RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яр Саллылар беҙҙә миҙгел асты

27.09.2011 Яр Саллылар беҙҙә миҙгел асты

Беҙҙең театрҙар миҙгел асмаған мәлдә лә Өфө тамашасыһы бойоғоп ултырманы. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһының татар дәүләт драма театры артистары баш ҡалабыҙ халҡын гастролдәре менән ҡыуандыр­ҙы. Улар «Нур» театрында 14 сентябрҙән алып 19-на тиклем тамашалар ҡуйҙы.
Күршеләребеҙҙең театр торошо менән ҡыҙыҡһынып, «Нур»ға юл тоттоҡ. «ҡорт» тип аталды беҙ ҡараған комедия. Пьесаның төп геройы Хәйҙәр − үҙ-үҙенә ышанған, тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн, эшкә бирелгәнлеге менән айырылып торған кеше. Ғүмер буйы яуапһыҙ мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлаған. Бүтәндәр кеүек, байлыҡ, мөлкәт артынан ҡыуып, өс-дүрт баҡса картуф та сәсмәй. Комедияның төп конфликты ла шул картуфҡа барып тоташа. Йәнәһе лә, бер Хәйҙәрҙең генә баҡсаһына колорадо ҡуңыҙы төшмәгән. Йәнәһе лә, бөтә ауыл был яуыз ҡорттан ыҙа сиккәндә, ул бер үҙе яуыз бөжәккә ҡаршы ниндәй дарыу ҡулланырға икәнен белһә лә, быны халыҡтан йәшереп тота.
Кешенең ниндәйе генә булмай икән, тип уйлап ҡуяһың спектаклде ҡарағанда. Көлкөлө итеп ҡоролған сюжет аша артистар кеше холҡоноң әллә күпме яғын асып биреүгә өлгәшә. Йөрәктәргә инеп оялаған көнсөллөк тойғоһо әллә ниндәй ҡыҙыҡлы-ҡыҙғаныслы аҙымдарға этәрә, күптәрҙең ысын йөҙөн асып бирә. Баҡсаны баҫҡан ҡорттан түгел, тәү сиратта, күңелде кимергән яуыз көнсөллөк ҡортонан арынырға кәрәк, тигән фекерҙе еткерергә тырыша тамашасыға актерҙар. Ә колорадо ҡуңыҙынан ҡотолоу юлы күпкә ябайыраҡ − Хәйҙәр уны көн һайын иртән биҙрәгә ҡағып төшөрә.
Спектакль иғтибарҙы оҫта ҡуйылыуы менән йәлеп итте. Әлбиттә, әлеге лә баяғы көлкө артынан ҡыуыпмы, ниндәйҙер күңелгә ятмаған шаяртыуҙар ҙа булып алды. Нисәнсегә инде үҙемә, шундай юморһыҙ булмаймы икән ни, тигән һорау бирәм. Унан башҡа ла рәхәтләнеп көлөп була ла баһа. Бәлки, ауыл тормошо мәҙәктәрен күрһәткәндә, уларға ла урын булырға тейештер. Шулай ҙа...
Тәнәфестә Яр Саллы театрының баш режиссеры Фаил Ибраһимов менән дә аралашып алыу мөмкинлеге тейҙе.
− Беҙҙең театрыбыҙ бай репертуарлы. Унда һәр кемдең зауығына тап килерлек спектакль бар. Театралдар өсөн дә, беренсе тапҡыр театр тупһаһын атлап үтеүселәргә лә, йәштәр, ололар, балалар өсөн дә әҫәр­ҙәр ҡуябыҙ − бөтә нәмә балансланған булыр­ға тейеш. Беҙҙең ҡалабыҙ бик ҙур, унда 500 мең кеше йәшәй, шуларҙың 200 − 300 меңе – татар-башҡорт халҡы. Потен­циа­лыбыҙ бар. Уларға өҫтәп, рустар ҙа театр­ға йөрөй. Шуға ла беҙ миҙгелде ҡалабыҙҙан да сыҡмай уҙғара алыр инек. Әммә үҙ-үҙебеҙгә генә бикләнеп ятыу килешмәй, яңы киңлектәр асырға, яңы тамашасылар табырға, үҙебеҙҙе республиканан ситтә лә танытырға тейешбеҙҙер, − ти баш режиссер.
Өфө тамашасыһының йылы ҡабул итеүенә, зал тултырып килеүенә ҡарағанда, беҙҙең яҡтарға тағы ла килергә иҫәптәре бар. Быйыл улар Өфөлә өсөнсө тапҡыр, төрлө жанрҙағы алты спектакль алып килгәндәр. Һәр сәхнә әҫәренең дә үҙ тамашасыһы – балалар өсөн ҡуйылған әкиәттәргә лә, трагедияларға ла, драма, комедияларға ла тамашасы ихлас йөрөгән. Тамашаларға һыуһап киткән, ахырыһы, баш ҡала халҡы − эркелешеп сыҡҡан кешеләр араһында спектаклде хуплау һүҙҙәре татарса ғына түгел, башҡортса, русса ла байтаҡ ишетелде.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы