RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рухиәт, мәҙәниәт һәм ял урыны ла ул

10.01.2012 Рухиәт, мәҙәниәт һәм ял урыны ла ул

Рухиәт, мәҙәниәт һәм ял урыны ла ул
Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһының үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы булдырылыуға 105 йыл тулды. Бындай китапхананың асылыуы һәм бөгөнгәсә эшләүе бөтә Рәсәй тарихында үҙенсәлекле күренештер тип уйлайым. Шуға ла иҫтәлекле дата уңайынан «түңәрәк өҫтәл», тантаналы сара, концерт ойошторолоуы ла ғәжәп түгел.
Китапхананың ҙур уҡыу залында уҙғарылған «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙе М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, филология фәндәре кандидаты ҡамса Мортазин алып барҙы. Бында, китапхана хеҙмәткәрҙәренән тыш, Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәхрәгөл Ғатауллина, Арғаяш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айҙар Ишбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов, шағир Ришат Садиҡов, ҡоншаҡ район китапханаһы директоры Дамира Нәжметдинова һ.б. әүҙем ҡатнашты. Юбиляр китапхана мөдире Көнһылыу Әйүпованың сығышынан һуң ысын дискуссия башланды. Ни өсөн тигәндә, Силәбе властарынан ярҙамдың булмауы, Башҡортостан яғынан тейешле ойошмаларҙың иғтибары һүрелеүе мәсьәләләре күтәрелде. Мәҫәлән, йыш ҡына үтеп торған сараларға властар бер ниндәй ҙә матди ярҙам күрһәтмәй, бағыусыларҙы хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә эҙләргә тура килә икән. Арғаяш башҡорт халыҡ театрына режиссер һорап беҙҙең республикаға ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәй, тип үкенес белдереп һөйләне сығыш яһаусылар. Ошо юбилей сараларына Башҡортостан яҙыусыларының килмәүе лә аптыратҡан силәбеләрҙе. Ә Арғаяш педагогия колледжының, Силәбе дәүләт университетында башҡорт бүлегенең бөтөрөлөүе барыһын да хафаға һалған. Артабан нисек булыр, тип көйәләнә урындағы башҡорттар. Әлеге «түңәрәк өҫтәл»гә өлкә баш ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы начальнигы Виктор Ериклинцевтың килеп, артабан китапханаға ярҙам итәсәктәре хаҡында белдереүе генә өмөт уятты.
Китапханаға китап бүләк итеүҙе үҙемдең бурысым һанап, «Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы» тигән китабымдың ун данаһын ҡалдырҙым, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән дә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙым.
Шәйехзада Бабич исемендәге китапхананың юбилейына арналған тантаналы кисә «Силәбе трактор заводы театры» тип аталған матур һарайҙа үтте. Тәбрикләргә килеүселәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙарының, бүләктәрҙең осона сығырлыҡ булманы. Рус, башҡорт, татар телдәрендә әҙерләнгән концерт та күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирҙе.
Әйткәндәй, китапхана төрлө милләт вәкилдәренең ял, мәҙәни, рухи, интеллектуаль аралашыу урынына әйләнгән. Китап фонды 100 мең данаға еткән. Ошонда балалар бүлеге, этнографик музей булдырылыуы ла маҡтауға лайыҡ. «Шишмә» клубы, «Хазина» фольклор ансамбле лә эшләп килә.
Атаҡлы башҡорт улының исемен тулыһынса аҡлау өсөн был китап йортона киләсәктә Шәйехзада Бабичтың ҙур портретын, һынын да урынлаштырыу яҡшы булыр ине.

Әсләм АРЫҪЛАНОВ,
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайы активисы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы