RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡортостан ҡәҙерле ватаныбыҙға әйләнде»,

24.09.2011 «Башҡортостан ҡәҙерле ватаныбыҙға әйләнде»,

– ти республика украиндары
«Башҡортостан ҡәҙерле ватаныбыҙға әйләнде»,
Башҡортостанда Украинаның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ельченко булып китте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостанда украин диаспораһы (2002 йылғы перепись буйынса, 55 меңдән ашыу, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто мәғлүмәттәре буйынса, әле 75 мең самаһы кеше) башҡа милләттәр менән татыу йәшәй. Был славян халҡының теле, мәҙәниәте лә һаҡлана һәм үҫтерелә. Үҙ сиратында республикала тыуып үҫеп, әлеге мәлдә Украинала йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Һәр ике яҡтан да иғтибар бар. Владимир Ельченко Башҡортостандың милләттәргә күрһәткән иғтибарын өлгө итеп ҡуйҙы.
Ике дәүләт араһындағы хеҙмәттәшлеккә килгәндә, 2010 йылда сауҙа әйләнеше 409,4 миллион доллар менән иҫәпләнә. Быйыл алты айҙа экспорт – 64,7, импорт 12,6 процентҡа артҡан. Беҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе илдәр араһында Украина 13-сө урында тора. Ул, башлыса, беҙҙән дизель яғыулығы, химия продукцияһы, металдар һатып ала, республикаға керамик плиталар, ҡара металл, реактив авиация двигателдәре индерелә.
Украина яғы делегацияһы Өфөләге 9-сы урта мәктәп базаһында эшләп килгән Тарас Шевченко исемендәге республика украин мәктәбендә лә булды. Унда уҡытыу рус, украин, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла. Әлеге уҡыу йорто Башҡортостандың украин мәктәптәре өсөн методик үҙәк тә булып тора. Мәктәптә этнография музейы ла булдырылған, «Кобзарь» республика украин милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә эш алып барыла.
Владимир Ельченко БР Хөкүмәте Премь­ер-министры урынбаҫарҙары Әнүәр Мәх­мүтов һәм Зөһрә Рәхмәтуллина менән дә осрашты. Бында һүҙ, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә мөмкин булғанса хеҙмәттәшлек алып барыу тураһында барҙы. Хеҙмәттәшлек бойомға ашырыла ла инде – Өфөнөң ике вузы килешеүгә ҡул ҡуйған.
Украина вәкилдәре Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Юрий Пустовгаров менән дә осрашты. Яҡтар сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар араһында бәйләнеште нығытыу өсөн Өфөнән Украинаның берәй ҙур ҡалаһына тура авиация рейсы асыу мәсьәләһен ҡарарға килеште.
Ошо көндәрҙә Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында «Башҡортостан – Украина: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән, мәғариф, мәҙәниәт» конференцияһы үтте. Ни өсөн бындай тема һайланыуына килгәндә, һуғыш йылдарында Украинанан беҙгә 100 меңдән ашыу кеше, 20 эре предприятие күсерелгән. 1941 – 1943 йылдарҙа республикала Украинаның эвакуацияланған Фәндәр академияһы, Компози­торҙар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, музей-театрҙары эшләгән.
Владимир Ельченконы республика украиндарының мәҙәниәте менән танышырға ла саҡырҙылар. Был сара милли фестиваль төҫөн алды. ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ райо­нындағы «Золотоношка» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды, баш ҡалабыҙҙың «Каруанһарай» комплексында милләттәштәре менән осрашты. Бында халыҡ украин көнкүреше, йыр-моңо, милли кейемдәре, хатта сало әҙерләү процесы менән танышты. Украиндар Ауырғазы, Шишмә, Дәүләкән райондарынан да килгәйне. Дөйөм алғанда, был милләт вәкилдәре Башҡортостандың һәр төбәгендә тиерлек йәшәй.
Ауырғазы районының Степановка ауылынан килгән украиндарҙың матур бер плакатында шундай шиғыр юлдары бар:
Живут здесь чуваши, татары, башкиры,
Украинский, русский народ.
Единой семьей проживают бок о бок,
И делят и горечь, и мед.
Был ысын мәғәнәһендә шулай. Башҡорттар үҙ заманында ярҙам һорап килгән барыһын да янына һыйындырған, ер байлыҡтарын, һыуын-урманын бүлешкән. Үҙ сиратында, йөҙҙәрсә милләт өсөн Башҡортостаныбыҙ – Тыуған ил, Ватан.
Әлеге сәфәрендә лә Украина делегацияһы милләттәштәренең беҙҙә дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәүенә һоҡланды, мәҙәниәте, теле һаҡланыуға рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә хеҙмәттәшлек тағы ла нығыясаҡ.

А. ЗИННУРОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы