18.10.2011 Мәғлүмәтле, тимәк, заман менән бергә атлай
Ваҡиғалар ағышы ҙур тиҙлектә барған заманда йәшәйбеҙ. Республика, ил яңылыҡтарынан артта ҡалһаң, кисәге көндә йәшәйһең, тигән һүҙ. Мәғлүмәткә мохтажлығыбыҙ көндән-көн арта. Күптәр яңылыҡтар менән интернет селтәрендә таныша. Әммә ундағы мәғлүмәт, ғәҙәттә, ”нимә” һәм ”ҡайҙа” һорауҙарына ғына яуап бирә, ҡайһы саҡ ысынбарлыҡтан алыҫ була...
Ә бына был йәһәттән республикабыҙҙың төп телеканалы – БЮТ телевизор ҡараусыларҙың талабына тулыһынса яуап бирә. Сөнки ул көн менән йәнәш атлай. Оператив эшләүсе телевидение хеҙмәткәрҙәре ваҡиғалар урынына сығып, тамашасыларға дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәтте еткерә.
Яңы телевизион миҙгел Башҡортостан юлдаш телевидениеһына байтаҡ үҙгәреш алып килде. Ошо хаҡта каналдың яңылыҡтар редакцияһының баш мөхәррире Шамил ИШЕМЙӘРОВ һөйләне:
– Үҙгәрештәрҙән тик ҡурҡаҡтар һәм эштәренең асылын аңламағандар ғына өркә, ә беҙҙең татыу коллективта ундайҙар юҡ. Хәҙер редакцияның эше бермә-бер артты. Яуаплылыҡ та көсәйҙе.
Башҡортостанда көн һайын ваҡиғалар булып тора. ҡайҙалыр дауахана, балалар баҡсаһы, мәктәптәр асыла, фәнни форумдар үткәрелә, асыштар була. Был хаҡта ваҡытында халыҡҡа еткереп торорға тейешбеҙ.
Шуны күҙ уңында тотоп, хәҙер яңылыҡтар тапшырыуын сәғәт һайын сығара башланыҡ. Иртәнге сәғәт 7-нән киске 11-гә тиклем, сәғәт телдәре 30 минутта булған ваҡытта БЮТ каналының мәғлүмәт төркөмө ”зәңгәр экран”ға сыға. Күп осраҡта улар тура эфирҙа эшләй. Иң ”эҫе” хәбәрҙәр менән телевизор ҡараусылар шундуҡ таныша ала. Шулай уҡ тәүлектең иң мөһим ваҡиғалары, анализланып, киске сәғәт 10-сы яртыла – русса, ә 11-се яртыла башҡортса күрһәтелә.
Гүзәл БИКМӘТОВА яҙып алды.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»