10.01.2012 «Был донъяны нисек яратмайһың?»
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – 25 йыллыҡ ижад юбилейын билдәләүсе йырсы Резеда Әминева.
– Йыр-моңға һәләтегеҙ ҡайҙан килә, Резеда апай?
– Мин Бөрйән районы ҡыҙымын бит инде. Беҙҙең яҡ – бик күп бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, данлыҡлы шәхесте тыуҙырған ер. Шундай гүзәл тәбиғәт ҡосағында үҫкән бала йырламайынса, ижад итмәйенсә ҡала алмайҙыр ул. Беренсенән, йырсы булыуымды шуға бәйләһәм, икенсенән, йыр-моңға маһир булған атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Йырға һәләтемде әсәйем Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙынан алғанмындыр, тим. Ул бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, ҡумыҙ сиртә. Атайым Рәүф Зәкәриә улын да беҙҙең районда белмәгән кеше юҡ. Ул бик талантлы булды. Бик шәп бейене лә. Музыка ҡоралдарында ла – гармунда, мандолинала, баянда, скрипкала ла оҫта итеп уйнай, йырлай ҙа ине.
Беҙ ете бала үҫтек һәм барыбыҙ ҙа йырлайбыҙ, гармунда, мандолинала уйнайбыҙ. Ғаиләбеҙҙә йырсы һөнәрен һайлаған кеше бер мин генә түгел. Иң кесе һеңлебеҙ Зәбирә Әминева Нефтекама филармонияһында эшләп йөрөй.
Мәктәп йылдарында һәр бер сара шул тиклем матур итеп ойошторола торғайны. Концерттарҙа, смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, беҙҙең Ғәлиәкбәр мәктәбе гел тәүге урындарҙа килде.
– Ә ниндәйҙер ғаилә ансамбле ойоштороп ҡарау теләге булманымы?
– Бәләкәй саҡта ауыл клубында бергәләп сығыш яһай торғайныҡ. ҡыҙҙар (ғаиләлә беҙ алты ҡыҙ) мандолинала, гармунда уйнай, бәләкәйерәктәребеҙ ағас ҡашыҡтар һуғып, көй сығара. Күңелле була торғайны. Тик матур итеп ойоштороп, район кимәленә сығарып өлгөрмәнек. Балалар үҫә торҙо, сығып китә торҙо. Шулай ҙа күңелдә йылы итеп иҫкә алып һөйләрлек хәтирәләр ҡалды. Әле лә ауыл клубтарында гармун йә мандолина күреп ҡалһам, шул ҡәҙәре һағынып, уйнап алам. Кешеләр, гармунда ла уйнайһыңмы ни, тип аптырап китә. Ә беҙҙең ауылда береһе лә аптырап торманы. ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә гармунда уйнарға өйрәнде.
– Быуындан-быуынға күсеп килгән йыр-моңға һәләт, музыкаль гендар тип әйтәйек, балаларығыҙға ла күскәндер әле...
– Өлкән ҡыҙым Алина М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының юриспруденция бүлегендә белем ала. Уртансыбыҙ – Айгөл Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 7-се синыфта уҡый. Иң бәләкәйебеҙ Айбулатҡа – 4 йәш. Әле ул өләсәһе менән өйҙә ултыра, тиҙҙән балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Улым шул тиклем сәнғәткә ғашиҡ. Һәр бер йырымды белә. Минең менән йырлаған һәр йырсыны танып тора, уларҙың репертуарындағы йырҙарҙы йырлай. Телевизорҙан концерттарҙы ҡарарға бик ярата. Үҙе ныҡ итеп оҡшатҡан йырсыны ишетеп ҡалһа, үҙен шул йырсы тип йөрөй, уның йырҙарын йырлай башлай. Үҙенең микрофоны ла бар. Йырға бик ныҡ ылыға, тауышы ла бар. Шул ҡәҙәре моңло бала, йырҙарҙың да зауыҡлыһын һайлай белә. Уны күптән түгел «Дед Мазай» тигән киноға ла саҡырып, бер эпизодта төшөрҙөләр. Был фильмды түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Улымды рекламаға ла төшөрөргә һорайҙар. Шулай яйлап ижад юлына баҫа башланы инде.
Ә ҡыҙҙарымдың икеһе лә йырлай. Әммә йырсы булыуҙан башҡа ла төп һөнәр һайлаһындар, тим. Артистарҙың тормошо бик еңелдән түгел бит. Үҙем дә, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алдым. Был миңә бик ныҡ ярҙам итте. Уҡып бөткәс, 1995 йылда Башҡортостан радиоһының музыкаль редакцияһына мөхәррир булып эшкә килдем. 17-се йыл ошонда эшләп йөрөүем.
– Радиола ла эшләп йөрөйһөгөҙ, йырсы булараҡ та тамашасыларҙың һөйөүен яулауға өлгәшкәнһегеҙ. Әсә булараҡ та, балаларығыҙ һеҙҙең менән ғорурлана ала. Ә ошо ролдәрҙең, тип әйтәйемме, һәр береһе тормошоғоҙҙа ниндәй урын биләй?
– Һәр ваҡытта ла ғаиләне иң беренсе урынға ҡуям. Ниндәй генә мәл, ниндәй генә хәл булмаһын, был минең өсөн иң изге тойғолар. Үҙемде ғаиләмә терәк-таяныс итеп тоям. Улар ҙа минең өсөн шулай. Иң тәүге кәңәшселәрем дә, тәнҡитселәрем дә, бер урында ғына тапанып тормай, алға ынтылыш биреүселәрем дә, илһамландырыусыларым да улар. Әсәйем дә һәр саҡ беҙҙең менән. Ул беҙҙең ғаилә өсөн – ҙур хазина. Әле улым янында өләсәһе булыуы – ҙур бәхет. Айбулаттың шул ҡәҙәре һүҙгә маһирлығы, ололар һымаҡ матур итеп һөйләүе өләсәһенән башҡорт халыҡ йырҙарын, легендаларын, әкиәттәрен, риүәйәттәрен тыңлауынан килә. Балаларым өләсәләрен ныҡ ярата, бер ҡайҙа ла ебәргеләре килмәй. Ул булмаһа, өйөбөҙҙөң йәме юҡ кеүек, тиҙәр.
Эшемә килгәндә, һәр нәмәне урын-еренә еткереп эшләргә күнеккәнмен. Бер тотонһам, мөкиббән китеп, бирелеп эшләйем.
Ижадымды ла ситтә ҡалдырғым килмәй. Репертуар һайлауға бик яуаплы ҡарайым. Унда матур, мәғәнәле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, кеше күңеленә ниндәйҙер яҡтылыҡ һиберҙәй йырҙар ингән. Тормош матурлығы, тыуған илгә, атай-әсәйгә ҡарата һөйөү сағылырға тейеш йырҙа. Мөхәббәт тураһындағы йырҙарым да байтаҡ.
– Заман ҡатын-ҡыҙының йәмғиәттәге урыны ҡайҙа тип иҫәпләйһегеҙ?
– Һәр кем ул урынды үҙенсә күрә инде. Миңә килгәндә, кеше тормошта үҙ урынын табырға, ғаиләлә лә, эштә лә һынатмаҫҡа тейештер.
– Бөгөнгө тамашасының һөйөүен яулар өсөн сәхнә кешеһе ниндәй булырға тейеш?
– Иң тәү сиратта матур мәғәнәле йырҙар һайларға кәрәктер. Йырсы үҙ тауышы менән йырларға тейеш. Һәр йырсының үҙенсәлекле тауышы була, уны боҙорға кәрәкмәй. Бүтән йырсыларҙың репертуарына инеү ҙә килешмәй. Тамашасы күңеленә ятҡан тауышты, йырсыны шундуҡ эләктереп ала ул.
Һәм, әлбиттә, егәрлелек кәрәк. Эшһөйәрлек, фиҙакәрлек талап ителә. Бик матур тауышлы йырсылар ҙа үҙ өҫтөндә эшләмәй, ҡайһы саҡ ситтә ҡала.
– Ә имидж тигәндән...
– Имиджды үҙгәртергә кәрәк, ниндәйҙер яңылыҡ булырға тейеш, тип һөйләргә ярата стилистар. Тик минең йәштә нимәне үҙгәртәһең? Мин ниндәй булғанмын, шундай булып ҡаласаҡмын. Сәхнәлә осоп-һикереп, бейеп тә йөрөй алмайым. Кемгәлер ул хәрәкәттәр килешә, кемгәлер – юҡ. Үҙем йәш саҡтан бер урында ғына баҫып йырларға күнеккәнмен. Һәр кем үҙен сәхнәлә холҡона тап килгәнсә, күңеле ҡушҡанса тота. Әгәр йырың мәғәнәле, уны матур итеп тамашасыға еткерә алаһың икән, уны былай ҙа ҡабул итәләр.
Сәхнәгә матур кейемдә, йөҙ-ҡиәфәтеңде матур итеп ҡарап сығыу мотлаҡ. Йыйнаҡлыҡ кәрәк. Сәхнә ул ус төбөндәге һымаҡ. Һәр бер етешһеҙлегең күренеп тора. Һәр нәмә зауыҡлы булырға тейеш. Беҙ тамашасыға тәрбиә бирергә тейешбеҙ. Сәхнәлә генә лә түгел, тормошобоҙҙа ла матур булырға ынтылырға бурыслыбыҙ.
– Бөгөнгө йыр-моң донъяһы шоу-бизнесҡа әйләнеп бара. Шул уҡ ваҡытта ул тамашасының рухи ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерә аламы, нисек уйлайһығыҙ?
– Әгәр бөтә яҡлап та өлгө булырҙай башҡорт халыҡ йырҙарын матур итеп пропагандалап, киләһе быуынға тапшырырлыҡ йырсыларыбыҙ шоу-бизнес менән шөғөлләнә икән, быға бер ниндәй ҙә һүҙем юҡ. Ә бер ҡайҙа ла уҡымай, тауышы өҫтөндә лә эшләмәй генә һәр кемдең йырсы булырға уҡталып тороуы эсте бошора. Йыр-моңобоҙҙоң матурлығын асып бирһәләр, күңелдәргә ниндәйҙер рухи аҙыҡ бирә алһалар, әйҙә, шөғөл итһендәр.
Әлбиттә, йәштәр өсөн заманса йырҙар, төрлө концерт-дискотекалар ҙа булырға тейеш. Әммә тамашасының зауығын боҙмаҫҡа, үҙебеҙҙең халыҡсанлыҡтан ситкә тайпылмаҫҡа кәрәк.
Сифатлы аҙыҡ ашаһаҡ, мәҫәлән, ул беҙҙең һаулыҡ өсөн дә файҙалы, ҡәнәғәтлек тә кисерәбеҙ бит. Ә йыр – беҙҙең рухи ризыҡ. Сифатлы рухи ризыҡ менән ҡыуандырайыҡ тамашасыларҙы.
– Ижад юлын башлауығыҙға 25 йыл тулыуын нисек ҡаршылайһығыҙ?
– Ике вариантта диск сығарҙым. MP3 дискым «Был донъяны нисек яратмайһың?» тип атала. Унда 25 йыл дауамында йыйылған 90 йыр тупланған. Дуэттарҙан торған СD-диск иһә «Йырҙарҙан үрелгән мөхәббәт» тип атала.
Шулай уҡ 14 ғинуарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында «Был донъяны нисек яратмайһың?» тип аталған концертым үтәсәк. Унда минең ижадташ дуҫтарым, йыр авторҙары буласаҡ. Концертҡа килеүселәр өсөн күркәм тамаша, матур осрашыу әҙерләгәнбеҙ. Унда ҡыҙым, бер туған һеңлем, башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы лауреаты, туғаныбыҙ Урал Әминев та сығыш яһаясаҡ. Бер ғаилә концерты була ла ҡуя инде.
Беҙҙең Яңы йыл бүләгенең серҙәре әле асылып бөтмәгән, тамашасылар унан күңелдәренә ял табып, илһамланып, күңелдәре Яңы йылға яңы өмөттәр менән тулышып ҡайтыр, тип ышанам.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»