27.09.2011 Алтын башаҡ байрамында яңғыраны йыр-моңдар
Халҡыбыҙҙа ер-һыу, тәбиғәт, хеҙмәткә бәйләнгән әллә күпме байрам бар. Һабантуй, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы тураһында беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Һабантуйҙар республикала ғына түгел, унан ситтә лә гөрләп үтеп торһа, ҡайһы бер төбәктәрҙә әле лә һирәкләп булһа ла кәкүк сәйенә, ҡарға бутҡаһына ла сығалар. Ә бына Сөмбөлә байрамы тураһында күптәрегеҙ тәүләп ишетәлер. Башҡорт халҡында элек шундай матур байрам булған. Ул көҙөн, 21 – 23 сентябрҙә – ҡояштың тылсымлы торошона тура килгән көҙгө тигеҙлек мәлендә уҙғарылған. Уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Ана шул традицияны бынан бер нисә йыл элек БР ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тергеҙә лә инде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошо көндәрҙә үткән матур сара – шуның лайыҡлы дауамы.
Университет алдында, саф һауала үтте был байрам. Быйыл алтын башаҡ – Сөмбөлә байрамына ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Байрамды билдәле ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева асты. Ул беҙҙе байрамдың тарихы менән таныштырып үтте, шаяртып, көлдөрөп тә алды.
Тәүге тапҡыр Сөмбөлә байрамына килгән кеше уны мәктәптәрҙә үткәрелгән уңыш байрамына ла оҡшатыуы мөмкин. Бына ҡайҙа ята икән был байрамдың тамырҙары, тип уйлап ҡуйҙым. Бында ла Көҙһылыу – Сөмбөлә һайлана. Ул зирәк, тапҡыр, йыр-бейеүгә маһир, сәсән телле лә булырға тейеш. Бөгөнгө байрамдың Сөмбөләһе итеп Рида Тимершәйехованы һайланылар. Әйткәндәй, Риданы күптәр «Урал батыр» ҡобайырын башҡарыусылар бәйгеһенең еңеүсеһе итеп тә таный, сәсән теллелеге шуға ла шик тыуҙырмай, йырға һәләте лә һоҡландырырлыҡ. Көҙһылыу тажын да кейҙереп ҡуйғас, ул байрамдың бер биҙәгенә әүерелде лә ҡуйҙы.
Байрамға оло инәй ҙә саҡырылғайны. Ул йәштәргә фатихаһын биреп, изге теләктәрен теләне.
Байрамға килеүселәрҙе төрлө уйын-йомаҡтар менән дә һыйланылар. Иң отҡорҙар «Аҡбуҙат» журналының, БР ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең бүләктәрен алып ҡыуанды. Шулай уҡ сәк-сәк, йыуаса, ҡымыҙ ҙа тәмләне ҡунаҡтар. Күмәкләшеп бейеп тә алғандан һуң, тамашасыларҙы тәмле сәйгә лә саҡырҙылар.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»