RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » СӘХНӘЛӘ – аҫыл уҙаман!

13.03.2012 СӘХНӘЛӘ – аҫыл уҙаман!

СӘХНӘЛӘ – аҫыл уҙаман!
Ошо көндәрҙә Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Вәкил Барый улы Йосоповтың юбилей кисәһе уҙҙы
Элекке заманда республиканың сәнғәт учреждениелары ауыл халҡын спектаклдәрҙән мәхрүм итмәне: Салауат, Стәр­летамаҡ, Өфө, Сибай драма театрҙарының бөтә спектаклдәрен ҡарап, барыһы ла актерҙарҙы, сәхнә әҫәрҙәрен яттан белә ине. Хәҙер, үкенескә күрә, тамашасылар ҙа һүлпәнәй­ҙе, шул сәбәпле театрҙар ҙа элеккесә ауыл һайын гастролдәрҙә йөрөй алмай. Шуғалыр ҙа, бәлки, оло быуын кешеләре, Вәкил Йосоповты һаман да театр сәхнәһендә күҙ алдына килтерәлер. Әммә бына инде ете йыл ул Сибай дәүләт филармонияһын етәкләй, уға тиклем иһә бер нисә йыл «Сулпан» ҡурсаҡ театры директоры вазифаһын башҡарҙы, Өфө сәнғәт колледжының Сибай филиалы базаһында йәш актерҙарҙың бер нисә сығарылышын әҙерләп өлгөрҙө. Бөгөн ошо билдәле яҡташыбыҙ үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләп, филармонияға үҙенең тамашасыларын, дуҫтарын, туғандарын йыйҙы.
Халыҡ хәтерен яңыртыу ниәтенән, байрам кисәһе Вәкил ағай башҡарған ролдәрҙең персонаждары осрашыуынан башланып китте. «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Бәлеш», «Башмағым» – халыҡ һөйөүен яулаған был сәхнә әҫәрҙәренең барыһында ла төрлө ваҡыт­тар­ҙа Вәкил ағай уйнаған булған икән. Быны иҫбатлап, юбиляр тамашасыларҙы бөгөн дә йәштәрсә дәртле уйыны менән шатландырып, көлдөрөп алды. Хатта БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаты Зөфәр Ирғәле улы Еникеев сәхнәгә сығып уҡ юбилярға һоҡланыуын белдерҙе:
− Бынан утыҙ йыл самаһы элек «Париж егете Әлфәнис»тә уйнауыңды күреп, һоҡланып ултырғайным. Әле лә шул ваҡыттағы кеүек дәртлеһең дә ул, Вәкил?! ҡартайырға ашыҡма: Чарли Чаплин да, 80 йәшендә Софи Лоренды күргәс, их, ҡайҙа икән минең 70 йәшем, тип уфтанған тиҙәр бит әле.
Сибай мәҙәниәт һәм ял паркы директоры Сажиҙә Ғәниева ла юбиляр­ҙы ҡасан тәүге тапҡыр күреүен иҫләп алды:
− Вәкил ағай, мин 3-сө синыфта уҡыған саҡта, ауылға «Байрамбикә» спектакле менән Сибай драма театры артистары килгәйне. Һеҙ беҙҙең өйгә ҡуна төшкәйнегеҙ. Әлегеләй күҙ алдымда: бөгөнгөләй йәш инегеҙ, сәсегеҙ ҙә тап ошолай итеп таралғайны, пинжәгегеҙҙе элмәгенән тотоп яурынығыҙ аша ташлағайнығыҙ. Мин һеҙгә көйҙөрә-көйҙөрә бәрәңге ҡурып ашатҡайным. «Их, һылыуым, спектакль алдынан мине ауырытып ҡуймаһаң ярар ине», − тип клубҡа киткәнегеҙҙе хәтерләйем. Бөгөн миңә һеҙҙең менән бер юҫыҡта эшләү бәхете тейҙе.
Юбилярҙың хеҙмәтен баһалап, Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Баймаҡ, Әбйәлил район, Сибай ҡала хакимиәттәре вәкилдәре сығыш яһаны. Вәкил Барый улының йәшлек дуҫтары − курсташтары ла: Олег Ханов, Гөлшат Зиязетдинова, Салауат Итбаев, Зифа Баязитова, Хәлит ҡотлогилдин, Риф Сәйфуллин, Анфиса Хафизова ла килгәйне.
Фекерҙәштәренең юбилярҙы нисек ололауы һоҡландырһа, уҡыусыларының ихтирам менән ҡарауы шатландырҙы. Иҙел Аралбаев, Динар Ғөбәйҙуллин бар халыҡ алдында уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, йыр бүләк итте.
Вәкил Барый улына ҡотлауҙар ҡабул итеп тыныс ҡына ултырырға бирмәнеләр был көндө: сәхнәгә саҡырып бейеттеләр ҙә, йырлаттылар ҙа. Уға үҙенең эше, киләсәккә пландары хаҡында һорау бирергә форсат табылды.
− Театрҙан филармонияға күсеүегеҙгә үкенмәйһегеҙме, Вәкил ағай?
− Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә әҙерәк бошоноп алынғайны. Хәҙер иһә өйрәндем, был эшемде лә яраттым. Шундай уҡ ижади коллектив, шундай уҡ һәләтле артистар, шундай уҡ ҡыҙыҡлы идеялар, пландар, проекттар. Эшлә лә эшлә генә.
− Филармонияның ижади коллективы хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
− Беләһеңме, Сибай ҡалаһы башҡаларҙан нимәһе менән айырылып тора? Бында һәләтле йәштәр күп. Хатта йәштәрҙең күплегенә башҡа филармониялар ҡыҙығырлыҡтыр тип уйлайым. Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар беҙҙе ташлап Өфөгә киткәс, Сөмбөл Моратова, Баязит Байназаров, Ғаяз Ғәйетбаев «өлгөрөп етте». Дөйөмләштереп әйткәндә, 2011 йылда ғына 14 йәш артисты эшкә алдыҡ.
− Һеҙҙең актерҙар әҙерләү өлкәһендә эшләүегеҙ билдәле. Бөгөн килеп, ошо эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
− Элекке студенттарымдың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында ғына түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүенә шатланам. Бында минең өлөшөм дә барҙыр, тим. Динар Ғөбәйҙуллинды, Иҙел Аралбаевты күрҙегеҙ; Хәйбулла егете Айнур Асҡаров иһә Питерға сығып китте. Айнурҙың, күпме уҡыһам да, Вәкил ағай­ҙың дәрестәрендә өйрәнгәндән тыш артығын ала алманым, тигән һүҙҙәрен ишетеп, ихлас шатландым.
− Үҙегеҙҙең театрҙа эшләгән саҡтарығыҙҙан сығып, бөгөнгө тамашасыға ниндәй баһа бирер инегеҙ? Филармонияның концерт программалары кешелә ҡыҙыҡһыныу уятамы? Ғөмүмән, халыҡ сәнғәткә нисек ҡарай?
− ҡалала һәр яңы программаны ике тапҡыр күрһәтеп, тулы зал йыйып була. Артығын − юҡ. Ауылдар буйлап гастролдәргә йөрөйбөҙ. Әле бына яңыраҡ ҡына Баязит Байназаровтың бригадаһы Бөрйән районы буйлап гастролдә йөрөп ҡайтты. Тик, хәҙер ауыл халҡы концертҡа һүлпән йөрөй, шуға ла ҙур ауылдарға, район үҙәктәренә генә сығырға тырышабыҙ. Шулай ҙа сәнғәттең, милли мәҙәниәтебеҙҙең киләсәгенә өмөт менән бағам.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы