RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»

22.11.2011 Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»

Республикала икенсе тапҡыр «Юлдаш» йыры» конкурсы үтте
Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»
Ике көн буйы баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайы йыр-моң донъяһында йөҙҙө. Профессиональ артистар менән халыҡ араһынан сыҡҡан йырсылар «Юлдаш» йыры»нда оҫталыҡтарын күрһәтте, тамашасыны баҫып алҡышларға мәжбүр итте, илһамландырҙы, моңландырҙы.
Икенсе генә йыл уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, «Юлдаш» йыры» проекты халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны артыуы ла, улар араһында ысын профессионалдарҙан ҡалышмаған йырсыларҙың байтаҡ булыуы ла бәйгенең кимәле үҫеүе хаҡында һөйләй. Быйыл 13 конкурсант финалға сыҡты. Улар араһынан мәртәбәле жюри ағзаларына (Нәзифә ҡадирова, Ғәзим Ильясов, Хәсән Назар, Юлай Үҙәнбаев) «иң-иң»дәрен һайлап алыу еңелдән булмағандыр. Беренсе урындың – ике, икенсе урындың – дүрт, өсөнсө урындың өс кешегә тапшырылыуы ла еңеүсене һайлап алыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеге хаҡында һөйләп тора. Бынан тыш, номинациялар ҙа байтаҡ булдырылған. «Иң халыҡсан йырсы» исеме Учалы районының ҡотой ауылынан Азамат Сәфәрғәлинға бирелде. Ул Сибай институтында химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй, ошо көндәрҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйына. Уның «Һандуғас йыры»н тамашасы бик ихлас ҡабул итте. Мәләүез ра­йонынан бик һәләтле йырҙар авторы Муса Смаҡовҡа ла «Юлдаш» йыры – 2011» конкурсының махсус призы тапшырылды.
Халыҡ ынйыларын аса «Юлдаш»
Быйыл яратҡан йырсылар өсөн тауыш биреү ҙә ойошторолғайны. Тауыштарҙы смс-хәбәр аша йә «Юлдаш» каналының сайтында юллау мөмкинлеге бар ине. Ошо нигеҙҙә тағы ла ике номинация булдырылған. Өфө ҡалаһынан Зөлфирә Дәүләтбаева, иң күп смс-тауыш йыйып, «Асыш һәм ихтирам», ә Стәрлетамаҡтан «Йөрәктау» ан­самбле 2177 тауыш менән «uldashfm.ru» номинациялары менән бүләкләнде. «Иң йәш башҡарыусы» – Благовар егете Альфред Ғабдрахманов та жюри иғтибарынан ситтә ҡалманы. Өсөнсө урынға Өфөнән Илдар Нуриев, Мәләүездән Фәүзиә Суфиянова, Бүздәктән Айрат Гәрәев лайыҡ булды. Әйткәндәй, «Юлдаш» йыры»нда башҡорт йырсылары ғына түгел, татар башҡарыусылары ла теләп ҡатнаша. Айрат Гәрәев, мәҫәлән, «Өс ҡайын» йыры менән тамашасы һөйөүен яуланы. Был һәләтле егет бер ҡасан да фонограммаға йырламауы менән дә иғтибарға лайыҡ.
«Икенсе урын алыусы конкурсанттар беренсе урын алғандарҙан тамсы ла ҡалышмай, − ти концертты ойоштороусылар. − Улар ҙа шул тиклем ныҡ һәләтле, әҙерлектәре лә бик юғары кимәлдә, тауыштары ла көслө». 57 йәшлек Венер Моратов гитарала уйнап, үҙе яҙған йырҙарҙы ла башҡара. Үҙе шул тиклем яуаплы, пунктуаль кеше, уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Йөрәге менән йәш, дәртле конкурсанттар­ҙың тағы ла берәүһе − 60 йәшлек Урал Бикташев. Ул башҡорт халыҡ йыры «Сыбай ҡашҡа»ны башҡарҙы. Уларҙың икеһенә лә тормошта байтаҡ ауырлыҡ кисерергә тура килгән. Әммә улар бирешмәгән, йәшлек дәртен һаҡлап ҡала алған. Һәр ваҡыт йыр менән йәшәүҙәре лә ярҙам итәлер. Икенсе урынға лайыҡ егеттәрҙең тағы ла берәүһе − Сибайҙан Фәнис Сирбаев (әйткәндәй, сибайҙарҙан да әүҙемерәк йырсылар юҡ конкурста). Икенсе урын ғына алыуына ҡарамаҫтан, халыҡ уны шул тиклем йылы ҡабул итте, конкурстан һуң да сәхнә артына килеп: «Афарин, ҡустым», − тип, әллә нисәмә тапҡыр ҡулын ҡыҫып киттеләр. Һөнәре буйынса ябай слесарь ғына булған ир-егеттең күңелендә шул тиклем моң йөрөтөүе һоҡланғыс күренеш шул. Уның менән Сибайҙа Дим Шәрәфиев, Ғайсар Моратов, Рәмил Туйсиндарҙан торған бик көслө төркөм эшләй. Уларҙың йырсыға һәйбәтләп әҙерләнергә ярҙам итеүе Фәнистең сығышында ла сағылмай ҡалманы. Әйткәндәй, Фәнис Сирбаев ғаиләһе менән «Бәхетнамә» тапшырыуында ла ҡатнаша, уның өсөн тауыш юлларға ла була. Икенсе урынды яулаусы Белорет районы йырсыһы Фәриҙә Ноғоманова ла үҙ баһаһын лайыҡлы алды.
Беренсе урынға Өфөнән Резеда Шәрә­фетдинова һәм Сибайҙан Динар Ласынов лайыҡ булды. Динарҙы «Йәшлек» гәзите лә үҙенең Маҡтау ҡағыҙы һәм призы менән тәбрикләне.
Конкурста ҡатнашыусылар байрамдан бик ҡәнәғәт таралышты. Улар үҙҙәренең талантын бөтә республика кимәлендә танытыу мөмкинлегенә эйә булды, ҙурыраҡ осоштар өсөн старт алды, ҡанаттарын нығытты. Билдәле сәхнә артистары ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр алыу ҙа һәр кемгә тәтемәй бит. Бүләктәр тигәндән, «Асы», «Йоматау», «Яҡтыкүл» шифаханаларына юлламалар, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге» дәүләт учреждениеһының, «Спорт», «Азалия» магазиндарының һәм «Бәхетле» агентлығының бүләктәре йырсыларҙың күңеленә хуш килде.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы