21.02.2012 Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ
Ғалимдар араһында: «Башҡорт теле» «ҡыҙыл китап»ҡа ингән», − тип кемеһелер ҡыуанғандай, кемеһелер моңайғандай үҙ ҡарашын белдергәс, мин дә тетрәнеп ҡуйҙым. Йөрәгемдең бер тамыры өҙөлгәндәй булды. Каруанһарайыбыҙҙы тартып алдылар. Башҡортостандың бар байлығы инвесторҙар ҡулында. ҡайҙа һин, башҡорт халҡым? Мәктәптәребеҙҙе ябалар, булғандарында ла башҡорт телмәрен өйрәнергә ярым-йорто ғына сәғәттәр бирелә. Илдең Төп Законы һанға һуғылмай. Туған телдә белем алыуға үҙ хоҡуғыбыҙҙы яулайһы бар әле. Андрей Фурсенко − Аллаһ түгел. Министр булараҡ биләмәләрендәге күпме мәктәпте юҡҡа сығарҙы. Берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) менән күпме уҡыусыны наҙан ҡалдырҙы. Белем биреүҙең сифаты йылдың йылына кәмей бара. Ана шуны Кремлдәге ҙур түрәләр, Дәүләт Думаһындағы депутаттар күрмәмешкә һалыша. Күрерҙәр ҙә ине, ултырған креслоһынан төшөп ҡалырмын тип ҡурҡалар.
Ошоларҙан сығып шундай һорау тыуа: бармы илдә милләттәрҙең тиң хоҡуғы? Бармы илдә туған телдәрҙең тиң хоҡуғы? Үкенескә күрә, закон үҙенә башҡа, тормош үҙенсә һаман да хәйерселек һуҡмағынан барыуын дауам итә.
Уҡыусыларҙың ниндәй милләттән булыуын иҫәпкә алып, һәр мәктәп, һәр уҡыу йорто уҡыу планын үҙе төҙөргә тейеш. Юғарынан төшкән, туҙға яҙмаған уҡыу планы баланың белем алыу сифатын бары тик түбәнәйтә генә.
Башҡорт телмәре – бик тә боронғо телмәр. Унда героик эпостар, әкиәттәр, тарихи ҡомартҡылар, ҡобайырҙар, халыҡтың йыр поэзияһы, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар стиле ята. Ана шул төрлөлөк телмәребеҙҙе байыта, моңло итә. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһында, яҙыусыларыбыҙҙың төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрендә туған телмәребеҙҙең бик бай һүрәтләү саралары тупланған. Башҡорттар бер үк эш-хәрәкәтте лә айырым һүҙҙәр аша һүрәтләгән. Мәҫәлән, балтаны сарлайбыҙ, бысаҡты ҡайрайбыҙ, салғыны яныйбыҙ, бысҡыны тешәйбеҙ, тимерҙе игәйбеҙ.
Туған телмәребеҙҙең байлығы, моңо, һүрәтләү саралары менән шағирыбыҙ ҙа ғорурлыҡ хис-тойғоһо кисергән. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсә телебеҙ тураһында Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Динә Талхина талпынып-һоҡланып шиғырҙар яҙған. Туған телмәребеҙҙең моңон, ҡаһарманлығын («Тел – тере шишмә, үлмәгән – бөгөнгә еткән» (Б. Бикбай) данлаған шиғыр-васыяттарын ҡалдырған.
Туған телмәребеҙҙең бөгөнгө аяныс хәлен уйлап баш ватып ултырған саҡта, танылған шағирә Динә Талхинаның «Мин – аҡтамыр» тип аталған шиғырҙар йыйынтығына күҙ йөрөтөп сыҡҡас, зиһенем асылып киткәндәй булды. Шиғырҙарында аҡтамырҙың алтын тамырҙарын күреп ҡыуандым. Ана шул алтын тамырҙарҙың береһе – туған тел. Халҡымдың төп хазинаһы, этномәҙәниәтебеҙҙең нигеҙе булып, уның сәскә-гөлдәргә, гәүһәр-ынйыларға, ҡоштар һайрауына тиң туған теле, әсә телмәре бар. Әсәм теле – сәсән теле, атам теле – ватан теле, ти халыҡ аҡылы.
Динә Талхина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртә китеп барҙы. Ауыр тупрағы − еңел, йәне йәннәттә булһын.
Шағирә башҡорт теленең әһәмиәтен, асылын, мәғәнәһен, йәшәйештәге ролен үҙ уҡыусыларына аңлатырға тырыша. Ул телдең философик, психологик тәбиғәтен, культурологик асылын, тормоштағы урынын образлы һүҙ, һүрәтләү саралары аша сағылдыра алған.
Туған телдең ҡото, бәҫе тураһында һәр халыҡтың данлыҡлы шағирҙары үҙ заманында яҙып ҡалдырған. Тел – тарих, быуындар, йәмғиәттәр бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара.
Шуға ла шағирә туған теле менән ғорурлана. Туған теленең башҡорт теле булыуы өсөн ҡыуана. Шатлыҡ, хис-тойғоно офоҡтарының киңлеген туған теленең моңонда күрә.
Сағыштырығыҙ, мәҫәлән, бына уның «Башҡорт теле» тип аталған шиғыры:
Йәшен булып ялтлар тел.
Дары булып шартлар тел.
ҡоштар булып һайрар тел.
Бүре тешен ҡайрар тел.
Елдәр булып иҫер тел.
Бауырҙарҙы киҫер тел.
ҡояш булып балҡыр тел.
ҡая булып ҡалҡыр тел.
Йөрәктәргә үтер тел.
Ваҡыттарҙы тетер тел.
Аҡтамырҙай
йәйелеп,
Йөрәктәргә
үрелер,
Башҡорт тигән
йәндәрҙә
ҡабат-ҡабат
терелер!
Бына ҡайҙа ята ул ижадтың көсө, йөрәк ялҡынының тере ҡуҙҙары. Иғтибар итегеҙ: автор «Бүре тешен ҡайрар тел» тип юҡҡа әйтмәгән, минеңсә. Бүре тип аталған бик тә боронғо бихисап хун-һун ҡәбиләһенең эсендә, баш ҡәбилә булып, башҡорттарҙың тороуына ишара түгелме икән? Ни өсөн тигәндә, ҡорт һүҙен ҡәбилә, берләшмә, ырыу, туп, ҡор, берлек (союз) тип аңлау кәрәктер. «Бүре тешен ҡайрар» – сағыштырыу ул. Әммә ул ябай сағыштырыу, тиңләү түгел, ә ассоциатив сағыштырыу тип ҡабул ителә. Икенсе төрлө әйткәндә, ул – төрлө психик (рухи) хәл (тойғо, уй, фекер) араһында эҙмә-эҙ бәйләнеште булдырыусы сағыштырыу.
«Бүре тешен ҡайрар тел» тигән сағыштырыуы туған телебеҙҙең көсөн дә күрһәтә, боронғолоғон да сағылдыра. Бүре тешен ҡайрар, йыландарҙы арбар туған телебеҙҙең, әсә телмәренең моңон, мәғәнәһен хәтеребеҙҙән сығармаһаҡ ине.
Миңә йыш ҡына телефондан шылтыратып, һорауҙар бирәләр: «Ниңә гәзит-журналдарҙың теле урыҫлашып бара? Ниңә үҙебеҙҙең телмәр ҡалыптарын онотабыҙ?» Һорауҙар уйландыра, әлбиттә. «ҡояш кеүек балҡыр тел»ебеҙҙең йәшәү рәүешендә ныҡлы урын алған ынйы бөртөктәрен белеп еткермәйбеҙ, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәби теленең стилистикаһын боҙоп һөйләү һәм яҙыу күҙәтелә. Мәҫәлән, күк есемдәре бер ҡасан да сыҡмай, йә батмай. ҡояш сыға һәм бата тип һөйләү һәм яҙыу дөрөҫ түгел. Шулай уҡ Ай сыға йә бата тип әйтеү әҙәби тел нормаларына тап килмәй. ҡояш сыға, тип әйтһәң, үҙеңдең ике күҙең сыҡһын, тип ҡарғай, тиҙәр. ҡояш бата, тип һөйләһәң, һин үҙең бат, тип, үпкәһен белдерә, тиҙәр. Шуға күрә, ҡояш ҡалҡа, ҡояш байый, Ай ҡалҡа, Ай байый, тип һөйләү һәм яҙыу әҙәби тел нормаларына тап килә. Башҡорт халҡының йыр поэзияһына мөрәжәғәт итеү ҙә был фекергә ҡеүәт:
Ай янында яҡты йондоҙ –
Минең йондоҙом ғына.
