RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илсеғолда ике ваҡиға

13.03.2012 Илсеғолда ике ваҡиға

Береһе – һөйөндөргәне

Ул көндө Миәкә районының Илсеғол ауылына халҡыбыҙҙың танылған ҡурайсыһы Роберт Юлдашев һәм уның „ҡурайсы” төркөмө музыканттары, йырсылары һәм бейеүселәре килде. Халыҡ тамашаға йыйылыу менән генә концерт башланып китмәне. Ә уларҙы бығаса күрелмәгәнсә һый-хөрмәт көтә ине. ҡыҙыҡ, ғәҙәттә, беҙҙә артистарҙың үҙҙәрен һыйлап ҡайтаралар. Был юлы иһә Роберт Юлдашев ҡорбан салдырып, уның итенән бешерелгән былау менән клубҡа килеүселәр һыйланды. Хуш еҫле ризыҡтан һәр тамашасы ауыҙ итте, Һәм сәхнәлә йыр-моң башланды.

Роберт Юлдашев ошондай хәйриә концерттарын әленән-әле үткәреп тора. Ноябрь айында ҡорбан байрамы уңайынан Әбйәлил районының Буранғол ауылында шундай уҡ матур тамаша күрһәткәйне. Унда ла ауыл халҡы ҡышҡы урамда ҡаҙанда бешкән ҡорбан ашынан ауыҙ итте һәм бушлай концерт ҡараны. Декабрҙә лә мәрхәмәтлек концерты менән сығыш яһағандары беҙгә билдәле. Уның нимәһе бар, тиер ҡайһы берәүҙәр. Хәҙерге заманда һәр тинен иҫәпләп йәшәүселәр барында Роберт Юлдашев кеүек, бәләкәй автобусҡа бөтә төркөмөн алып, аппаратураларын тейәп, юлға бензинына ла, ҡорбан итенә лә, уны әҙерләү өсөн кәрәк булған бөтә нәмәһенә лә, ике йөҙҙән ашыу тамашасыға бер тапҡыр файҙаланыла торған һауыттарына тиклем үҙ кеҫәһенән аҡса сығарған башҡа берәй артистың барлығын белмәйем. Һәм был бер генә тапҡыр ҙа түгел, ә йылына әллә нисә мәртәбә башҡарыла торған сауаплы ғәмәл. Шулай Хоҙай ризалығын алып йөрөгәнгә лә уның ижад юлында уңыштар йылмайып торалыр, күрәһең. Ошо көндәрҙә генә уға Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелеүенә бик ҡыуандыҡ.
Илсеғол ауылына килеүенең дә сәбәбе бар ине. Ул былтыр йәй ошондағы Нарыҫтау башында изге сәхәбәләр рухына ҡуйылған мөғжизәле ҡорамды асыу тантанаһында ҡатнаша. Һәм ошондай изге ерҙә йәшәүселәргә Мәүлит айында Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөндә байрам бүләк итергә уйлай.
Уларҙың сығышы хаҡында ауыл халҡынан да матурыраҡ итеп әйтеп булмаҫ. Шуға тамашасыларҙың фекерен килтереп үтәйек.
– Ауылыбыҙҙа тәүге тапҡыр шундай тамаша күрһәтелде. Быға тиклем берәүҙең дә ҡорбан ашынан ауыҙ иттереп, бушлай концерт менән сығыш яһағаны булманы. Музыканттарҙың уйнауынан беҙ үҙебеҙ йәшәгән төбәгебеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға кәрәклеген тойҙоҡ. Моңдоң көсө ҡөҙрәтле. Унда саҡырыу ҙа, оран да, өндәү ҙә ишеттек. Изге ниәт менән йөрөй­һөгөҙ, киләһе сәфәрҙәрегеҙгә лә Хызыр Ильяс юлдаш булһын, – тине ауыл китапханасыһы Рәшиҙә Мөхәмәтйәнова. Артабан һүҙҙе тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, хәҙер хаҡлы ялдағы Әлфирә Ниғмәтуллина алды:
– Ауылыбыҙға был тиклем дә оҫта музы­канттар­ҙың килгәне юҡ ине. Роберт Юлдашев ҡурайҙың бер яғынан да, икенсе яғынан да тотоп уйнай. Хатта уртаһынан, бер тишек булмаған ерҙән уйнаһа ла моң сығарыр төҫлө. Сәхнәлә баҫҡан ерендә ут уйната, бер урында баҫып тора алмай, тамаша залына төшөп китә. Ә анау дөңгөрҙә, думбырала уйнаған егеттәргә нисек һоҡланмайһың! Йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә иҫ киткес тамаша бүләк итте. Рәхмәт һеҙгә!
Изге айҙа ауыл халҡына шундай матур тамаша күрһәткәндәре өсөн ауылдың имам-хатибы Мансур Сәрйәров музыканттарға ҡөрьән Кәрим тапшырҙы.
Концерттан һуң ҡышҡы ҡараңғы күкте яҡтыртып фейерверктар балҡыны. Быныһы ла Роберт Юлдашевтың алып килгән күстәнәсе ине. Үҙҙәренең таланттары менән улар йыр-моң һөйөүселәргә мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә, балҡышлы кисә бүләк итте.

Икенсеһе – көйөндөргәне

Илсеғолдағы мәсет матур булып, манараһы әллә ҡайҙан күренеп тора. Мәүлит айында, етмәһә, Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөндә килеп тә иман йортона инмәй китһәк, гонаһ булыр ине. Был көндө Белореттан, Мәләүездән, Стәрлетамаҡтан, Сибайҙан Өфөнән һәм башҡа тарафтарҙан да, яҡын-тирә ауылдарҙан да изге сәхәбәләр ерләнгән урынға ҡунаҡтар килгәйне. Ауыл аҡһаҡалдары ла, ағинәйҙәре лә йыйылғайны. Вәғәздәр тыңлап, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп, изгеләр һәм әруахтар рухына аяттар уҡып, Мәүлит байрамы үткәргәндәр, байрам сәйе эскәндәр.
Нимә борсой икән һуң Илсеғол халҡын? Уларҙы ғынамы? Өфөнән килгән бер төркөм журналист, әлбиттә, был мәсьәлә менән дә ҡыҙыҡһынмай ҡалманы. Ошонда ишеткән-белгәндәребеҙҙе бәйән итәйек.
„Хәҙерге көндә ауыл икегә бүленде”, – тине мәсеткә килеүселәрҙән берәү. Ни өсөн тигәндә, Сәғүд Ғәрәбстанында уҡып, дини белем алып ҡайтҡан ҡайһы бер кешеләр Нарыҫтау башындағы изге ҡорамды емергән. ҡуйылған яҡтырт­ҡыстарҙы алып ташлап, иҙеп тапаған. Улар изге кешеләр ерләнгән урынға зыярат ҡылыуҙы ла дөрөҫ түгел тип уйлай.
Изге сәхәбәләр ерләнгән урынға ҡуйылған ҡәбер ташына ҡул һалғандар. Тау аҫтындағы шишмәнең эргәһендәге ҡойона торған йорттоң ишеген 150-лек ҡаҙаҡтар менән ҡағып, ҡара буяу менән „Тамуҡҡа тура юл!” тип яҙып ҡуйғандар. Мәсет алдындағы алты зәңгәр шыршының башын ҡырҡып, төбөнә һалып киткәндәр.
Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ. Нарыҫтау аҫтында ағып сыҡҡан шишмәне борондан зыярат шишмәһе тип йөрөттөләр, тип һөйләй ауыл халҡы. Бындай исем юҡҡа ғына бирелмәгәндер бит. Тимәк, тау башында изге сәхәбәләр ерләнеүе тураһында халыҡ хәтерендә һаҡланған мәғлүмәт бушҡа ғына килеп етмәгән. Борон-борондан был изге урындарға беҙҙең халыҡ ҡына түгел, Үзбәкстан, ҡаҙағстан яҡтарынан, башҡа төбәктәрҙән мосолмандар хатта дөйәләргә ултырып, алыҫ-алыҫтарҙан килер, изгеләргә, сәхәбәләргә зыярат ҡылыр булған. Аллаһы Тәғәлә ризалығына аяттар уҡылған. Сәхәбәләр һәм изге әүлиәләр ерләнгән тауҙың ниндәйҙер тылсым көсөн, ҡөҙрәтен тойған халыҡ. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, унда хатта бөтөнләй икенсе милләт, бүтән дин кешеләре лә килеп, тау башында ултырып, үҙҙәренсә доға ҡылып, йыһандан илаһи көс алған. Нурланып, яңы энергия туплап ҡайтыр булған. Хәҙер ҙә көнөнә бишәр-алтышар йөҙ кеше килгән осраҡтар күҙәтелә.
Нарыҫтауҙың үҙенә килеүселәрҙе мөғжизәүи ҡаршы алыуы хаҡында ла телдән-телгә күсеп йөрөгән хикмәттәр бар. Мәҫәлән, шуларҙың береһе: тирә-яҡта күк күкрәп, йәшен йәшнәп ҡойоп ямғыр яуғанда, изге тауға доға ҡылырға килеүселәрҙе аптыратып, улар өсөн генә ҡоро коридор асыла һәм ниәттәрен тормошҡа ашырғансы бер тамсы һыу төшмәй, өҫтән ниндәйҙер илаһи нур бөркөлгән кеүек була. Нурлы бағана төшкәне лә күренеп тора.
Изге шишмәгә килеп ҡойоноусылар йыл буйына етерлек көс алыуҙары, һыуынан шифа күреүҙәре хаҡында әйтәләр. Өфөлә йәшәүсе бик күп зыялының: „Нарыҫтауға барып ҡайтыр­ға кәрәк әле, быйыл шишмәһендә ҡойонманым бит”, – тип әйткәнен ишеткәнем бар.
Ана шундай изге ерҙәрҙе мәсхәрәләргә кемдәрҙең ҡулдары күтәрелгән? Үҙҙәрен мосолманмын тип һанаған кешеләрме? „Тамуҡҡа тура юл!” тип яҙып ҡуйыусылар был юлды кемгә күрһәткән? Үҙҙәренәме? Тик ошондай вәхшилек ҡылғандар ожмахҡа эләгерме? Мосолман башҡа кешеләргә зыян эшләмәй, ул – иманлы, шәфҡәтле. Динебеҙгә ситтән килгән ҡараш шулай аҙаштырамы уларҙы? Халыҡтың рухи хәтеренә ҡул күтәрергә нимә этәргән? Башҡа ерҙәге түгел, ә тап мәсет алдындағы алты шыршының башын ҡырҡып китеүселәр кемдәр? Әлбиттә, күңелдәре аҙашҡан бәндәләр. Башы киҫелгән ағастар хатта етдиерәк нәмәгә ишара яһай түгелме? Баш юҡ, тимәк, мәсьәлә лә юҡ. Уйлаһаң, уйылып китерлек. Тәүбә! Дин юлында йөрөгән мосолмандарҙың шундай эшкә ҡулы барамы? Юҡ, ул әҙәмдәр мосолман түгелдер, әлбиттә!
Аптыратҡаны шул: әлеге яуызлыҡ ҡылыусыларға ҡарата йәмәғәтселек тарафынан бер ниндәй сара күрелмәй. Илсеғол мәсетенең имам-хатибы Мансур Сәрйәров ауылдың аҡһаҡалдары, ағинәй­ҙәре менән бергә ул кешеләрҙе аңлашыр­ға, һөйләшергә саҡырһа ла, әңгәмә килеп сыҡмаған.
Уйлап ҡараһаң, бөтә төбәктә лә шундай изге урындар юҡ. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән мосафирҙарға үҙебеҙҙең милли эсемлектәребеҙҙе – ҡымыҙ, айран, буҙа, һөт-ҡатыҡ тәҡдим итеп, ризыҡтарыбыҙ менән һыйлаһаҡ (әлбиттә, бушҡа түгел), ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер инек. Бәлки, берәй эшҡыуар ҡабымхана, йоҡлап, ял итеп сығыр ҡунаҡхана ла төҙөп ебәрһә, әҙме-күпме эше лә, килеме лә булыр ине. ҡайһы бер төбәктәрҙә туризм менән генә көн иткән халыҡтар ҙа бар бит. Әллә нимәһе лә юҡ, ә күрһәтә, һөйләй беләләр. Ниңә беҙҙең башҡортҡа әҙерәк заман шарттарына яраҡлашмаҫҡа?!
Мосолмандар бер-береһенә ҡаршы көрәшеп түгел, ә берҙәм, татыу, дуҫ булып йәшәргә тейеш. Бер үк һыуҙы эсеп, бер һауаны һулап үҫкән бер ауыл балалары йәшәгән төбәгебеҙҙе, динебеҙҙе, рухыбыҙҙы уртаға бүлергә тейеш түгел. Быға ата-бабаларыбыҙҙың рухы риза булмаҫ!

Сәлимә ЯЛСЫҡАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы