20.12.2011 Илаһилыҡ иленә сәйәхәт
Ябай тел менән әйткәндә, театр − ул тормошобоҙҙо, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдырыусы семәр көҙгө. Ундағы сағылыш ни тиклем ысынбарлыҡҡа тап килһә, шул саҡлы тамашасы театрҙы үҙ итә. Спектакль барышында тамаша залы менән сәхнә араһындағы кәртәне тиҙ арала юҡҡа сығарып, тамашасы менән актерҙарҙы бер бөтөнгә әйләндереү − һәр театрҙың төп бурысы. Быға ирешеү, йәғни театрҙы йөрәктәрҙе дәртләндереүсе, күңелдәрҙе илһамландырыусы, рухыбыҙҙы күтәреүсе илаһи көскә әүерелдереү өсөн уның директорынан алып сәхнә эшсеһенә тиклем ысын мәғәнәһендә ҡара тир түгергә тура килә. Ижади эҙләнеүҙәр, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ аша яулана һәр уңыш һәм уңышлы эшләүсе театр исемен күтәреү өсөн йәнеңде, тәнеңде аямай хеҙмәт итеү мотлаҡ. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры – был исемде яулап, үҙ йөгөн, үҙ тамашасыһын булдырыуға өлгәшкән матур коллектив һәм 20 йыллыҡ юбилейын 20 йәшлек егеттәргә хас көс-ҡеүәт, дәрт-дарман менән билдәләй.
Театрҙың тыуған көнө
Стәрлетамаҡтағы бөгөнгө башҡорт театры ҡалала тыуған икенсе «бала». Тәүгеһенә 1919 йылда нигеҙ һалына һәм ул сағыу ҙа, үтә аяныслы яҙмышлы театр булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Заманында Стәрлетамаҡ сәхнәһендә «Башҡорт туйы», «ҡарағол», «Башмағым», «ҡыҙыл йондоҙ» һәм башҡа спектаклдәр гөрләп бара. Театр менән бергә М. Буранғолов, М. Ғафури, А. Таһиров, Х. Ибраһимов, Д. Юлтый кеүек драматургтар ҙа ижади бейеклектәр яулай. Театрҙың уңышлы эшләүенә ысын мәғәнәһендә сәнғәт әһеле Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың һалған көсө ифрат ҙур. Ул сәхнәләштергән халҡыбыҙҙың боронғо тарихына, азатлыҡ, халыҡ бәхете өсөн көрәшкән арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған пьесалар тамашасыларҙы үҙенә ылыҡтыра. Бына ошо милләт өсөн янып эшләгән, ижад иткән театр коллективы, буржуаз милләтселектә ғәйепләнеп, ғәйепһеҙгә хөкөмгә дусар ителә. Күп кенә артистарҙы, режиссерҙарҙы, драматургтарҙы, шулар иҫәбенән В. Мортазин-Иманскийҙы ла, яла яғып, язалап үлтерәләр, аталар һәм ҡаланың сағыу биҙәге булған башҡорт театрын юҡҡа сығаралар.
Алтмыш йыл самаһы ҙурлығы буйынса ғына түгел, ә иҡтисади үҫеше менән дә Башҡортостанда икенсе урында торған ҡала театр тигән илаһи сәнғәт төрөнән айырылырға мәжбүр була. Тотош бер быуын милли театр спектаклдәрен тамаша ҡылыуҙан, рухи байлыҡ алыуҙан мәхрүм ҡала. Кемгә нисектер, ә миңә театрһыҙ тормош ярым ҡараңғы подвалдағы тормошҡа бәрәбәр. Стәрлеләрҙе «яҡтыға сығарыу» һәр саҡ көн талабы булып ҡала килде һәм бына 1990 йылдың 1 декабрендә Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимов Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «САММИ» тип йөрөтөлгән театраль берекмә эргәһендә башҡорт труппаһы төҙөү тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Ә бынан ай ярым элек, йәғни 11 октябрҙә, республикабыҙҙың Дәүләт мөстәҡиллеге тураһында декларация ҡабул ителде. Тимәк, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры − ул үҙе Башҡортостан үҙаллылығының тәүге емештәренең береһе.
Нигеҙ ташын
һалыусылары
Бер генә нәмә лә юҡтан ғына бар булмай, театр ҙа «суртан әмере» менән генә ҡалҡып сыҡмай. Иң тәүҙә уның нигеҙен ҡороу өсөн оҫта «ташсылар» талап ителә. Беренсе ҡарлуғастар − Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Кинйәбикә Исламғолова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Илшат Йомағолов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рафиға Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәров милли театрға тәүге нигеҙ ташын һала ла инде. Әлбиттә, үрҙә һанап кителгән юғары исемдәре лә булмай. Ул исемдәрҙе, дан-шөһрәтте был сәнғәт әһелдәренә үҙҙәре тыуҙырған театрҙағы фиҙакәр хеҙмәте килтерә.
ҡалала яңы мәҙәниәт усағы «дөрләп янып китһен» өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте бөтә мөмкинлектәрҙе лә тыуҙырырға тырыша. Төрлө театрҙарҙан эшкә саҡырылған артистарға, яңы ғына уҡыу йорттарын тамамлап килеүсе йәштәргә йәшәү һәм эшләү шарттары булдырыу ҙа ҙур роль уйнай. Ә бына актерҙар коллективын туплау Салауат һәм Сибай театрҙарында бер нисә спектакль ҡуйып, билдәлелек яулап өлгөргән режиссер Гөлдәр Ильясова иңенә төшә. Театр сәнғәтенә йәне-тәне менән бирелгән тиҫтәләгән актер Гөлдәр Мозафар ҡыҙының саҡырыуын ҡабул итеп, күнегелгән ҡалаһын, театрҙарын ҡалдырып, Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм яңы урында эш башлай.
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының тәүге ижад емеше − ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың (шағир Вил Ғүмәров тәржемәһендә) «Көтөр кешем бар минең» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль. Уның премьераһы 1991 йылдың 7 апрелендә уҙа һәм тамашасы спектаклде бик йылы ҡабул итә. Был көн рәсми рәүештә театрҙың тыуған көнө тип һанала, йәғни театр спектакле менән бергә тыуа.
Театрҙың төҙөлөүе һәм артабан аяҡҡа баҫыуы, һис шикһеҙ, Илшат Йомағоловтың исеме, уның ижады, абруйы менән бәйле. Мәшһүр актер, арҙаҡлы педагог үҙенең ҡалаға эшкә килеүе менән йәштәргә лә, башҡа театрҙарҙан эшкә килгән актерҙарға ла, режиссерҙарға ла ышаныс һәм таяныс була. Актер булараҡ, Стәрлетамаҡ сәхнәһендә матур-матур образдар тыуҙырһа, драматург булараҡ, бик күп әҫәр ижад итеп, уларҙы сәхнәләштерә. Бында тамашасы бик йылы ҡабул иткән «Шайтан күле ярында», «Мөхәббәт ҡоштары«, «Буш сәңгелдәк», «Һине юғалтҡым килмәй» спектаклдәрен атап китеү ҙә етә. Илшат Йомағолов, оҫта тәржемәсе булараҡ, сит ил, рус һәм башҡа милли драматургтарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеп, театр сәхнәһенә сығарҙы.
Яулаған үрҙәре
Театр сәхнәгә сығарған һәр яңы спектакль баҫҡыс ташы ул. Был таштар менән бергә театр ҙа юғарыға күтәрелә, яңы бейеклектәр яулай. Стәрлетамаҡтарҙың ундай «таштары» байтаҡ, хатта бик күп тип әйтһәң дә була. 20 йыл эсендә генә 200-ләп спектакль ҡуйылған. Уларҙың «иң-иң»дәре иҫәбенә «Онотолған доға», «Аптыраҡ», «Мөхәббәт ҡарағы», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» (Ф. Бүләков), «Париж башҡорто» (Б. Рафиҡов), «Их, Өфө ҡыҙҙары!» (И. Абдуллин), «Йәш йөрәктәр» (Ф. Бурнаш), «Хужа Насретдиндың биш ҡатыны» (И. Садиҡов), «Межа» (М. Әбүзәров), «Ричард III» (У. Шекспир), «Ирекһеҙҙән табип», «Скапен мутлыҡтары» (Ж. Б. Мольер), «Мәмерйә» (Ғ. Шафиҡов), «Мин һине бер кемгә лә бирмәйем» (В. Жеребцов), «Стәрле хикмәттәре» (М. Хәмидов), «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән» (А. Хөсәйенов) кеүектәре инәлер, моғайын.
Яңы тыуған театрҙың уңышлы эш башлап ебәреүен ике йыл үткәс тә «Театр яҙы − 96» республика фестивалендә Б. Гавриловтың «ҡабул ит уларҙы, Шамбала!» спектакленең лауреат исеменә лайыҡ булыуы асыҡ күрһәтә. Ә «Театр яҙы − 94»-тә «Онотолған доға» спектакле фестивалдең лауреаты булыуын һәм драматург Флорид Бүләковҡа, спектаклдең режиссеры Гөлдәр Ильясоваға, балетмейстеры Ирина Филипповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелеүен стәрлеләрҙең иң ҙур уңыштарының береһе тип атарға мөмкиндер. Театр тиҙ арала үҙен Башҡортостанда ғына түгел, сит тарафтарҙа ла танытып өлгөрә. 1999 йылда Үзбәкстан Республикаһында уҙған «Андижан яҙы», 2002 йылда ҡырғыҙстанда уҙған «Театр сәнғәте аша дуҫлыҡ күперҙәре» халыҡ-ара фестивалендә Стәрлетамаҡ театрының эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ була.
Әммә донъябыҙҙа көрсөк тигән төшөнсә лә йәшәп килә бит әле һәм ул театрҙарға ла ҡағылмай үтмәне. Бында һүҙ матди яҡтан бәкәлгә һуҡҡан иҡтисади көрсөк тураһында бармай, ә әҙәм балаһы өсөн бик тә ҡурҡыныс булған мораль көрсөккә ҡағыла. Бөтәһе лә ал да гөл, тип тынысланып, яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылмау, барыһын да үҙ ағышына ҡуйып, талапсанлыҡ тигән төшөнсәне инҡар итеү бына шул көрсөккә килтерә лә инде һәм ул бик йоғошло сир. Стәрлетамаҡ театры ла бер арауыҡ бына ошо сир менән яфаланып ала. Был осорҙа ла бер-бер артлы спектаклдәр ҡуйылып тора, әммә уларҙың бер ҡалыпҡа һалынған булыуы, артистарҙың, үҙ-үҙҙәренә талапсанлыҡтарын юғалтып, илке-һалҡы уйнауы менән театр үҙ тамашасыһын юғалта яҙып та ҡуя.
Кисекмәҫтән театрға икенсе һулыш өрөү кәрәклеген аңлап, яңы етәксе тәғәйенләйҙәр. Директор креслоһын ошо театрҙы асыуға күп көс һалған, актер булараҡ та уға йәм һәм йән өҫтәгән Таһир Искәндәров биләй. Ул үҙ сиратында һәр яҡлап та һәләтле, бер ҡараһаң, ябай, икенсе ҡараһаң, серле булып күренгән үтә лә үҙенсәлекле кешене − Азат Йыһаншинды режиссер сифатында эшкә саҡыра.
Пар аттай егелеп, сәнғәт тип янып-көйөп йөрөгән актерҙар ярҙамында театр тигән йөктө бата башлаған һаҙлыҡтан һөйрәп сығара ла инде яңы директор менән яңы режиссер. Бының өсөн күпме тырышлыҡ һалғандарын улар үҙҙәре генә белә. Һәм был тырышлыҡтары бушҡа китмәй, сәхнәгә бына тигән спектаклдәр сығарыла, тамаша залы тиҙ арала тулылана. ҡыҫҡаһы, театр икенсе һулыш алып, ижади коллектив дәртләнеп эшкә тотона. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. 2008 йылда «ҡолонсаҡ» республика балалар спектаклдәре фестивалендә И. Йомағоловтың «Тылсымлы моң» пьесаһы, «Иң яҡшы спектакль» тип табылып, гран-при яулай. 2009 − 2010 йылдарҙа театр республика, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө дәрәжә дипломдарға лайыҡ була. Иң ҙур уңышты Ф. Бүләковтың «Мәскәү − Васютки» спектакле килтергәндер, моғайын. Республика башҡорт драматургияһы фестивалендә ул гран-при ала. Быйыл иһә театр Төркиәнең Аҡшәһәр һәм Төрөкмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә дипломдар яулауға өлгәшә.
Актерҙары
Һәр театрҙың йөҙөк ҡашы − үҙ-үҙен аямай, бар булмышын һалып эшләгән, ижад иткән актерҙары, әлбиттә. Стәрлетамаҡ театры был сәнғәт төрөнә мөкиббән бирелгән һәләтле актерҙары менән уңды. Тәү мәлдәрҙә уның сәхнәһен Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Хөсәйенов, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмзиә ҡудашева кеүек талант эйәләре яҡты йондоҙҙай балҡытты. Ә Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Ғәлиндар, Ниса һәм Филарит Бакировтар үҙ һөнәрҙәре оҫтаһы ғына түгел, театрҙың терәк-таянысы ла булды һәм булып ҡала. Был сағыу «йондоҙ»ҙарға яңынан-яңы йәш көстәр өҫтәлеп торҙо. Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, Фәим Әхмәтйәнов Хоҙайҙан бирелгән һәләттәренә ныҡышмалы хеҙмәтен ҡушып, «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеменә хаҡлы рәүештә лайыҡ булған. Үҙе тыуҙырған һәр образ менән тамашасыларҙы әсир иткән Рима Ғәлиуллина ла театрҙың бер биҙәге.
Айгөл Зөбәйҙуллина, Гөлнара Йәрмиева, Светлана Фәйзуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина бөгөн театрҙың уңышлы эшләгән иң оҫта актрисаларынан һанала. Ә инде Рафиҡ Хәсәнов, Резеда Әмәкәсова, Илфир Баймырҙин, Зиннур Сөләймәнов, Әлфинур Ғәзимова, Әлфиә Вилданова − был сәнғәт усағының өмөтлө киләсәге. Ләйсән Миңлеғәлиева, Юлиә Ғәләүетдинова, Айҙар Зарипов, Фәнил Толонғужиндар ҙа үҙҙәрен һәләтле актерҙар итеп танытып өлгөрҙө.
Һанай китһәң, яҡты, сағыу «йондоҙ»ҙар байтаҡ театрҙа. Коллективҡа яңынан-яңы йәш көстәр өҫтәлеп кенә тора. Былтыр ғына, Мәскәүҙең М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап, 16 йәш белгес ҡайтҡан һәм улар Стәрле театрын тағы ла юғарыраҡ күтәрер тигән өмөт бар.
Режиссеры
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншинды Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына баш режиссер итеп тәғәйенләгәс, мин, драматург булараҡ театрҙарға яҡыныраҡ торған кеше, уны күргән-белгәндәрҙән: «Ниндәйерәк кеше ул?» − тип һораштырғылағайным. Күптәренең ауыҙынан: «Ысын талант эйәһе, әммә сәйерерәк бәндә, эске донъяһына бик үк индереп бармай», − тигән яуапты ишеттем. Әлбиттә, ижад иткән, башҡарған йырҙарын тыңлап, сәхнәлә тыуҙырған образдарын, ҡуйған спектаклдәрен ҡарап, мин был сәйер кеше тураһында хәбәрҙар, уны оҫта йырсы, һәләтле актер, талапсан режиссер итеп белә инем. Һәм бына күптән түгел уның менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшергә лә насип булды. Эйе, сәйерлеге лә бар Азат Нәзир улының, әммә балаларға хас эскерһеҙлеге, шул уҡ ваҡытта тура һүҙлелеге, ҡуйған маҡсатына ирешеүсәнлеге, илаһилыҡҡа ынтылыусанлығы күҙгә ташланып тора ине. Уның башкөллө ижадҡа бирелгән, шул тип үҙ-үҙен аямай эшләгән, янған-көйгән әҙәми зат икәнен шунда уҡ тойомлай алдым. Ысын ир-егеттең йөрәгендә эйәрле ат ята, тиҙәр. Ә мин әңгәмәсемдең йөрәгендә бына-бына тышҡа бәреп сығам, тип торған бөтөнләй өйрәтелмәгән ҡырағай дөлдөл ятыуын күрҙем. «Мин, маҡсатыма ирештем, инде ижадымдың иң юғары нөктәһенә күтәрелдем, тип ҡәнәғәтләнеп ултырыуҙы бөтөнләй ҡабул итмәйем. Әҙәм балаһы бөтәһенә лә ҡәнәғәт булып, туҡтап ҡалһа, бер ниндәй үҫеш тә, камиллыҡ та булмаясаҡ. Камиллыҡ туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәрҙә, көрәштә тыуа», − ти Азат Нәзир улы.
Актер һөнәрен һайлаусыларға, ғөмүмән, ижад кешеһенә елғыуар, еңел генә аҡса эшләп йөрөүселәр, тип ҡарағандарҙы Азаттың ене һөймәй. «Бер аҙға ғына беҙҙең тирегә инеп, беҙҙең һымаҡ эшләп ҡараһындар ине − күпмегә сыҙарҙар ине икән?» − ти ул, әсенеп. Азаттың хәлен аңлайым. Үҙемә лә: «Эшең еңел − ҡулыңа ҡәләм генә тотаһың», − тиеүселәр булды. Азат Йыһаншин сабый сағынан уҡ кино актеры булырға хыяллана. Кеше күрмәгәндә генә әллә күпме роль дә башҡарып өлгөрә бәләкәй «актер». Әле лә был хыялынан ваз кисмәгән. Ә бына режиссер булып китерен башына ла алмаған, шулай ҙа үҙенә хас ҡараш, тойомлау барын актер булып эшләгәндә үк һиҙенгән.
Бына ошо һәләттәрен дә эшкә егергә насип булды Азат Нәзир улына һәм бының менән театр донъяһы отто ғына. Стәрлетамаҡ театрында ул сәхнәгә сығарған «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Гонаһлы хыялдарым», «Мәскәү − Васютки» (Ф. Бүләков), «Үҙем яҙған яҙмыш» (М. Бураҡаева), «Күңелле йәшәйбеҙ» (Н. Ғәйетбаев) спектаклдәре халыҡ бик тә яратып ҡараған тамашаға әүерелде. Ә «Мәскәү − Васютки» спектакле башҡорт драматургияһы фестивалендә «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеп сыҡты.
Азат Йыһаншин хаҡында һөйләгәндә уның өсөн бик тә ҡәҙерле булған «ижад емештәре» хаҡында ла әйтмәй булмай. Ул ҡатыны Фәниә менән өс ул үҫтерә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәнде һәм Фәниә ханымдың музыкант икәнен дә иҫкә алһаҡ, Айгизәр, Фәрхәт һәм Асмандың киләсәктә милли сәнғәтебеҙҙе байытырҙай шәхестәр булырҙарына шик юҡ.
Директоры
Театрҙа төрлө ролдәр башҡарып йөрөгән актер Таһир Искәндәровты ҡапылдан директор итеп тәғәйенләгәс, кемдәрҙер аптырабыраҡ та ҡалғандыр, бәлки, йөҙгә түгел, йөрәккә ҡарарға кәрәклеген улар онотобораҡ ебәргәндер, буғай. Ә бына уны директор вазифаһына тәҡдим иткән кеше Таһир Тимерхан улының йөрәгенә күҙ һала алған, унан бына тигән етәксе сығасағын тойомлаған.
Театрҙы тәүге ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, бындағы тормошто, проблемаларҙы яҡшы белә яңы директор. Эшен бына ошо проблемаларҙы хәл итеүҙән башлап ебәрә ул. Иң тәүге нәүбәттә актерҙар өсөн уңайлы эш шарттары булдырырға тырыша, сөнки кеше факторы һәр ерҙә төп роль башҡарғанын яҡшы аңлай. Таһир Тимерхан улын етәксе итеп тәғәйенләгәндә театрҙың дүрт миллион һумға яҡын бурысы була һәм уларҙы түләп бөтөрөү өсөн байтаҡ көс түгергә тура килә. Бөгөн Стәрлетамаҡ театры – аҡсалыларҙың береһе. Әлбиттә, был аҡса күктән төшмәгән, бында директорҙың эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе лә, ГИТИС-та ойоштороусы-менеджер белемен алыуы ла ныҡ ярҙам иткән. Әйткәндәй, Таһир Тимерхан улының, театрҙы ташлап, бына тигән эшҡыуар, «серегән байға» әйләнерлек мөмкинлеге булған. Әммә ул тыуған йортолай күргән театрына хыянат итмәгән, ул ғына ла түгел, үҙенең бизнесы килтергән табышты төрлө сараларға, артистарға ярҙам итеүгә тотонған.
Бөгөн стәрлеләр автономиялы театр исемен йөрөтә. Тимәк, һин үҙең эшләп тапҡан аҡсаға ғына йәшәргә тейешһең, йәғни ҡайҙан аҡса еҫе сыға, шунда башыңды тыға һалыу, баҙар шарттарына яраҡлашыу мотлаҡ. Театр был йүнәлештә уңышлы эш башҡара, әммә тулыһынса автономияға күсеү дөрөҫ түгел, дәүләт ярҙамынан башҡа бер генә театр ҙа йәшәй алмай, тип һанай директор.
Стәрлетамаҡтар әҙерләп, БЮТ-та күрһәтелеп торған «Күңелле йәшәйбеҙ» тип аталған юмористик тележурнал менән тамашасы яҡшы таныш. Ысынлап та, республикабыҙҙың башҡа театрҙарынан айырмалы, күңелле генә йәшәй стәрлеләр. Бөгөн бер генә актер ҙа дөйөм ятаҡта йәшәмәй, барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителгән. Йәштәр фатирға урынлаштырылып, уның хаҡын театр түләй. Мөмкинлектәре булғас, рәхәтләнеп гастролдәргә лә йөрөй театр коллективы. Элегерәк республикабыҙ буйлап гастролгә сығыу үҙе бер проблема булып торһа, хәҙер инде еңел генә сит илгә барып, спектакль ҡуйып ҡайталар. «Беҙҙең артистарыбыҙ быйыл ғына Мәрмәр, Каспий, ҡара диңгеҙҙәрҙә һыу инде», − тип ҡыуана Таһир Тимерхан улы. Әйткәндәй, һиҙелерлек ярҙам күрһәтеп тороусы төп бағыусылары − «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте театрҙың юбилейы уңайынан туғыҙ актерға ҡара диңгеҙ буйына путевка бүләк иткән.
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының күңелле йәшәп, илһамланып ижад итә алыуында етәксенең роле баһалап бөткөһөҙ, һәм театр тормошонда төп ролде уңышлы башҡара алыуы менән шат бөгөн Таһир Тимерхан улы.
Театрҙың ижади тормошонда уңышлы ғына өр-яңы дәүер башланды һәм ул төп маҡсатынан тайпылмаҫ, матур, сифатлы спектаклдәр әҙерләп, тамашасыны һөйөндөрөү бурысын да уңышлы башҡарырына иманыбыҙ камил.
Мөҙәрис БАГАЕВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»