27.09.2011 «...Юлда – һәр саҡ юлдаш, Табындаштар оло байрамда»
Күгәрсен районының бер башҡорт ауылында булған хәл-ваҡиға ауыл халҡының күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡланып ҡалған.
Мәжлес барған ерҙә русса йырлай башлағандар. Шул саҡ Бикес ауылынан Ефим бабай торған да:
− Эй, ҡуйығыҙ әле шул урыҫ йырын, үҙебеҙҙең «Сәрмән»де йырлайыҡ, − тип, рәхәтләнеп башҡортса йыр һуҙып ебәргән, ти.
Ошо бәләкәй генә күренештә лә башҡорттоң ерен генә түгел, ә телен, йыр-моңон, йолаһын, ғөрөф-ғәҙәтен, аш-һыуын үҙ иткән, инде нисәмә быуат ерҙәш, һыуҙаш, һауалаш булып йәшәгән рус халҡының булмышы 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәгән бөтөн Башҡортостаныбыҙҙың ысын асылын сағылдыра.
Республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә 30 сентябрҙә Башҡортостан рустарының икенсе конгресы үтәсәк.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»