RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Театрҙың үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар

29.11.2011 Театрҙың үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар

Театрҙың үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар
Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 1989 йылда Йәш тамашасылар театры булараҡ эшләй башлай. 1989 йылдың 7 авгусында БАССР Министрҙар Советы Өфөлә ике − башҡорт һәм рус телдәрендә эшләйәсәк театр ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Театрға Өфөләге сәйәси ағартыу бинаһы бирелә. Яңы ижад миҙгеле фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт эпосы мотивтарына таянып ижад ителгән «Иҙеүкәй менән Мораҙым» премьераһы менән асыла.
Театрҙы үҫтереүгә барлыҡ көсөн һалған РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғ. Ғи­ләжев, РФ-ның атҡаҙанған артисы, Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ә. Әбүшаһманов, БР-ҙың халыҡ артисы А. Нәҙерғоловтың театрҙы аяҡҡа баҫтырыуға индергән өлөштәре ҙур.
Милли йәштәр театры беренсе көндән алып ике телле сәнғәт үҙәге булараҡ ижад итә башлай. Башҡорт һәм рус коллективтарының һәр ҡайһыһы үҙ репертуары, үҙ артистары менән дан тота. Әммә берлектәге дөйөм хеҙмәт ике труппаға тик уңышлы емештәр генә бирә. Был ике театр мәктәбенең бер ижади коллективҡа берләшеүе бөгөн тамашасылар тарафынан юғары баһалана.
БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 1995 йылда Йәш тамашасылар театры БР Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә.
1999 йылда театрҙың бәләкәй камера сәхнәһе асыла. Ул режиссерҙарға иркенләп ижад итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Театр коллективы уңышын Башҡортостан Президенты ла юғары баһалай. Яңы театр бинаһы өсөн аҡса бүленә. Артистарға барлыҡ уңайлыҡтары булған грим бүлмәләре, ҙур сәхнә түңәрәге, 417 урынлыҡ тамаша залы һәм 87 урынлыҡ камера сәхнәһе булдырыла.
Театрҙың үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар
Милли йәштәр театры асылғандан алып артистар өҙлөкһөҙ гастролдә йөрөй. Республикабыҙҙың барлыҡ ҡа­ла-райондарын, күрше өлкәләрҙе йыш ҡына үҙҙәренең ижад емештәре менән ҡыуандыралар. Йәштәр театры шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Пе­тер­бургта, Екатеринбургта, Воро­нежда, Йошкар-Олала, ҡаҙанда, Саранскиҙа, Бөйөк Новгородта уҙғарылған фестивалдәрҙә көсөн һынап, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы.
Театрҙың ижади коллективында үҙ эшенең оҫталары булған актерҙар − Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Людмила Воротникова, БР-ҙың халыҡ артистары Рәмилә Сәлимгәрәева, Ольга Мусина, Вәкилә ҡалмантаева, Мәғәфүр Усманов, Линар Әхмәт­вәлиев, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Альбина Кашанова, Нәғим Нурғәлин, Зифа Дәүләтбаева, Марат Сәйфуллин, Марат ҡорбанғәлиев, Рушана Бабич, артистар Александра Комарова, Андрей Шрайнер, Гөлшат Ғайсина, Рәмзил Сәлмәнов, Зөлфәр Әхмәтов, Илгизә Ғилманова һәм театр­ҙа күптән түгел эш башлаған бер төркөм йәштәр бөтә көсөн биреп, дәртләнеп, илһамланып ижад итә.
Театрҙы Ринат Ишмуллин етәкләй. Башҡорт труппаһының баш режиссеры − Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, ә рус труппаһында – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.
Театр 22-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫҡанда йөҙҙән ашыу спектакль әҙерләп сығарҙы. Бөгөн дә тамашасыһын яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын дауам итә.

Театр үҙенең төп маҡсаты итеп балаларҙы һәм йәштәрҙе матурлыҡ, изгелек һәм хозурлыҡ донъяһына әйҙәү йүнәлешен ала. Репертуарын төҙөгәндә лә ижади коллектив романтик йүнәлештән тайпылмай. Шуға ла репертуарҙа рус, сит ил классикаһы, хәҙерге заман проблемаларын яҡтыртҡан бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс пьесалар ҙур урын биләй. Н. Ғә­йетбаевтың «Студенттар», Э. Рос­тандың «Романтиктар», А. Арбузовтың «Жестокие иг­ры», Г. Гориндың «Чума на оба ваших дома», В. Сигаревтың «Семья вурдалака», М. Кә­римдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» хәтирәһе, «Йәйәүле Мәхмүт» хикмәте, «Йәләлетдин атай» спектакле, Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» тамашаһы, «Йәнкиҫәккәйем» музыкаль комедияһы, Т. Джюд­женоглуның «ҡорон» драмаһы, И. Зәйниевтың «Люстра» трагикомедияһы, А. Слаповскийҙың «Клинч», А. Островскийҙың «Доходное место», Б. Брехттың «Мамаша Кураж и ее дети» трагифарсы һ.б. төрлө жанрҙағы пьесаларҙы атап үтергә мөмкин. ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, театр үҙенең бәләкәй тамашасылары өсөн дә ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе сәхнәләштерә. В. Гауфтың «Кәлиф-ҡауҙы», В. Оль­шанскийҙың «Ивануш­кино счастье», Г. Корне­лис­сондың «Золушка», О. Прок­ловтың «Петрушка и Витязь», В. Андреевтың «Стойкий оловянный солдатик», И. Вәли­еваның «Мөхәббәт китабы», Н. Ғә­йетбаевтың «Кем эшләмәй − шул ашамай», Р. Ураҡ­синаның «Сыңҡылдаҡ себен» әкиәттәрендә театрҙың таныл­ған шәхестәре лә, йәш көстәре лә уйнай.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы