RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр театрында – йәштәрсә тамаша

18.09.2010 Йәштәр театрында – йәштәрсә тамаша

Йәштәр театрында – йәштәрсә тамашаМостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ғәжәп тамашаға тарыным. Вильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һы ине ул. Билдәле трагедия. Уны кемдәр генә уҡымаған да, кемдәр генә сәхнәлә күрмәгән. Нимә тураһында икәнлеген күптән белгәс, уның хаҡында бөгөн ишетке лә килмәй кеүек. Ниңә тотондо икән уға йәштәр театры? Бигерәк тә йәш режиссер Илнур Муллабаев? Ошондай уйҙар тыуҙы был спектаклгә барған саҡта.
Тәү ҡарағанда миңә, оло йәштәге консерватор тәнҡитсегә, тамаша оҡшаманы. Был ниндәй экстравагант хәрәкәттәр һәм интонациялар? Ниңә актерҙарҙың тышҡы ҡиәфәте һүҙҙәренән һәм күңелендәге тойғоларынан килеп сыҡмай? Урта быуатта шулай кейенгәндәрме ни? Ни өсөн әҫәрҙең беренсе яртыһы – эксцентрикаға, ә икенсе өлөшө реализмға тартым? Башҡа һорауҙар ҙа күп ине, ә яуап юҡ. Әммә шуныһы сәйер тойолдо – спектаклде ҡарарға йәштәр бик күп килгән, улар тамашаны оҡшатты тиһәң, аҙ булыр, улар бик яратты, ураған һайын ҡул сапты, дәртләндереп шауланы, күңелдәренә иң яҡын урындарында аяҡ дөпөлдәтте, хатта һыҙғырҙы. Театрҙа ошоғаса бындай реакцияны күргәнем юҡ ине әле. Концерт мәлендә, спорт ярыштарын ҡарағанда булды ундай хәлдәр, ә спектаклдә тәүгә күрәм. Ярай, уларҙың күңеленә тап килгәндер тамаша. Ләкин ни өсөн? Миңә, тәжрибәле театралға, ул бит бөтөнләй оҡшаманы. Шулай ҙа, мин берәй нәмәне күрмәнемме, аңламаныммы икән әллә, тигән шик тыуҙы күңелдә. Минең менән бергә театрға барған ике ҡыҙымдың (16 һәм 18 йәштә) фекерен ишеткәс, был шик тағы ла үҫә төштө.
– Бик оҡшаны спектакль, – тине ҡыҙҙарым бер тауыштан, – шундай ҡыҙыҡ! Бөтөнләй элекке заман хаҡында түгел кеүек.
Ошондай уҡ тәьҫоратты иртәгәһенә егермене үткән журналистканан ишеттем. Театрҙа саҡта уҡ тамашанан сыҡҡан йәштәргә лә был һорауымды биргәйнем.
– Бик ҡыҙыҡ, – тине улар. – Оҡшаны.
ҡайтышлай ҡатыным менән төрлөсә фараз ҡылдыҡ. Ниңә беҙгә оҡшамаған тамашаны йәштәр ярата икән? Ләкин был һорауға бер нисек тә яуап таба алманым. Уйлана торғас, спектаклде тағы бер барып ҡарарға булдым. Был юлы инде күҙҙәремде лә, күңелемде лә консерватик юҫыҡтан түгел, дөрөҫмө, әллә яңылыш уйнайҙармы, тигән нөктәнән түгел, ә бер ниндәй уйһыҙ, фекерһеҙ, ирекле һәм тыныс хәлдә сәхнәгә йүнәлтергә иттем.
Һәм ғәжәп рәүештә бөтөнләй икенсе тамашаны күргәндәй тойҙом үҙемде. Тәүге күргән һәм бөгөнгө спектаклдәр­ҙең айырмаһы ер менән күк кеүек ине. Ә бит шул уҡ тамаша, шул уҡ артистар уйнаны. Ниңә бындай үҙгәреш?
Мин шуны аңланым – беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙең аңыбыҙҙа тыуған, нығынған фекер менән бар донъяға баһа бирәбеҙ икән. Бөтә ваҡиғалар – тормоштағы хәлдәр булһынмы ул, кешеләрҙең ҡылығымы, холҡомо, кейемеме – барыһы ла беҙҙең башыбыҙҙа йәшәгән әҙер ҡалыпҡа тап килергә те­йеш икән. Әгәр шуға тура килһә – бөтәһе лә һәйбәт, тап килмәһә – ҡот осҡос насар. Уҡыған китаптарға ла, күргән картиналарға ла, ҡара­ған кино, спектаклдәргә лә ҡа­ғыла был. Күпме тапҡыр уҡый башлаған китаптарҙы оҡшатмай ситкә ырғытҡаныбыҙ бар, нисәмә тапҡыр сюрреализм, модернизм стилендәге картиналар янында төкөрөнөп торғаныбыҙ, «Ошондай ҙа һүрәт буламы? Бындай ерунданы бала-саға ла эшләмәҫ!» – тип һуҡранғаныбыҙ, спектаклдәрҙә артистарҙың беҙ көткәнсә уйнамағанын күргәс, асыуланып сығып киткәнебеҙ бар.
Беҙ ҡапыл ғына аңлап етмәгән һүрәтте тө­шөр­гән рәссам, шиғыр йәки хи­кәйә яҙған яҙыусы, спектакль ҡуйған режиссер – уларҙың барыһы ла ижад кешеһе. Уларҙың тормошҡа, сәнғәткә ҡарашы һинекенә ҡарағанда икенсе төрлө булыуы мөмкин. Сөнки тормош та, сәнғәт тә бер ҡырлы түгел, улар күп яҡлы. Шуға ла беҙгә ижад кешеләрен тотоп алып: «Миңә оҡшаманы, тимәк, насар», – тип әрләргә ашыҡмаҫҡа, уларҙы аңларға кәрәк. Мин был фекерҙәрҙе, уҡыусым, һеҙгә түгел, ә иң алда үҙемә әйтәм. Сөнки ошо һүҙҙәрҙе башҡаларҙан унар, йөҙәр тапҡыр ишеткәнем булды. Әммә дөрөҫ икәнлеген йәштәр театрында йәш талантлы режиссер Илнур Муллабаев ҡуйған «Ромео һәм Джульетта» спектаклен ике тапҡыр ҡарағас ҡына аңлағандай иттем. Һәм тәү тапҡыр традицион ҡараш менән ҡараһам, икенсе юлы сәхнәләге ваҡиғаларҙы ирекле һәм тыныс ҡиәфәттә күҙәттем. Һәр тамашасы ана шулай – тәҡдим ителгән шарттарҙы белеп, йә, ни генә күрһәм дә тыныс ҡабул итәм, тигән тойғо менән ҡарарға тейештер. Юҡҡамы ни һәр спектаклдең программаһында, афишаһында тамашаның ниндәй жанрҙа эшләнгәне күрһәтелә – йә ул трагедия, драма, йә комедия. Был бит юҡҡа яҙылмай. Ул тамашасыны ниндәйҙер тулҡындарға көйләй, кәйефен сәхнәлә уйнау рәүешенә әҙерләй. Ошо үҙе үк театрға килеүселәргә ни көткәнлеген аңғарта. Әгәр комедия ҡарарға килеп, трагедия күрһәк, йә киреһенсә булһа, беҙгә спектаклдең оҡшауы бик шикле.
Ошо йәһәттән, минеңсә, йәштәр театрындағы спектаклдең жанры дөрөҫ аталмаған. Унда «трагедия» тип яҙылған. Дөрөҫ, Шекспир үҙе шулай атаған. Ләкин театр беҙгә Шекспир тәҡдим иткән уйнау рәүешен күрһәтмәне, икенсе төрлө тамашаны күрҙек беҙ. Тимәк, тамашасыны әҙерләү өсөн әҫәрҙең жанрын уҡ башҡаса атарға ине – «эксцентрик трагедия»мы, «трагик тамашаға заманса (йәштәрсә!) ҡараш»мы шунда. Ул саҡта минең кеүек консерватик тамашасы һағая төшөр ине һәм залға икенсе төрлө кәйеф менән инер ине. Мин традицион спектакль көттөм, ана шуға ла ул тәү ҡарауҙа оҡшаманы.
Бына ошондай оҙон инеш һүҙенән һуң спектаклгә бер аҙ анализ бирергә тырышайыҡ. Хәйер, тамаша хаҡында төп фекеремде әйттем булып сыға бит – классик трагедияны заманса, йәштәрсә ирекле эшкәртеү был. Әгәр ошондай ҡараш менән баҡһаң, бөтәһе лә аңлашыла спектаклдә, хатта ҡабул ителә. Артистарҙың уйыны ла, кейемдәре лә тамашаның беренсе бүлегендәге уйнау рәүеше икенсеһенән айырылып тороуы ла, музыка ла, декорация ла.
Мине концерттарҙа йырсыларҙың хәрәкәттәренең йыш ҡына йыр тексына тап килмәүе ғәжәпләндерә. Һүҙҙәр яратҡан кешеһен юғалтыуына ҡайғырыуы хаҡында һөйләй, ә йырсы, шатланып-ҡыуанып, сәхнәнең буйынан-буйына ырғанлай. Һорағаным да бар: «Ниңә текст менән хәрәкәттәр тап килмәй?» Төрлө йырсы төрлөсә яуап бирә, әммә уларҙың фекерҙәрен дөйөмләштерһәң, ошондайыраҡ йөмлә килеп сыға – йырҙың тексына ярашлы хәрәкәт-тойғо кисерһәң, ул кисереште ҡабатлау ғына була, йәғни әтәс һүрәте аҫтына «әтәс» тип яҙған кеүек, ә шул һүҙҙәргә ярашлы булмаған, хатта ҡапма-ҡаршы килгән хәрәкәттәр яһаһаң, йырҙың йөкмәткеһе байый, хатта тәрәнәйә, кинәйәле төҫ ала.
Был һүҙҙәр менән ризалашмаҫҡа мөмкин. Ләкин фекер бар. Тимәк, баштарына ни килә, шуны эшләп йөрөмәй икән йырсыларыбыҙ, тигән уй бер аҙ тынысландыра өлкән йәштәге тамашасыларҙы.
Илнур Муллабаев ҡуйған спектаклдә лә йыш ҡына, бигерәк тә тәүге өлөшөндә, мизансценаларҙың тексҡа бәйләнмәүе аптырата ла, хатта ҡайһы саҡ йәнгә тейә. Ләкин, йырсылар әйтмешләй, шундай әйтелгән һүҙҙәргә ҡапма-ҡаршы килеүсе хәрәкәттәр сәхнәне байыта түгелме? Һәр хәлдә, конфликт­ты икенсе төрлө күрергә ярҙам итә бит. Абсурд театры бар. Унда актерҙар бөтөнләй туҙға яҙмаған нәмәләр һөйләй. Әммә тойғолар үҫеше, уларҙың кульминацияға барып етеүе традицион театрҙыҡы кеүек ҡоролған. Кисереш­тәрҙең ҡуйырыуы, конфликттың көсәйеүе фәлсәфә ҡанундарына тап килә – тәүҙә кешеләр тыныс ҡына һөйләшә, аҙаҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа баралар һәм кульминацияла ныҡ итеп талашып, хатта һуғышып ҡуялар. Ә һөйләгән һүҙҙәренең рәте юҡ, әллә ниндәй аңлайышһыҙ һәм бәйләнешһеҙ. Был абсурд театрында була. Әммә тормошта ла беҙ – һәр кем үҙ проблемаһы буйынса төрлө темаға талаша, конфликтҡа инә (һүҙҙәр генә айырыла), ә талашыуҙың ҡуйырыуы, йәғни тойғоларҙың шартлауы, бәрелеше һәр саҡ тыш яҡтан ҡарағанда игеҙәктәр кеүек бер иш. Юҡҡамы ни Пушкин театр хаҡында былай тип әйткән: «Сәхнәлә хәрәкәт ысынға оҡшарға ғына бурыслы, әммә тойғолар һәр саҡ ысын, саф булырға тейеш!»
Шуға ла «Ромео һәм Джульетта» спектаклендә һүҙҙәр менән хәрәкәт­тәрҙең йыш ҡына тап килмәүенә ҡайғырырға түгел. Иң мөһиме – тойғолар үҫешенең гармоник рәүештә фәлсәфә ҡанундары буйынса барыуына ҡыуа­ныр­ға тейешбеҙ. Ошонан сыҡһаң, тамашаның беренсе өлөшөнөң икенсеһенән айырылыуы ла аңлашыла һымаҡ. Спектаклдең башында Ромео менән Джульетта араһында мөхәббәт тыуа, шуға күрә бында бөтәһе лә йәштәрсә, көтөлмәгәнсә, хатта аңлайыш­һыҙ, эксцентрик жанрҙа бара, сөнки мөхәббәт үҙе лә аңлайышһыҙ, иҫәр тойғо бит (өлкәндәр фекеренсә). Ә инде әҫәрҙең аҙағында ваҡиғаларға ололар килеп ҡушылғас, уйнау рәүеше реалистик планға күсә, был мөхәббәт донъяһында – күктә осоп йөрөгән йәштәрҙе ергә, реаль тормошҡа төшөрә һәм сәхнәләге бар хәрәкәт реализм рәүешендә бара.
Был, һис шикһеҙ, режиссер спектакле. Бында тамаша өсөн фәҡәт режиссерҙы әрләргә йәки маҡтарға мөмкин. Актерҙарҙың уйынына аныҡ туҡталып булмай. Мин спектаклдә ҡатнашҡан һәр актер менән таныш тиергә була (театрға яңыраҡ килгәндәренән башҡа). Уларҙың талант, тәжрибә кимәлен беләм. Әгәр ирек ҡуйылһа, был йәштәр бар һәләтен асып, теге йәки был образды бөтөнләй икенсе төрлө күрһәтер ине, моғайын. Ләкин актерҙар үҙ таланттарын теҙгенләгән, бар булмышын режиссер ихтыярына буйһондорған. Шуға ла актерҙарҙың уйынына баһа биреп тормайым. Был спектаклдә һәр актер айырым-айырым хәрәкәт итмәй. Бында күп актерҙан торған ансамбль, режиссер ҡулындағы, дирижерҙарҙыҡы кеүек таяҡсаны тыңлаған оркестр уйнай.
Образдарҙың кейемдәре оҡшаны, башҡаларға нисектер, әммә элекке заманды күрһәткән спектаклдәрҙә кейемдәрҙе энәһенән ебенә тиклем тап килтереүҙе күңелем һөймәй. Әгәр беҙ сәхнәләге ваҡиғаларҙы, дүртенсе стенаның юҡлығына ҡарамай, шартлы рәүештә ысын тормош тип ҡабул итәбеҙ икән, кейемдәрҙә лә шартлылыҡ булырға тейештер, уларға, бөгөнгө көнгә яҡынайтып, стилизовка яһарға кәрәктер. Юғиһә боронғо ауыр, киң, килбәтһеҙ күлдәк-костюм кейгән актер­ҙарҙың хәҙергесә йүгереп йөрөүе йәнгә генә тейә. Боронғо кейем бит боронғоса хәрәкәт итеүҙе, этиканы, мәҙәниәтте талап итә. Ярай, уныһына ҙур тырышлыҡ менән өлгәшергә булалыр. Әммә мин театрға тышҡы оҡшашлыҡты күрергә түгел, эске, ысын кисерештәр бәрелешен, тойғолар үҫешен ҡарарға барам. Шуға ла актерҙарға уйнау, тамашасыға ваҡиғаларҙы еңел ҡабул итеү өсөн кейем һәр саҡ бөгөнгө көнгә яҡын һәм аңлайышлы булырға тейеш. Әйткәндәй, сәхнә рәссамдары быны күптән аңланы һәм һуңғы йыл­дарҙа декорация ҡороуҙа тулыһынса иреккә сыҡты, тамам стилизовка яһай башланы бит. Әгәр беҙ шартлы декорация күрәбеҙ икән, был спектаклдә кейемдәр ҙә уларға ярашлы рәүештә шартлы булырға тейеш ине. Һәм ул шулай эшләнгән дә.
Сәхнәлә өйрөлөп торған, шулай итеп, төрлө урындарға ишара яһаусы декорация уңышлы эшләнгән, минеңсә (рәссамы – Рифҡәт Арыҫланов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре). Ул һис бер көсөргәнешһеҙ хәрәкәт барған ерҙе алмаштыра, һәм был һис ниндәй кире тойғо тыуҙырмай, киреһенсә, ваҡиғаларҙың бай һәм мөһабәт урында барғанлығына ышандыра.
Композитор Ришат Сәғитов йәштәрсә трагедияға хас, актерҙарҙың уйынына тап килгән музыка яҙ­ған. Унда заманса инструменттар ауаздарының яңғырауы, уның рокка тартым булыуы тамашанан алған тәьҫирҙе көсәйтә генә.
Шулай итеп, Ил­нур Муллабаев ҡуйған «Ромео һәм Джульетта»ны икенсе тапҡыр ҡарағас, унан бөтөнләй икенсе тәьҫораттар менән ҡайттым. Ә дөйөм алғанда, был тамашанан һуң мин оло ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерҙем. Ни өсөн? Быны аңлатыу өсөн яҡын тарихҡа күҙ һалырға кәрәктер.
Бынан егерме йыл элек республикабыҙ театрҙарында ғәжәп рәүештә бер режиссер ҙа ҡалманы тиерлек. Өлкәндәр, ҡартайыу сәбәпле, театрҙан китте йәки вафат булды, ә йәштәр әҙерләнмәне. Мин ул осорҙа БР Мәҙәниәт министрлығында эшләй башлағайным. Һәм театрҙар өсөн яуап­лы инем. Бер нисә яңы театр астыҡ, ә спектакль ҡуйырҙай режиссерҙарыбыҙ берәү-икәү генә. Улары ла үҙ белдеге һәм тырышлығы менән Алматыла һәм Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан йәштәр – Гөлдәр Ильясова һәм Азат Нәҙерғолов. Режиссерҙар әҙерләү эше министрлыҡҡа йөкмәтелгән булған да бит, ләкин бер кем был эш менән шөғөлләнмәгән. Хәлдең түҙеп торорлоҡ түгеллеген күреп, 1993 йылда уҡ бер төркөм йәштәрҙе Мәскәүҙең ГИТИС-ына уҡытырға ебәрергә тырышҡайным. Әммә ҡайһы бер кешеләрҙең ҡаршы төшөүе арҡаһында был ниәтте тормошҡа ашырып булманы. Аптырағас, Мәскәүҙәге сәнғәт белгестәрен икенсе һөнәргә өйрәтеү институтының режиссерҙар әҙерләүсе ике йыллыҡ курсына ситтән тороп уҡыу өсөн һәр театрҙан берәр, икешәр актерҙы ебәрә башланыҡ. Шулай итеп, тиҫтәнән ашыу актер – Дамир Ғәлимов, Сәлих Әфләтунов, Әлмира ҡыуатова, Вәкил Йосопов (Сибай ҡалаһы) Илдар Вәлиев (Салауат ҡалаһы), Әхмәр Әхмәҙуллин, Кинйәбикә Исламғолова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Гөлнара Вахитова, Әлфиә Хәбибрахманова (Өфө ҡалаһы) һәм башҡалар, курсты тамамлап, театрҙар­ҙа режиссер булып эшләй башланы. Әммә театрҙарыбыҙҙың киләсәген уйлаһаң, йәш режиссерҙарҙы ныҡлап әҙерләргә һәм уларҙы ике йыллыҡ ҡына курста түгел, ә биш йыл буйы ГИТИС-та уҡытырға кәрәк ине. Шул сәбәпле мин 1997 йылда йәнә ГИТИС менән бәйләнешкә индем. Ләкин хәҙер бушлай уҡытыу бөтөрөлгәйне инде, һәр студент өсөн йыл һайын 100 миллион (хәҙергесә 100 мең һум тирәһе) түләргә кәрәк ине. 1997 йылдың аҙағында, БР Мәҙәниәт министрлығынан китеүемә ҡарамай, Мәскәүгә барып, ГИТИС менән ун студентты уҡытыу хаҡында килешеү төҙөп алып ҡайттым. Әммә Мәҙәниәт министрлығында эшләүсе яуаплы кешеләр килешеүгә ҡул ҡуймай аптыратты. «Ниңә шуның сама аҡса түләп Мәскәүҙә уҡытырға, үҙебеҙҙә бушлай уҡытып булмаймы ни?» – тинеләр. Мин уларға ҡат-ҡат инеп: «Режиссерҙарҙы, дирижерҙарҙы мотлаҡ Мәскәүҙә уҡытырға кәрәк. Унда уҡытыусылар юғары кимәлдә, – тип әйттем. – Актерҙарҙы, музыканттарҙы, бейеүселәрҙе үҙебеҙ әҙерләй алабыҙ, әммә етәксе кадрҙар Мәскәү мәктәбен үтергә тейеш. Аҙаҡ улар, шул белемдән сығып, бында үҙ мәктәбен булдырыр». Был тартҡылашыу ярты йыл дауам итте.
Ниһайәт, 1998 йылдың май айында килешеүгә ҡул ҡуйылды, һәм көҙгә ете егет менән бер ҡыҙ Мәскәүгә биш йылға режиссерлыҡҡа уҡырға китте. Тәжрибәнән сығып, төрлө сәбәптәр арҡаһында шул һигеҙ баланың, исмаһам, икәүһе генә лә ысын режиссер булып китһә, бик ҙур ҡыуаныс буласаҡ, тип фараз иткәйнек. Ғәжәп рәүештә шуларҙың бишәүһе, уҡыуҙы уңышлы тамамлап, тәүге аҙымдарынан уҡ үҙҙәрен талантлы режиссер итеп күрһәтте. Бына улар – Айрат Әбүшаһманов, Рөстәм Хәкимов, Илдар Вәлиев, Илнур Муллабаев, Нәркәс Искәндәрова. Йәш режиссерҙар бер-береһенә оҡшамаған, төрлө-төрлө. Бының шулай булыуы ҡыуаныслы ине. Кемеһелер классик рәүештә реализмға тартым йүнәлештә эш итә. Был режиссерҙар өсөн әҫәргә һалынған идеяны, фекерҙе, образдарҙың кисерешен, үҫешен тулыһынса асыу – иң мөһиме. Әммә уларға ла тамашаны байытыу өсөн символик сәхнәләр, модернизм ят түгел. Ләкин уларҙың эшләү, спектакль ҡуйыу манераһы һәр береһенеке үҙенсә, үҙенсәлекле. Икенселәре эксцентрикаға, модер­низм­ға тартыла. Уларҙың рәтенә Муллабаевты индерер инем. Илнурҙың һуңғы эше шуны раҫлай. Ул актер сағында ла ошо юҫыҡта ижад итә ине, минеңсә. Тимәк, йәш режиссерҙың һуңғы спектаклдәге стиле мода артынан ҡыуыу түгел, уның тормошҡа, сәнғәткә ҡарашы, фәлсәфәһе, эстетикаһы. Әлеге мәлдә Мәскәүҙә уҡып ҡайт­ҡан йәш режиссерҙарыбыҙ аяҡҡа баҫа. Уларға үҙ тырышлығы менән Мәскәүҙә белемен осларға торған Азат Йыһаншин менән Арыҫлан Йәнбәков ҡушылырға тора. Бөгөн бар беҙҙең йәш режиссерҙарыбыҙ, бар. Тимәк, бар театрҙарыбыҙҙың өмөтө, киләсәге. Һис шикһеҙ, йәштәр ҡуйған спектаклдәр беҙҙең сәхнә сәнғәтен байытасаҡ, яңы үрҙәргә күтәрәсәк. Ошоларҙы уйлап, оло шатлыҡҡа бирелдем.
Фәҡәт шуны оноторға ярамай: театр­ҙарға гел генә йәштәр йөрөмәй, тамашасылар араһында төрлө быуын кешеләре бар. Хатта улар күберәк. Һәр режиссер эксперименталь спектакль ҡуйырға хаҡлы, һәр театрҙың репертуарында бер-ике шундай тамаша булырға тейештер ҙә (республикабыҙҙың бөйөк шәхестәренә бағышлан­ған әҫәрҙәр афишаларҙы биҙәргә бурыслы булған кеүек). Әммә һәр спектакль режиссерҙың бай, хатта эксцентрик фантазияһын күрһәтеү өсөн түгел, ә тамашасылар өсөн, уларҙың күңеленә яҡын әҫәрҙәр ҡуйылырға тейешлеген һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
Йәнә шул хаҡта даими уйланыу мотлаҡ – үрҙә һаналған режиссерҙар ғына ун ике театры булған республика өсөн бик аҙ. Әлеге көндә Салауат, Сибай, «Сулпан» театрҙарындағы режиссерҙар пенсия йәшендә. Ә ҡурсаҡ театры бөтөнләй режиссерһыҙ ҡалған. Башҡа театрҙарыбыҙҙа берәр генә режиссер эшләй, уларға ярҙам итерҙәйҙәре, алмаштырырҙайҙары юҡ. Киләсәген ҡайғыртҡан театрҙа кәм тигәндә ике-өс режиссер (шуның бер-икәүе – йәш) булырға тейеш. Туҡһанынсы йыл­дарҙағы кеүек көрсөккә тарымаҫ өсөн бөгөн үк тағы бер төркөм йәш режиссер­ҙы Мәскәүҙә әҙерләүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ә иң дөрөҫө – күпләп түгел, йыл һайын даими рәүештә Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа ике-өс режиссер, дирижер, балетмейстер уҡытырға ебәреп тороу мотлаҡ (актер, музыкант, бейеүсене Өфөлә әҙерләргә була). Шулай эшләгән хәлдә генә ун-ун биш йылдан һуң үрҙә әйтелгән белгестәргә ҡытлыҡ кисереүҙән ҡотола алырбыҙ.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
драматург.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы