20.04.2012 Лиана БИКБАЕВА: “ЙЫРҘАРЫМ ЯҘМЫШЫМДЫ ЯҠТЫРТА, ИЛҺАМ БИРӘ”
Былтыр көҙ, Ишембайҙың киң йәмәғәтселеге ҡала көнөн билдәләргә йыйынған мәлдә, урындағы хакимиәт гимнға конкурс иғлан итте. Билдәле инде, ҡала көнөнә арналған байрам булғас, гимн да Ишембайға, уның шанлы үткәненә, бөгөнгө көнөнә, матур кешеләренә бағышланырға тейеш ине.
Гимнды ҡала байрамына өлгөрттөләр. Әҫәрҙең һүҙҙәрен билдәле шағир Риф Мифтахов яҙғайны. Ә бына музыкаһын исеме ишембайҙарға бик үк билдәле булмаған Лиана Бикбаева ижад иткән.
Лиана үҙе тыумышы менән Мәләүез ҡыҙы. Ижадҡа булған һөйөүе шунда бөрөләнгән. ҡаланың 8-се мәктәбендә уҡыған сағында уҡ йырларға, бейергә яратҡан Лиананы ата-әсәһе балалар сәнғәт мәктәбенә биргән. Эльмира Мезинова етәкселегендә фортепиано класында уҡыған һәләтле ҡыҙ шул ваҡытта уҡ бәләкәй пьесалар ижад итә башлай. Ә инде Салауат музыка училищеһында уҡыған йылдарында Лиана Ринат ҡыҙы башкөллө ижад эшенә сума.
– Йыр сәнғәтенең серҙәрен миңә етәксем Светлана Шелыгина өйрәтте, – ти Лиана, студент йылдарын иҫкә алып. – Тәүге йырҙарым тап ана шул йылдарҙа тыуҙы ла инде.
Салауат музыка училищеһын тамамлаған йәш белгесте Федоровка районының Бала-Сытырман ауылына эшкә ебәрәләр. Унда бер нисә йыл эшләп, ярайһы ғына тәжрибә туплаған Лиана тыуған ҡалаһына ҡайта. Мәләүездә уның Мәрйәм Күсмәева, Алһыу Ишемғоловаларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙары тыуа. Бер үк ваҡытта Лиана Яҡуп ҡолмой, Риф Мифтахов, Мөнир Иҡсановтарҙың шиғырҙарына ла йырҙар ижад итә башлай.
– Музыка яҙғанда аныҡ башҡарыусы менән эшләргә күнеккәнмен. Уның башҡарыу оҫталығын күреп, тауышын, тембрын ишетеп яҙһам, еңелерәк. Йырҙарым менән “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында сығыш яһап, Илфат Кинйәбаев, Заһир Ишкин кеүек йырсылар ҙур уңышҡа өлгәште. Әлеге ваҡытта мине Сәлимә Моратова, Искәндәр Ғәзизов менән ижади дуҫлыҡ ептәре бәйләй, – Лиана Ринат ҡыҙы, ноталар дәфтәренән күҙен алып, матур итеп йылмая.
Ишембайҙың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә районда һәм ҡалала йәшәүсе ветерандарға арналған концерт алдынан осрашҡайныҡ беҙ йәш композитор менән.
Лиананың нефтселәр ҡалаһына килеп эшләй башлауына ла оҙаҡламай ике йыл була инде. Бында ул әлеге үҙәктең художество етәксеһе вазифаһын атҡара.
– Һуңғы йылдарҙа милли мәҙәниәттәр үҙәгенең эше аҡһай башлағайны, – ти район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова. – Лиана Бикбаева килгәс, эш күҙгә күренеп алға китте. Ул бында тормош иптәше, ҡурайсы Кинйә Әхмәҙиев менән бергә эшләй. Икеһе лә – талантлы йәштәр, төрлө мәҙәни саралар ойоштороуҙа, конкурстар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтәләр.
Ветерандарға арналған концерт тамамланып та өлгөрмәне, милли мәҙәниәттәр үҙәгенә бер төркөм уҡыусы балалар килеп тулды. Лиана Ринат ҡыҙы минең менән уңайһыҙланып ҡына хушлашты ла, яңынан фортепиано артына ултырҙы. Уның эш көнө бөтмәгәйне әле.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең штаттан тыш хәбәрсеһе.
Ишембай районы.
Автор фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»