RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Елмерҙәк»тең уты дөрләй

20.04.2012 «Елмерҙәк»тең уты дөрләй

«Елмерҙәк»тең уты дөрләй
Баш ҡаланан ныҡ алыҫта, тау-урмандар араһында ятҡанғалыр инде, артист халҡы беҙҙең Белорет яҡтарына килергә ашҡынып торманы. Ауылдарыбыҙ сәхнәләрендә сәнғәт әһелдәренән бигерәк урмандарҙа айыу-мышыны осратыуы күпкә еңелерәк булды.
Үткән быуаттың 75-се йылдарында Өфө менән тура тимер юл бәйләнеше асылды, автотрасса сафҡа инде. Инйәр ҡасабаһы күҙгә күренеп йылдам үҫте. Белорет районы республиканың иң ҙур районы булһа, Инйәр ҡасабаһы − уның иң эре тормош усаҡтарының береһе. Заман талаптарына бөтә яҡтан да яуап бирерлек, ҡала мәҙәниәт һарай­ҙарынан һис тә ҡалышмаған мәҙәниәт йорто гөрләп тора. Тауҙарҙың ҡырыҫ холҡо һүлпәнерәк, күберәк йоҡо һимертеүселәрҙе өнәмәй. Шуға районыбыҙҙа бары тик сәмлеләр, үҙ һүҙле тырыштар ғына көн итә.
1998 йылда мәҙәниәт йортонда «Елмерҙәк» башҡорт үҙешмәкәр театры ойошторолдо. Уның художество етәксеһе итеп Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина тәғәйенләнде. Режиссер ең һыҙғанып эшкә тотондо. Өйҙән-өйгә йөрөп тигәндәй, артистар туплау уға ай-һай еңел булмағандыр. Түрәләрҙән дә ярҙам һорап бик күп йөрөргә тура килгәндер Сәғилә Сөләймән ҡыҙына.
Билет һатыуҙан килгән аҡсаны йыйып, дәртле артистар спектаклдәр өсөн костюмдар тектер­ҙе. Хәҙер бында костюмдарҙың ниндәйе генә юҡ, улар күҙҙең яуын алып тора. Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклен ҡарап сыҡҡас, оло йәштәге ике ҡатындың һөйләшеп торғанына аңғармаҫтан ҡолаҡ һалдым: «Тамашаның аҙағында илап ултырҙым. Әлиә Марс ҡыҙы шул тиклем ышандырырлыҡ итеп уйнаны, үҙем дә шул һуғыш яланында торғандай булдым. Бирһә бирә икән Хоҙай талантты». Был ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр инде күп йылдар театр труппаһында уйнаған 2-се башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Марс ҡыҙы Саматова тураһында. Район конкурстарында күп тапҡыр иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ номинацияһында еңеү ҙә яуланы.
Әйткәндәй, уның улы Динислам да, мәктәптә генә уҡып йөрөүенә ҡарамай, сәхнәлә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай. 20 үҙешмәкәр артистан торған труппала кемдәр генә юҡ.
Донъя мәшәҡәттәренә зар­ланмайынса, матур итеп йәшәй белгән кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундайҙар иҫәбенә иң тәүҙә ирле-ҡатынлы Шәүрә һәм Ришат Нәғимовтарҙы индерер инем. Ришат − милиция хеҙмәте ветераны, Шәүрә − уҡытыусы. Биш бала үҫтереүҙәренә, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрауҙарына ҡарамай, труппаның таянысы улар. Аңлы ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған, инде пенсия йәшендәге Роберт Хәйбуллин, Насир Әлибаев, Сәкинә Ғәлимоваларҙың йөрәктәре һис тә ҡартайырға теләмәй, йөҙҙәренә һырҙар ята башлаһа ла, күңелдәре йәп-йәш. Әлеге көндә театрҙа педагогтар ҙа байтаҡ. 2-се башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Иҙрисов, 1-се мәктәп директоры урынбаҫары Клара Вәлиева, һынлы сәнғәт уҡытыу­сыһы Рәфидә Ғарипова, уҡытыусы Тәслимә Ғарифуллина киләсәк быуынды тәрбиәләп кенә ҡалмай, сәхнә тормошо менән дә янып йәшәй. Һай, афарин!
Инйәр янғын һүндереү бүлексәһе хеҙмәткәре Өлфәт Йомаҙилов та, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә лайыҡлы, өс бала атаһы. Күберәк булһасы шундай кешеләр. Донъя ауырлығы бер аҙ кәмеп, күк көмбәҙе асыла төшөр ине.
Спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәгән Илнур ҡыямов хаҡында әйтмәй китеү яҙыҡ булыр. Матур сағыу тауышлы был егеттең тамашаларҙың уңышындағы өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 2007 йылда театр труппаһы «халыҡ театры» исеменә лайыҡ булды.
Инде өлгөрөп еткән артистар­ға «ҡолонсаҡ» балалар театрында алмаш үҫә. Балалар сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһай. Ярайһы уҡ өмөтлө, ышаныслы улар­ҙың баҫҡан аҙымдары. Ябай булмаған тормоштоң әсе елдәренә инде сынығып барған күкрәген ҡалҡан итеп ҡуя «Елмерҙәк» халыҡ театры. Әйҙә, көслө елдәрҙә лә һүнмәй, балҡып янһын ул ҡабыҙған мәҙәниәт уты.

Хәниф МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Инйәр ҡасабаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы