RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Экранда – заман геройҙары

25.10.2011 Экранда – заман геройҙары

Социаль әһәмиәткә эйә тапшырыуҙар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Экранда – заман геройҙары
20 − 22 октябрҙә Өфөлә «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәткә эйә булған телепрограммалар һәм телефильмдар фестивале үтте.
Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә килгән тележурналистар өс көн буйы Рәсәй телевидениеһының танылған журналистарынан оҫталыҡ дәрестәре алды, фестиваль сиктәрендә уҙғарылған «Экранда − замандашыбыҙ» конкурсына килгән 120-нән ашыу эштең байтағын ҡа­рап, үҙе өсөн һығымталар яһаны. Фес­тивалдең әһәмиәте төбәк журналистары өсөн айырыуса ҙур. Сөнки был конкурс уларға үҙҙәрен һынар, тапшырыуҙарын Мәскәү оҫталарына күрһәтер һәм тейешле баһа алыр, сынығыр майҙан булып тора. Үҙәк телевидение журналистары ла проекттың үҙҙәре өсөн әһәмиәтен билдәләй − Мәскәүҙә йәшәп, эшләп кенә ысын Рә­сәйҙе күреп, белеп булмай, ә төбәктәрҙән килгән тапшырыуҙарҙа, теле­фильм­дарҙа улар күрмәгән дөрөҫлөк, улар асып бөтә алмаған ысынбарлыҡ ята.
Тамашасының ышанысын юғалтмаҫ өсөн тапшырыу ниндәй нигеҙҙәргә ҡоролорға, ә журналист үҙе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Журналист позицияһы булырға тейешме, ниндәй осраҡта тапшырыуҙы алып барыусы, үҙ фекерҙәрен еткереп, тамашасыһына үҙ аллы ҡарар сығарырға ҡамасауламаҫҡа бурыслы? Ике ут араһында ҡалғанда, ҡанлы тарих биттәре менән эш иткәндә ул үҙен нисек тоторға тейеш − оҫталыҡ дәрестәрендә ҡаралған был мөһим һорауҙар береһен дә битараф ҡалдырманы. ҡыҙыу бәхәстәр­ҙә һәр кем үҙенең фекерен яҡланы, шул уҡ ваҡытта бүтәндәрҙең һүҙенә лә ҡолаҡ һалып, үҙе өсөн һығымталар ҙа яһаны. Иң мөһиме, улар үҙ һөнәрҙәренә битараф түгеллектәрен дәлилләне, тимәк, был еңел булмаған, кеше яҙмыштары, хатта ил яҙмышы менән бәйле юлды юҡҡа ғына һайламағандар.
Был конкурсҡа килгән эштәрҙә лә сағылды. Бөгөнгө көн геройҙары − һуғыш ветерандары, спортсылар, йортһоҙ ҡалған ябай бер асарбаҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыусы кешеләр, туғандар ҡәберлегендә кемдәр ерләнгәнен өйрәнеүсе уҡыусы ҡыҙ − һәр бер геройға, һәр бер эшкә күңел йылыһы һалынған, һәр береһендә ысын тормош ярылып ята. Әлбиттә, кәмселектәр ҙә байтаҡ. Тик эштәрҙе баһалаусы жюри ағзаларының һүҙҙәренә ҡарағанда, йылдан-йыл тапшырыуҙарҙың сифаты күтәрелә. Быйыл телетапшырыуҙар һәм телефильмдар ете номинация буйынса тикшерелде. «Кумирҙар бөгөнгө герой­ҙар була аламы?», «Һөнәрем − күңел талабы», «Тормошта һәр саҡ батырлыҡҡа урын бар», «Изге эштәр», «Һуғыш эҙҙәре буйлап», «Күренмәгән геройҙар», «Прорыв» номинацияларында Рәсәйҙең төбәк телевидениеларының иң яҡшы тип табылған эштәре бүләкләнде. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәр­ҙәренең эштәренең дә бер нисә тапҡыр юғары баҫҡысҡа күтәрелеүе ҡыуаныслы хәл. «Вся Уфа» телеканалы «Урман геройы» фильмы һәм «Асарбаҡ» сюжеты өсөн − икенсе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «А пунктынан Б пунктына» проекты менән − беренсе, тарихи фильм өсөн икенсе урындарҙы алды, ә Учалы ҡала телевидениеһы Башҡортостан Президентының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Билдәле Рәсәй тележурналистары Леонид Млечин, Михаил Дегтярь, Рәүеф Аталимбеков, Кирилл Набутов, Виталий Манский составындағы жюри конкурста ҡатнашыу­сыларға үҙ баһаһын биреп кенә ҡалманы, ғәмәли кәңәштәрен дә йәлләмәне.
«Бөгөн тормош тик матди байлыҡ туп­лау­ға ҡоролоп бөтөп барған мәлдә нин­дәй­ҙер яҡшы эштәр эшләүгә урын да юҡ һымаҡ. Ә был фестивалдең исеме үк беҙҙе уйланырға мәжбүр итә − ә беҙ дөрөҫ йәшәйбеҙме әле, тормошта ниндәйҙер ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Шуға ла фестиваль бик ҙур әһәмиәткә эйәлер тип һанайым, − Грозный ҡалаһының «Һуғыш» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре Лиана Абдулхалидова тәьҫораттары менән дә бүлеште. Конкурста ул быйыл беренсе тапҡыр ҡатнаша. − Миңә Өфө кешеләренең асыҡ йөҙлө булыуы бик оҡшаны. Фестиваль бик юғары кимәлдә ойошторолған. Ысын ҡәләм, һүҙ оҫталарынан дәрестәр алыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, төрлө тапшырыуҙарҙы ҡарап, ҙур тәжрибә тупланыҡ. Бының өсөн ойоштороусыларға ла бик ҙур рәхмәт».

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы