RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош – һынау ҙа, мәктәп тә

02.03.2012 Тормош – һынау ҙа, мәктәп тә

Тормош – һынау ҙа, мәктәп тә
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәйтүнә Ғәзизоваға – 75 йәш
Өлкәнерәк быуынға был исем бик тә яҡындыр. Музыка сәнғәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған эшмәкәр­ҙәрҙең береһе ул бөгөн үҙенең юбилейын билдәләүсе опера йырсыбыҙ.
Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зәки Мәхмүтов, Нәзир Әбдиев, Сажидә Ғәлимова, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар менән бергә рус классик музыкаһы һәм башҡорт халыҡ ижады традицияларына нигеҙләнеп аяҡ баҫҡан башҡорт операһын илебеҙҙә, донъя күләмендә танытыуға ҙур өлөш индергән Зәйтүнә Сабир ҡыҙы үҙенсәлекле бәрхәт меццо-сопрано тауышы менән генә түгел, ә үҙен сәхнәлә яғымлы ла, баҫалҡы ла тотошо, драматик артист һәләте һәм күркәм йөҙө, сағыу ҡарашы менән дә тамашасы йөрәген яулай. Өс тиҫтәгә яҡын йыл сәхнәнән төшмәне ул.
Зәйтүнә апай бала саҡтан ауыр тормош йөгөн йөкмәп үҫкән. Хәйбулла районының Айыулы ауылынан үҙе. Алдынғы ҡарашлы, белемле атаһы утыҙынсы йылдарҙа фажиғәле үлтерелә. Буласаҡ йырсының әсәһе Ситдиҡа Исмәғил ҡыҙы яңғыҙы алты бала менән тороп ҡала. Дини тәрбиәлә үҫкән ҡатын үҙендә көс һәм сабырлыҡ табып, балаларын аяҡҡа баҫтыра. Ире Сабирҙың, ниндәй генә осорҙа йәшәмәйек, тик балалар белем алырға тейеш, тигән васыятын үтәй әсәй кеше. Төпкөл ауылдан, дөрөҫөрәге, бөгөн юҡҡа сыҡҡан Айыулы ауылынан оло сәнғәт әһеле сығыр, тип ул саҡта башҡа ла килтермәгәндәрҙер. Тик үткән ғүмер юлын иҫкә алып йырсы былай тип ҡуя:
– Тормош, бер ҡараһаң, һынау ҙа ул. Һәр ерҙә кәртәләре, көс етмәҫ йөгө, аслыҡ-яланғаслығы менән кешене бөккән кеүек. Икенсе яҡтан ҡараһаң, тормош – оло мәктәп тә. Изге күңелле кешеләре, матур ваҡиғалары, онотолмаҫ осрашыуҙары, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре менән! Шағирҙар кеүек әйтә лә ҡуя Зәйтүнә апай. Баҡһаң, ул шиғырҙар ҙа ижад итә икән. Юғары сәнғәт төрөндә хеҙмәт иткән кешенең шиғри телдә һөйләшеүе ғәжәп тә түгел инде, уйлаһаң.
Изге күңелле кешеләр тигәндән, ауыл ҡыҙы интернатҡа ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Мостафина фатихаһы менән урынлаша. Интернат уның бар тормошон үҙгәртә лә. Тәрбиәсеһе Кәримә апай Ибраһимова ҡыҙҙың тауышына иғтибар итеп, мәктәп сәхнәһендәге һәр сығышына үҙ баһаһын биреп дәртләндереп тормаһа, Зәйтүнә, бәлки, башҡа юлды ла һайлаған булыр ине. Шуға һәр мәлдә кәрәк һүҙҙе әйтә белергә лә кәрәк шул. Үҙенең йырсы булыу хыялын тормошҡа ашырыр ышанысы тыуғас, ҡыҙ Урал консерваторияһына юллана. Унда уны үҙ фәрештәһе көткән икән: вокал буйынса педагог Нина Уткина Башҡортостандан килгән ҡыҙҙы үҙ балаһылай күреп ҡурсалай, сәнғәт серҙәренә мөкиббән бирелеп төшөндөрә.
– Мин тыуғас, әсәйем, бәхетле булһын, юлында Хызыр Ильяс юлдаш булһын, тигәндер тим, – тип һөйләй бөгөн Зәйтүнә Сабир ҡыҙы, ихлас йылмайып. – Атаҡлы дирижер, режиссерҙар Ярослав Вощак, Роман Тихомиров, Рауил Мартынов, Валерий Руттер, Ильмар Лапиньш һәм башҡалар етәкселегендә эшләү оло бәхет тәбаһа. Үҙебеҙҙең атаҡлы йырсыларыбыҙҙан башҡа, Булат Минжилкиев, Борис Штоколов, Тамара Милашкина, Галина Калинина, Александр Ведерников кеүек күренекле опера йырсылары менән бер сәхнәгә сығып йырлау һәр кемдең дә өлөшөнә төшмәй, тип ҡуям бөгөн.
Аҡыллы һәм хәстәрлекле әсә лә йырсы. Улы Марат Ғәзизов – республикала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Үҫеп килгән ейәне Айбулатҡа оло өмөттәр бағлай өләсәй.
– Бала тәрбиәләгәндә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәргә таянырға кәрәк. Олоно – оло, кесене кесе итә белеү, аҡты ҡаранан айыра белеү кеүек ғәҙәти ҙә һәм бер үк ваҡытта үтә мөһим йәшәү ҡағиҙәләрен һәр саҡ үҙең, яҡын кешеләрең миҫалында аңлат­һаң, балаға нығыраҡ һеңә. Унан һуң халыҡтың телен, тарихын, йырҙарын да, динде лә белгән тиклем балаға һеңдереү зарур тип уйлайым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты юбиляр.

Морат ЙӘДКӘРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы