20.12.2011 Бында – тарих, бында – таш һын
Ғәҙәти булмаған кешеләр була донъяла. Улай тиһәң, Хоҙай кешегә һәләтте, бүләк итеп биреүҙән бигерәк, йөк, бурыс итеп тә тапшыра, буғай. Фанилыҡта кеше йәмғиәт, кешелек өсөн күберәк эшләп ҡалһын өсөндөр. Рафаил Зиннуров атлы данлы башҡорт улының күргәҙмәһендә булғанда шулай тип уйлап ҡуйҙым. Ниндәй күргәҙмә, тиер күптәр. Ул бит БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, юридик фәндәр докторы, профессор ҙа һуң, тип әйтеүселәр ҙә хаҡ. Улайға китһә, Рафаил Нариман улы – яҙыусы ла, бер нисә китап авторы. Тарихи хеҙмәттәрен уҡығандар уның шәп тарихсы икәнен билдәләй.
Ә яңыраҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы холында асылған күргәҙмәһендә ул үҙен скульптор булараҡ танытты. Танытты тип, Көйөргәҙелә – Кинйә Арыҫланов, Стәрлебашта – ҡаранай Моратов, Ишембайҙа Зәки Вәлиди кеүек башҡорт халҡының бөйөк улдарына ҡуйылған һәйкәлдәре аша ул күптән билдәле. Күргәҙмәлә хисле, шағир булараҡ яҡтыртылған Салауат Юлаевҡа, уйсан Батыршаға, ҡараштарында уҡ ил хәстәре ятҡан Алдар тархан менән ҡараһаҡалға, тәүәккәл Һары Мәргәнгә, ҡурҡмаҫ Сәйет батырға, күңелсәк Тәтегәс бейгә һәм башҡаларға ҡарап, шөкөр, халҡымдың ҡалай ҙа быуаттарҙы һелкетер ир-уҙамандары булған, тигән ғорурлыҡ хистәре менән бергә, еңел генә түгел башҡорт яҙмыштары, тип уйланып та ҡуяһың. Скульптураларға ҡарап, ул осорҙо, шул шәхестең рухын тойғандай, аңлағандай булаһың. Рафаил Нариман улының, геройҙарымдың үҙҙәре менән бергә улар йәшәгән осорҙо нығыраҡ аңларға теләүем, уларҙың иреккә, азатлыҡҡа булған ынтылышы мине әсир итә, тип белдереүендә хаҡлыҡ бар. Уның күңел һәм зиһен ҡылдары, миңә ҡалһа, тарих төпкөлдәре тулҡындарын тотоп алған булырға тейеш: улайһа, әҫәрҙәре замандаштарының күңелен улай уҡ тетрәтә алмаҫ ине.
Был күргәҙмәлә шулай уҡ Р. Зиннуровтың әрмән халҡы тарихына арналған китабының презентацияһы ла үтте. Башҡортостанда йәшәүсе әрмәндәр әйтеүенсә, тарихсы-ғалимдың хеҙмәте данлыҡлы әрмән тарихын яңы ҡарашта асыуы менән ҡәҙерле. Күргәҙмәлә шулай уҡ әрмән, украин һәм башҡа халыҡтарҙың геройҙарының да скульптураһын күрергә мөмкин ине.
Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»