25.10.2011 «Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк!»
йәки ҡурайҙың итальяндарҙы аптыратҡаны
Башҡорт ҡурайына француздарҙың ғәжәпләнеүе тураһында беҙҙең арала күптән инде легендалар йөрөһә, ә бына итальяндар, ҡурайҙы тәүге тапҡыр күргәс, нисек ҡабул итте?
Башҡортостан быйыл Италия менән дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығыта. Шуға күрә быйыл итальяндар Башҡортостанға тәүге юлдарын һалды ла инде.
Өфөлә итальян артистары, атап әйткәндә Миландың бәләкәй театры артистары “Арлекино – ике хужа хеҙмәтсеһе” спектаклен күрһәтте. Нефтселәр мәҙәниәт һарайының ҙур залы ике көн буйына тамашасы менән шығырым тулы булды. Әйткәндәй, Карло Гольдони пьесаһы буйынса ҡуйылған “Арлекино” 1947 йылдан алып сәхнәнән төшмәй. Уны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Джорджио Стрелерҙың даны бөтә донъяға таралған. “Арлекино” спектакле Рәсәйгә унынсы тапҡыр килә. Спектаклдән һуң театрҙың художество етәксеһе Стефано Бонжованни менән әңгәмәләштем.
Театрға 1987 йылда актер булып килдем. Һуңынан мин режиссер Дж.Стрелерҙың ассистенты булдым. Дж. Стрелер 1997 йылда яҡты донъя менән хушлашты. Әммә “Арлекино”ның даны бөтә донъяға таралды, режиссер үҙе үлһә лә, ул ҡуйған “Арлекино” үлемһеҙ, беҙ уның эшен дауам итәбеҙ. Арлекинды тәүгеләрҙән булып уйнаған актер Ферручо Солери әле һаман сәхнәлә, бөгөн 82 йәштә, беҙҙең менән Рәсәйгә килде. Һеҙ уны сәхнәлә күрҙегеҙ. Өфөлә тәүге көн Арлекинды Ферручо Солери үҙе уйнаһа, икенсе көндө был ролде 56 йәшлек Енрико Бонавера башҡарҙы.
Эйе, бөтә донъяға даны таралған режиссер Дж.Стрелерҙың “Арлекино” һы Өфө сәхнәһендә ике көн барҙы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тамаша хаҡында бик күптәр белмәй ҙә ҡалды. Ә спектаклде ҡараған тамашасы бындай әҫәрҙе күрергә әҙер түгел ине... Өфөләр сит ил артистарын баш ҡала сәхнәһендә тәүге тапҡыр күргәнгәме, әллә спектаклдең сит телдә барғанына сәйерһенепме, улай тиһәң, текст субтитрҙар менән руссаға тәржемә ителде, итальяндар, үҙҙәре көткән тамашасы реакцияһын күрмәгәнгә, бер аҙ шаңҡып ҡалды.
Ә шулай ҙа сит ил артистарының кәйефен башҡорт ҡурайы күтәреп ебәрҙе. Иртәгәһенә итальяндарға Башҡортостан тураһында һөйләп, улар менән бергә ингән магазинда ҡурайҙы күрһәткәс, береһе, бик ныҡ ҡыҙыҡһынып, түҙмәй һатып алды һәм: ”Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк?!” − тип аптыраны. Уға: “Был таяҡ түгел, ә башҡорт халыҡ инструменты – ҡурай”, − тип аңлаттым. Ә инде артистар Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары менән осрашыуға килгәс, шул “таяҡ”та уйнап күрһәтеүҙәрен үтенделәр. ҡурайҙы улай ҙа, былай ҙа әйләндереп ҡарап ултырған итальян музыканты Жанни сәхнәгә халҡыбыҙҙың боронғо ҡоралын тотоп килеп сыҡҡан егетте күреү менән бөтә иғтибарын уға йүнәлтте. Егет ике көйҙө уйнаны. Тәүгеһе еңел көй булһа, икенсеһе башҡорт халыҡ көйө ”Тәфтиләү” ине. Итальяндар бик ҙур иғтибар менән тыңлағандан һуң ҡурайсыны ҙур алҡыштарға күмде. ҡурайсы егет сәхнәнән төшөп тә өлгөрмәне, Жанни ҡаршы барып, уны ҡамауға алды. Унан: “Күрһәт тә күрһәт!” − тип, ҡурайсыны залдан алып сығып уҡ китте. Итальян музыкантының ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуының сиге булманы. Жанни, “таяҡ”ҡа өрөп уйнаусы егеттең ауыҙына инеп китерҙәй булып, ҡурайсыға текәлде. Ул хатта егетте үҙе менән бергә Италияға ла алып китергә риза ине, буғай! Тик ҡурайсы егет, белмәгәнлектән, уны аңламаны... Бына нисек мөһим сит телдәрҙе белеү! Нисәлер тиҫтә йыл элек башҡорт ҡурайы француздарҙы аптыратһа, бөгөн килеп “мөғжизәле таяҡ” итальяндарҙы таң ҡалдырҙы.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»