәҙер состав тағы ла тулыланды. Былтыр декабрь айында ”Байыҡ” телефестивалендә гран-при яуланыҡ.

– Үҙең бейеүҙәр һалаһыңмы?
– Юҡ. Бейеү һалыу өсөн уның фәлсәфәһен белеп, тамашасыға сығарыу шарт. Мин хәрәкәттәр йыйылмаһын сәхнәгә сығарыуға ҡаршымын. 2 – 3 бейеүҙең идеяһы миндә булды, әммә уларҙы аҙаҡҡа тиклем еткерергә кәрәк бит.

– Хореографтар ниндәй бейеү һала, һеҙ шуны бер һүҙһеҙ бейей инегеҙме?
– Хореографтарҙан ҡабул итеп алған 2 – 3 бейеү, башҡарған саҡта тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителмәгәнгә күрә, беҙҙең репертуарҙан төшөп ҡалды.
Юлиә менән икебеҙгә яҡшы хореографтарҙан бейеү һалдыртырға тырыша торғайныҡ. Мәҫәлән, Кавказ бейеүен беҙҙең өсөн Чечен Республикаһының мәҙәниәт министры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Декалу Музакаев үҙе килеп һалды. Беҙҙең заказ буйынса үҙенең итектәрен, кинжал, папаха, билдектәрен алып килде. Мексика бейеүен хәҙерге “Мираҫ” ансамбле етәксеһе Әлфиә Тимерғәзиева һалды. Ул Мексикаға барып, бейеүҙе өйрәнеп, кейемдәрен фотоға төшөрөп алып ҡайтып, беҙгә өйрәтте. Кантриҙы ла ул сәхнәгә сығарҙы. ҡалмыҡстанға йыш йөрөгән Рәфисә Мозафарова апай мәрхүмә беҙгә ҡалмыҡ бейеүен һалды. Ул бейеүҙе ҡалмыҡтар күреп: “Һеҙгә был бейеүҙе кем ҡуйҙы?” – тип иҫтәре киткәйне. Бейеү һалыу­сыларға бер ҡасан да аҡсаны йәлләмәнек.
– Юғары кимәлдәге бер бейеү яҡынса күпме тора?
– Бейеү һалыу – яҡынса 10 мең һум, аранжировка эшләтеү – 5 мең һум тирәһе. Бер дуэт кейеме 30 мең һумдан алып унан да ҡиммәтерәк тора. Беҙ кейемдәргә лә аҡса йәлләмәнек, һәр ваҡыт иң ҡиммәтлеһенән генә тектерә торғайныҡ. Бер саҡ Юлиә менән һанап ултырғайныҡ, 300 мең һумлыҡ кейемебеҙ бар икән, тип иҫәпләп сығарҙыҡ. Биҙәүестәр, макияж, грим был иҫәпкә инмәй. Улары – айырым сығым.

– Бер бейеү өйрәнеүгә күпме ваҡыт китә торғайны?
– Ике-өс көндә иркен өйрәнеп була. Ә Кавказ бейеүен бер көндә – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем – өйрәндек. Төшкөһөн ярты сәғәткә генә тәнәфескә туҡтап алдыҡ. Сөнки Декалу Музакаевҡа кискеһен ҡайтырға кәрәк ине. Киске сәғәт 6-ла худсовет йыйылды. Улар алдында бейеп йөрөй инек, ике аяғым да тотмай ҡоланым. Көнө буйы аяҡ осонда ғына бейегәс, өйрәнмәүҙән аяғым тартыша башланы. Декалу: “Бындай бейеүҙе бер көндә өйрәнгән кешеләрҙе күргәнем юҡ әле. Афарин! Хәл алғас, бейей аласаҡтар”, – тигәс, худсовет бейеүҙе ҡабул итеп алды. Бер аҙнанан был бейеүҙе сәхнәгә сығарҙыҡ та. Аҙаҡ был сәнғәт өлгөһө беҙҙең иң сағыу сығыштарыбыҙҙың береһенә әүерелде. Уны чечендар ҙа күреп һоҡлана торғайны. “Коньяк, шешлек була, ҡунаҡҡа килеп, бейеп күрһәтегеҙ!” – тип саҡырыусылар күп булды (көлә).

– Бейеүҙән башҡа ниндәй яратҡан шөғөлөң бар?
– Музыкаль яҡтан алғанда, йыр менән булышып алам, гитарала, фортепьянола, ҡурайҙа уйнарға мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәнгәйнем. Ә былай тормошта иң ярат­ҡан шөғөлөм – техника. Машина йүнәтергә яратам. Үҙемдең “иномарка”мды тотошлай һүтеп йыйҙым. Олатайым мәрхүм мине бәләкәй саҡта уҡ: “Эшләгәнең – миңә, өйрәнгәнең – үҙеңә”, – тип, машина йүнәткәндә гел янында йөрөттө. Шунда машина “ене” ҡағылғандыр. Гастролгә йөрөгәндә был шөғөлөм ярҙам итеп тә ҡуя. Юл йөрөгәндә төрлө хәлдәргә тарығаныбыҙ булды. Бер ваҡыт, ҡышҡы 30 градус һыуыҡта, Бөрйәндә сығыш яһап ҡайтып килгәнебеҙҙә, тауҙан остоҡ. Боҙ йырылып китеп, автобусыбыҙ Ағиҙел йылғаһына төшөп китте. ҡиммәтле аппаратурабыҙ һыуҙа йөҙөп йөрөй, автобус яртылаш сумған. Уның эсендә – сәхнә кейемдәре. Үҙебеҙ сығып өлгөрҙөк. Өс кеше бер-беребеҙгә тотонғанбыҙ, беребеҙ фонарь менән яҡтырта, өсөнсөбөҙ ҡулы менән автобусҡа тотонған. Трактор саҡыртып, саҡ сығарып, аппаратураны, кейемдәрҙе киптереп алдыҡ. Шундай хәлдәр ҙә булды инде (көлә).

– Күңелле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рафаэль. Һине Халыҡ-ара бейеү көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Һәр хәрәкәтең менән тормош фәлсәфәһен тамашасы күңеленә еткереп, иләҫләндереп, ошо сәнғәт өлгөһөнә тоғро булып, артабан да унан йәм һәм тәм табып йәшә!

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы