RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көйөнөстө һөйөнөскә әйләндереү үҙебеҙгә бәйле

24.02.2012 Көйөнөстө һөйөнөскә әйләндереү үҙебеҙгә бәйле

М. Ильясовтың 2009 йылда «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Халыҡ менталитеты: һөйөнөсмө, көйөнөсмө» тигән мәҡәләһен яңынан ҡарап сыҡтым һәм шундай һығымтаға килдем.
Коммунистар тарафынан дин ныҡлы тыйылып, уның урынына балалар өсөн Павлик Морозов образындағы идеологик тәрбиә урын алды. Уйлаһаң. бындай тәрбиәнең төп маҡсаты − бала менән ата-әсәне ҡапма-ҡаршы ҡуйыу. Был, әлбиттә, яҡшыға килтермәне. Сөнки ата-әсә баланы тоғролоҡҡа өйрәтһә, мәктәп балаларҙы донъялағы иң ғәзиз кешеләрҙе – ата-әсәне һатырға өйрәтте. Хәҙерге ваҡытта, беҙ шуның емештәрен йыябыҙ ҙа инде. Балаларҙы ике йөҙлөлөккә өйрәтте ул. Киләсәктә хәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшәсәк һәм халҡыбыҙ тәҙрә ҡорғанын күршеһе ингәндә генә түгел, хатта яҡын туғаны килгәндә лә асып ҡарамаясаҡ.
Халыҡтың матур сифаттары юғалыуына михнәттәр, иҙелеү, таланыу ғына сәбәп түгелдер ул. Уны ҡырыу, язалау ҙа халыҡты бары тик ҡурҡытыу өсөн генә булмағандыр. Минең­сә, уның төп маҡсаты – халыҡ араһынан сыҡҡан «иң-иң»дәрҙе юҡ итеү. Ул замандарҙа «Атаһы өсөн бала яуап бирмәй» тип тормағандар бит. Аҫылдарҙың үҙҙәрен генә түгел, ғаиләһен, туғандарын, нәҫел-нәсәбен эҙәрлекләп ҡыр­ғандар. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында булған ике йөҙлөләр, ҡурҡаҡтар, һатлыҡтар әллә ни зыян күрмәгән. Минеңсә, халыҡтың иң һәйбәт кешеләрен ҡырыу ошо халыҡтың генофондын бөтөрөүгә килтергән. Тамсы тама-тама, таш тишә, тиҙәр. Быуаттар буйы алдынғы кешеләрҙе нәҫел-нәсәбе менән ҡыра килеү халҡыбыҙҙың бөтөнләй икенсе сифатҡа эйә булыуына тағы бер сәбәп түгелме икән? Аҫылдарҙы ҡырыу асылыбыҙҙан тайпылыуҙың тағы ла бер сәбәбе түгелме?
Кешеләрҙең йөрәгендә кәмһенеү комплекстары кешенең ҡурҡыуынан йәиһә ике йөҙлөлөгөнән генә килмәйҙер. Уның төп сәбәбе, бәлки, халыҡтың үҙ тарихын, үҙенең арҙаҡлы шәхестәрен белмәүгә һәм заманында ил етәкселеге тарафынан, «капитализм ҡалдығы» тип, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тыйыуға ҡайтып ҡалалыр, тип уйлайым. Әлеге көндә лә мәктәптәрҙә йәш быуынға халҡыбыҙ тарихы етерлек өйрәтелмәй. Әгәр ҙә тормош артабан да ошолай үҙгәрешһеҙ дауам итһә, ике быуындан һуң башҡорт теле бөтөнләй бөтәсәк һәм беҙ ҙә, мишәр­ҙәр кеүек, деградацияға дусар буласаҡбыҙ. Бил­дәле, тел бөтһә, ил дә бөтәсәк. Әлбиттә, хәлдең ҡайһы яҡҡа үҙгәреүе ябай халыҡҡа ҡарағанда хөкүмәтебеҙҙең һәм зыялыларҙың эшмәкәрлегенә нығыраҡ бәйле. Әйтәйек, ил башлыҡтары халыҡтың телен йүнле-рәтле белмәй икән, уларҙан нимә өмөт итеп була? Ошондай сәбәптәр сәскә тамырынан яралып, дегәнәк булып үҫеүгә килтермәйме ни?
М. Ильясовтың: «Асылы­быҙ­ға ҡайтыу йәһәтенән бер нәмә лә эшләргә тырышмайбыҙ тиерлек», − тигән фекере менән дә тулыһынса килешә алмайым. Сөнки илебеҙҙә сығарылған закондар халыҡ мәнфәғәтенә түгел, бары тик сәйәсәткә генә бәйле. Баланы һөйләшә башлар-башламаҫтан туған теленә өйрәтмәй, рус теленә өйрәтеү, мәктәптәрҙә рус теленә өҫтөнлөк биреү − былар­ҙың барыһы ла тик хөкүмәт тарафынан эшләнгән эш. Минең аңлауымса, бала туған телендә уҡый икән, ул сит телдән башҡаһын тулыһынса үҙ телендә өйрәнергә тейеш. Беҙҙең Башҡортостанда, киреһенсә, аҙнаһына бер-ике сәғәт башҡорт телен уҡытыуҙы башҡортса уҡыуға һанай­ҙар. Балалар башҡорт мәктәбен тамамлап та, йүнле-рәтле башҡортса һөйләшә белмәй. Сөнки рус теле өҫтөнлөк итеүгә бәйле, балалар русса фекерләргә өйрәнә һәм башҡортса һөйләр алдынан ул үҙ фекерен руссанан башҡортсаға тәржемә итә. Ә инде туған телен тулыһынса өйрәнмәгәс, дөрөҫ итеп тәржемә лә яһай алмайҙар. Башҡортса һөйләшә белмәгән кешенән киләсәктә нимә өмөт итеп булыр икән? Асылыбыҙға ҡайтайыҡ тиһәк, иң тәүҙә балаларыбыҙҙы ысын башҡорт итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн балаға иң тәүҙә әсә телен өйрәтергә кәрәк. Ошо йүнәлештә властар һәм зыялыларыбыҙ ҙа күп кенә көс сарыф итергә тейеш.
«Яҡшы әсә иламаған баланы ла онотмай», − тиҙәр. Тимәк, беҙҙең хөкүмәтебеҙгә яҡшы әсә булыр­ға өйрәнергә кәрәк. Үрҙә яҙып үткән шарттарҙы урын-еренә еткереп үтәгәндә генә, беҙ үҙ асылыбыҙға ҡайта алабыҙ.

Сабит ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Мораҡ – Һөйөш.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы