30.08.2011 Ғаилә бәхетенә нигеҙ тәүге йылда һалына
Балаҡатай районында боронғо башҡорт йолаһы – игәк туйы тергеҙелде
Бөгөн ғаиләләрҙең ныҡлығы, ишлелеге, матур парҙар менән бер рәттән, айырылышыуҙарҙың йышайыуы, буйҙаҡлыҡ проблемаһы тураһында күп һөйләйбеҙ. Әлбиттә, үткәндәр менән сағыштырабыҙ: элек бер ғаиләлә кәм тигәндә биш бала булған, ғаилә һирәк тарҡалған, йәштәр өйләнмәйенсә йә кейәүгә сыҡмайынса оҙаҡ йөрөмәгән. Ә туйҙарға килгәндә, улар бөгөн бөтөнләй башҡаса үтә. Кейәү менән кәләште «әсе» тип үбештереү генә лә ни тора! Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа айыҡ туйҙарҙың арта барыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәй.
Башҡорт туйының тарихына байҡау яһаһаҡ, ҙур Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә төрлөсәрәк үтеүен, әммә төп йолаларҙың бер булыуын күрәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ йәштәрҙең ҡауышыуына ҙур мәғәнә һалған. Йыш ҡына балаларҙы атлап китер-китмәҫтән үк йәрәштереп ҡуйғандар. Ә ҡалым, мәһәр тураһында нимә беләбеҙ? Хәҙер кәләшкә никах көнөндә бүләккә берәй алтын алып бирәләр ҙә, шуның менән тамам. Әлбиттә, элеккеләй көтөүләп тиерлек мал, баштан-аяҡ кейем биреү тураһында һүҙ бармаһа ла, мәһәр хәҙер ҙә никахтың мотлаҡ үтәлергә тейешле бер өлөшө булып тора. Ул йолаларҙың байлығы! Шундай ҙур әҙерлектәр, сығымдар менән үткәрелгән туйҙан һуң кем айырылышырға йөрьәт итһен? Бөгөн иһә әллә шул тиклем байыныҡ, әллә йәштәр сығымдарҙы иҫәпкә алмаймы, бергә йәшәгән тәүге йылда уҡ айырылышып та ҡуялар. Борон башҡортта килен ата йортона ҡайтмай, төшкән ғаиләһендә бер йыл буйы йәшәгән. Был йәштәргә бер-береһенә ныҡлап өйрәнергә, ҡыҙға яңы урында ерегергә ярҙам иткән. Тәғәйен ваҡыт үткәс кенә тыуған йортона ҡайтҡан ул. Ошо йола игәк туйы тип аталған. Уның да мәғәнәһе ҙур. Шул турала белдек беҙ Балаҡатай яҡтарына сәфәр ҡылғанда. Бер йыл йәшәгән парҙарҙы саҡырып, был йоланы Башҡортостандың иң төпкөл тарафтарының береһендә үткәрҙеләр. Сараны райондың ЗАГС бүлеге, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең урындағы филиалы ойошторған. Дөрөҫөрәге, балаҡатайҙар тәүгеләрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы иғлан иткән «Бәхетле ғаиләнең беренсе йылы» акцияһын күтәреп алған.
Бер йыл үткәс осрашыу
Бигерәк алыҫ шул Яңы Балаҡатай баш ҡалабыҙҙан. Шулай ҙа ихлас, ҡунаҡсыл милләттәштәребеҙ көн күрә унда. Барып төшкәс тә, төньяҡ-көнсығыш райондарына ғына хас булған шул тиклем дә үҙенсәлекле, ҡолаҡҡа ятышлы ғына һөйләште ишетеп ҡыуандым. Беҙҙе ЗАГС етәксеһе Роза Ғәйнетдинова ҡаршы алды. «Бына ошо күркәм мәҙәниәт һарайында теркәйбеҙ инде йәш ғаиләләрҙе, аҙна һайын 4 − 5 пар килеп тора», − тип саҡырҙы ауылдың үҙәгендә урынлашҡан мөһабәт бинаға әйҙәп. Ай-һай, дан мәҙәниәт һарайы төҙөлгән. Эстәге кабинеттарының да күплеген шәйләп, буш тормаймы икән, тип ҡыҙыҡһыныуға: «Ю-юҡ, саралар үтә, китапхана ошонда, балалар сәнғәт мәктәбе бар», − булды яуап. Роза Рәмзи ҡыҙы эшенә бәйле бер ҡыҙығын да һөйләргә өлгөрҙө. Артур исемле ейәне өләсәһе тураһында инша яҙған да ошондай юлдарҙы теҙгән: «...Кейәү менән кәләш килә лә өләсәйем янынан ир менән ҡатын булып сыға. ҡайһы берҙә бик бәхетле булып күренәләр...» Шулай, бәхетле булып күренергә генә түгел, ә ғаилә ҡорғас, мотлаҡ бәхеткә ынтылырға тейеш кешеләр.
Үрҙә телгә алынғанса, «Бәхетле ғаиләнең беренсе йылы» тигән сарала биш ғаилә ҡатнашты, икенсе төрлө әйткәндә, былтыр ошонан законлы ир менән ҡатын булып сыҡҡан йәштәрҙең Роза Ғәйнетдинова менән ҡабаттан осрашыуҙары. Бына улар: Гөлназ менән Рәмил Саммашевтар, Әлиә менән Илгиз һәм бәләкәс Асҡар Собхановтар, Земфира менән Денис Үтәғоловтар – ҡыҙҙары Самираны, Лена менән Ринат Дәүләтшиндар улдары Владикты «эйәрткән», Әлмира менән Евгений Лебедевтар бәпестәре Ильясты өйҙә ҡалдырып, үҙҙәре генә килгән.
Инде бер йыл ғүмерҙәрен бергә үткәреп, сабыйлы ла булған йәш ғаиләләр, танылған ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның да байрам ҡунағы буласағын белгәс, ауыл аҡһаҡалы Ғәлимйән Ғәлин да йәштәрсә дәртле баҫып килеп ингәс, район хакимиәтенән дә вәкилдәрҙе күреп, уғата ҡыуанышып китте. Уларға был көндө кәңәштәр күп бирелде, сетерекле генә һорауҙарға ла яуапты мөмкин тиклем асыҡ ҡайтарырға тырыштылар, алда һынауҙар ҙа көтә ине, әлбиттә. «ҡалай сая ғына йәштәр, тормошта юғалып ҡалмаҫтар, бер-береһенә ана ниндәй мөнәсәбәттәләр», − тип уйлап ҡуйҙым сабыйҙарын бәпләп ултырған йәш атайҙарға, өтәләнеп, сараны алып барыусы Гөлфиә Хәлилова ҡушҡан «йомош»тарҙы башҡарып йөрөүсе йәш ҡатындарға, ғөмүмән, бер-береһенең ауыҙына ғына ҡарап торған йәш парҙарға ҡарап.
Иреңде эштән нисек ҡаршылайһың? Кәләшең әсәйең менән уртаҡ тел таптымы? Иреңдең (ҡатыныңдың) туғандарына кем тип өндәшәһең? Ошондайыраҡ һорауҙарға шау-гөр килеп яуап бирҙе йәштәр. Хатта: «Тырмаға теште ниндәй ағастан ҡуялар?» − тигән һорау ҙа әҙерләгән Гөлфиә апайҙары йәш ирҙәргә. Техника заманында ҡапыл ғына иҫкә лә төшмәй әле, тигәндәй, егеттәр икеләнеп тә ҡалды. Ә был ваҡытта кәләштәре, суҡтай итеп тегелгән төбәк милли кейемдәрендә сығып, туҡмас, һалма әҙерләй башланы. «Ир-аттың йөрәгенә юл − уның ашҡаҙаны аша» тиҙәрме әле? Кем-кем, йыл буйына бергә донъя көткәс, уны ғына беләләр инде. Әйткәндәй, кисәне алып барыусының янына килеп: «Ризыҡты тәүҙә кемгә тәҡдим итәһең: ҡунаҡҡамы, балаңа йә иреңәме?» − тигән һорауына Әлмира Лебедева бер секундҡа ла уйланмай: «Иремә!» − тип яуап бирҙе. Ир хаҡы − алтын, тигән йор һүҙе лә бар шул халҡыбыҙҙың. Дискотекалар тураһында ла һүҙ сыҡты. «Барһаҡ, мотлаҡ икәү бергә, хәҙер айырым-айырым йөрөп булмаҫ», «Әллә был онотола төштө, ахыры», «Төндәрен хәҙер малай бейетә» кеүегерәк булды яуаптар.
Аҡһаҡал һорауы һәм ант
Уртаға Ғәлимйән Ғәлин сыҡҡас, йәштәр тына төштө. Өлкән кешенең һорауы ла етди булыр, тип көттө улар. Ысынлап та, 80 йәшен тултырған бабайҙың: «Бер-берегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?» − тигән һорауын ишеткәс, уйсанландылар. Борон башҡортта был һорауҙы кейәүенә ҡайныһы биргән (ҡыҙымдан ҡәнәғәтһеңме, тип һораған). Бер йыл үткән, был бит бер-береңде һынау ҙа осоро. Төрлө саҡ була ул, тиеңкерәп ҡуйһалар ҙа, йәштәр бер-береһенә йылы ҡарашып йылмайышты.
Розалия Солтангәрәева Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы исеменән парҙарға бүләк алып килгәйне. Шулай уҡ уның ҡулынан ойошма эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны, хеҙмәте һәм йәшәү рәүеше менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы дәрәжәһен күтәргәне өсөн Роза Ғәйнетдинова менән Гөлфиә Хәлилова Маҡтау ҡағыҙы ла алды, йәштәргә урындағы хакимиәт башлығы урынбаҫары Мәсхүт Миңлеғәлин да теләктәрен әйтеп, бүләк тапшырҙы.
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙына ҡушылып бер-береһенә ант биреүҙәрен дә йәштәр бер ҡасан да онотмаҫ. «Аллаһы Тәғәлә алдында, атай-әсәй алдында, Башҡортостаным алдында ант итәм: йәнем һөйгәнем менән, ҡушылғаным менән мәңге бергә булырға. Арабыҙға ел үтмәһен, балаларыбыҙҙы алтын ҡанатлы (ата-әсәле) итеп үҫтерергә. Юлдарыбыҙ аҡ булһын. Әгәр үпкә булһа, антты боҙһаҡ, беҙҙең асыуҙан алда мөхәббәтебеҙ һәм аҡыл барһын. Амин».
Һүҙҙе йомғаҡлап...
Розалия Солтангәрәева Балаҡатайҙағы саранан бик ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Уның фекеренсә, ошондай саралар үткәреү айырылышыуҙар һанын кәметергә лә бер ни тиклем булышлыҡ итәсәк. Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы ла юҡҡа ғына «Бәхетле ғаиләнең беренсе йылы» тигән акция иғлан итмәгән. Был халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына таянып эшләнгән. Ата-бабаларыбыҙ ике йәштең ҡушылыуы айҡанлы туй йолаһын һәр нәмәне ентекле уйлап атҡарған. Бында хатта һәр һүҙ, хәрәкәткә мәғәнә һалынған. Кәңәш туйы булған, таҫтамал сәйе, килен төшөрөү үҙе бер ҙур байрамға әүерелгән. Шулай итеп, ике кешене, улай ғына ла түгел, ике ғаиләне ҡушыу өсөн айҙар буйы дауам иткән ул йолаларҙы үтәү. Башҡортта «Яҡшы ҡатын − иркенсәк, яман ҡатын − түркенсәк» тигән әйтем булған. Түркенсәк тип килен булып оҙатылып киткәндән һуң, шундуҡ ата йортона ҡайтып йөрөүселәргә әйткәндәр. Йола буйынса кәләш бер йыл буйы ҡайтмаҫҡа тейеш булған. Бер йыл − ул мәғәнәле ваҡыт. Был йәштәрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте нығына торған мәл. Бөгөнгө туйҙар ҙа уларҙан ҡайтыш булмаһын, ғаилә ептәре ныҡ булһын ине.
Яңы Балаҡатайҙа үткән сараны башҡа төбәктәр ҙә күтәреп алһын, тигән теләктә ғалимә. Иң мөһиме, яңы ғаилә ҡорған йәштәр ҙә үҙҙәренә иғтибар булыуын, берлектәге юл башланғыстары күҙәтелеп кенә тороуын тойһон һәм яңылышлыҡтарға бирешмәй, матур, ишле, көслө ғаилә булып оҙаҡ йәшәһен.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Балаҡатай районы.
Автор фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»