27.03.2012 Рухи бүләк
6 – 7 мартта Красногвардейск районы үҙәгендә – Плешанов ҡасабаһында Стәрлетамаҡ башҡорт театрының гастролдәре үтте
Был тарафтарҙа Стәрлетамаҡ артистары һирәк ҡунаҡ – һуңғы гастролдәр 1999 йылда үткән. Ул саҡта коллектив ырымбурҙарҙы Хәмзә Ниязиҙың "Һөйәркәмә кисен барам" комедияһы һәм театрлаштырылған тамаша менән шатландырған булһа, был юлы Мостай Кәримдең "ҡыҙ урлау" һәм Наил Ғәйетбайҙың "Һатам! Иремде һатам!" спектаклдәре менән сығыш яһаны. Спектаклдәргә, профессиональ артистарҙың сығыштарына һыуһаған тамашасылар гастролдәрҙе ысын мәғәнәһендә оло бүләк кеүек ҡабул итте. Плешанов мәҙәниәт йортонда үткән тамашаларға Красногвардейск районының Иҫке Юлдаш, Тәңес (Юғары Ильяс) һәм башҡа ауылдарынан да халыҡ ағылып килде.
– Театр коллективы килгәнен ишетеү менән шатланып килдек, ауылдаштарыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ. Беҙ бит спектаклдәргә шул тиклем һыуһағанбыҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Иҫке Юлдаш ауылында йәшәүсе Кәримә апай менән Булат ағай Килмеровтар. – Стәрлетамаҡ театры спектаклдәрен шул тиклем яратып ҡараныҡ. Артистарҙың оҫталығына, ихлас уйнауына һоҡландыҡ.
Һоҡланыуҙарын ырымбурҙар көслө алҡыштар менән иҫбат итте, артистарҙы сәскәләргә күмде. Күңелдәре лә, тормоштары ла бик матур Туҡ буйы башҡорттарының. Һәр береһе етеш донъя көтә, эштә уңғандар. Тырыш хеҙмәт менән бер рәттән, күңелле итеп йәшәй ҙә беләләр. Бөгөн Красногвардейск районында ете меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Был төбәк башҡорт әҙәбиәтенә сәсән Мөхәмәтша Буранғоловты, яҙыусы Дауыт Юлтыйҙы, шағир Ғабдулла Амантайҙы биргән. Урындағы халыҡ күренекле шәхестәребеҙҙең рухы, ялҡынлы ижады менән илһамланып, уларҙы хөрмәт менән иҫкә алып йәшәй. Мөхәмәтша Буранғолов исемен йөрөткән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан төрлө мәҙәни саралар, милли байрамдар, осрашыуҙар үткәрелә, фольклор коллективтары үҙ эшен алып бара. Тирмәләр ҡороп, милли аш-һыу әҙерләп, Ырымбурҙа үткән Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә, һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Халыҡ араһында оло абруй ҡаҙанған милли йәмәғәт ойошмаһын ун биш йылдан ашыу Хәҙисә ҡалмантаева етәкләй. Халыҡтың рухын күтәреүгә, милли хәрәкәттең йүнәлешен дөрөҫ билдәләүгә бар көсөн һәм күңелен һалып, бик әүҙем эшләй ул.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры гастролдәрен юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Красногвардейск районы хакимиәте башлығы Николай Чернышевҡа, район депутаттары советы рәйесе Салауат Буранғоловҡа, М. Буранғолов исемендәге район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәҙисә ҡалмантаеваға рәхмәт хаттары ебәрҙе. ҡаршы алған яҡ та коллективты, театрҙың директоры Таһир Тимерхан улы Искәндәровты халыҡ араһында милли мәҙәниәтте пропагандалағаны һәм юғары ижади әҫәрҙәр сәхнәләштергәне өсөн райондың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Ырымбур менән Стәрлетамаҡ театры араһында бәйләнеш өҙөлмәйәсәк. Киләсәктә был тарафтарға оҙайлы гастролдәр ойоштороу планлаштырыла. Яҡын аралағы осрашыу 20 майға билдәләнгән. Красногвардейск районы хакимиәте һәм ҡоролтайы Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистарын урындағы шағир Сөләймән Муллабаевтың шиғырҙар йыйынтығының исем туйына саҡырмаҡсы. Бындай бәйләнеш сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың изге рухын, әҙәби мираҫын, ул йыйып беҙгә ҡалдырған башҡорт халыҡ ижады ынйыларын һаҡлауҙа тағы ла бер аҙым буласаҡ.
Нәсимә СОБХАНҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»