Ай байыһа, ул да байый,
ҡалам яңғыҙым ғына.
Тимәк, Ай менән ҡояш ҡына түгел, хатта йондоҙҙар ҙа ҡалҡа һәм байый.
Урыҫтарға эйәреп, «еңел быу менән!» тип әйтеү ҙә башҡорт теленең телмәр этикетына көлөп ҡарау булыр ине. Башҡорттарҙа борон-борондан мунса инеп сыҡҡан кешегә «Мунса арты еңел булһын!» тигән теләк белдергәндәр. Ундай изге теләктәр телмәрҙә йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡул артың еңел булһын, әйткән һүҙеңдән ҡыуан, әйткәнең килһен, телеңдән ҡыуан, аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын, ике донъяның рәхәтен күреп йәшә, балаларыңдың изгелеген күр, ауыҙыңа бал да май һәм башҡалар.
Ун ике циклдан торған йәнлектәр исеме менән йөрөтөлгән йылдарҙы яҙған саҡта ла, рус теленә эйәреп, ул атамаларҙы боҙоу ҙа күҙәтелә. Көнсығыштан килеп ингән тарихи аҡылға хилафлыҡ ҡылабыҙ түгелме ни? Донъя фәнен аяҡҡа баҫтырыуҙа һәм артабан үҫтереүҙә Көнсығыш ғалимдарының, уҡымышлыларының ҡаһарманлығын оноторға ярамайҙыр. Барлыҡ фән һәм техник үҫештәрҙең тәрән тамырҙары Көнсығышҡа барып тоташа. Көнбайыш ғалимдары ана шул бөйөк мираҫты ни бары үҙләштергән генә.
Боронғо йыл исемдәрендә һыйыр йылы бар, ә үгеҙ йылы юҡ. Шулай уҡ тауыҡ йылы бар, әтәс йылы юҡ. Йылҡы йылын ат йылы тип яҙыу ҙа дөрөҫ түгел. Сусҡа йылын ниңә ҡабан йылы менән алмаштырып яҙырға инде? ҡабан һүҙенә тағы ла сусҡа һүҙен ҡушып яҙыу ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй. ҡабандың ҡыр сусҡаһы икәне бөтә илгә мәғлүм. Мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең бер шиғырында былай тип яҙа:
Һөйләһә һөйләй бирһен ҡара
табан,
ҡушылмаҫ аҡ маралға ҡара
ҡабан.
ҡабан һүҙе үҙе үк – төрки халыҡтарының һүҙе, шулай уҡ башҡорттоҡо ла. Ырымбур өлкәһендә ҡабан тигән башҡорт ауылы бар.
Гәзит биттәрендә урын алған рәсми материалдарҙа «план эшләү», «планды эшкәртеү» кеүек ҡолаҡҡа ятмаған һүҙбәйләнештәр ҙә осраштыра. Уны хатта төҫлө хәрефтәр менән биҙәп тә ҡуялар. Билдәле булыуынса, башҡорт әҙәби телендә план төҙөү, план ҡабул итеү, планды үтәү, планға төҙәтмәләр индереү, план ҡороу һүҙбәйләнештәре ҡалыплашҡан. Шул ҡалыптан ситләшмәйек.
Бай телмәребеҙҙе теләһә ниндәй уйҙырма һүҙҙәр менән сыбарламаһаҡ икән. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында башҡорт телен өйрәнеү бөтөүгә табан бара. Рәсәй чиновниктары туған телдәрҙе бөтөрөү сәйәсәтен бойомға ашырырға тырыша, йәғни үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба. Башҡортостанда бәғзе берәүҙәр шул балтаны сарлап ҡына тора. Милли телдәр бөтһә, Рәсәйҙең үҙе лә бөтәсәк. Быға һуҡыр күрәҙәсе кәрәкмәй.
Телмәребеҙҙең күркәмлеген тел-тештән һаҡлаһаҡ ине. Исмаһам, Халыҡ-ара туған тел көнөндә әсә теленә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»