RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...

30.07.2011 Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...

Айгиз Ғабдуллин Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» әҫәренә нигеҙләнеп яҙылған сценарий буйынса «Мораҙым хан» исемле ҡыҫҡа метражлы кинофильм төшөрә
Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...Их, хәлемдән килһә, хәҙер тиҙ генә һеҙгә, гәзит уҡыусыларға, Айгиз Ғабдуллин ҡустыһы Илгиз менән төшөргән «Мораҙым хан» исемле ҡыҫҡа метражлы кинокартинаның йөкмәткеһен һөйләп бирер инем, тик ярамай... Эйе, Айгиз Ғабдуллин, «Алмабикә» фильмының режиссеры, ошо арала яңы мауыҡтырғыс эш менән мәшғүл: Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» китабына нигеҙләнеп яҙылған сценарий буйынса кино төшөрә. Сценарий авторҙары – Радик Өмөтҡужин менән Айгиз үҙе. 1380 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә унда. Башҡорттарҙы яуға күтәрер өсөн Мораҙым хан ил буйлап сәфәр ҡылғанда бер йәйләүҙә йәшлек мөхәббәте Зөлхизәне осрата. Был хаҡта бер тарихи сығанаҡта ла мәғлүмәт юҡ, ни бары халыҡ хәтерендә генә һаҡланған ул осрашыу. Быға Әбйәлил районының Буранғол ауылы янындағы Мораҙым туғайлығы ла шаһит, тиҙәр... Ашамайым-ашамайым, тип берәү бер алдыр аш ашаған, тигән һымаҡ, һөйләмәйем-һөйләмәйем, тип фильмдың йөкмәткеһен һөйләй ҙә башланым. Хәйер, сюжеты ҡыҙыҡ булғас, һөйләмәйенсә лә түҙеп булмай. Әйткәндәй, фильмда төп геройҙарҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлнара менән Илсур ҡаҙаҡбаевтар башҡара.
Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...Их, хәлемдән килһә, хәҙер тиҙ генә һеҙгә, гәзит уҡыусыларға, Айгиз Ғабдуллин ҡустыһы Илгиз менән төшөргән «Мораҙым хан» исемле ҡыҫҡа метражлы кинокартинаның йөкмәткеһен һөйләп бирер инем, тик ярамай... Эйе, Айгиз Ғабдуллин, «Алмабикә» фильмының режиссеры, ошо арала яңы мауыҡтырғыс эш менән мәшғүл: Яныбай Хамматовтың «ҡара яу» китабына нигеҙләнеп яҙылған сценарий буйынса кино төшөрә. Сценарий авторҙары – Радик Өмөтҡужин менән Айгиз үҙе. 1380 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә унда. Башҡорттарҙы яуға күтәрер өсөн Мораҙым хан ил буйлап сәфәр ҡылғанда бер йәйләүҙә йәшлек мөхәббәте Зөлхизәне осрата. Был хаҡта бер тарихи сығанаҡта ла мәғлүмәт юҡ, ни бары халыҡ хәтерендә генә һаҡланған ул осрашыу. Быға Әбйәлил районының Буранғол ауылы янындағы Мораҙым туғайлығы ла шаһит, тиҙәр... Ашамайым-ашамайым, тип берәү бер алдыр аш ашаған, тигән һымаҡ, һөйләмәйем-һөйләмәйем, тип фильмдың йөкмәткеһен һөйләй ҙә башланым. Хәйер, сюжеты ҡыҙыҡ булғас, һөйләмәйенсә лә түҙеп булмай. Әйткәндәй, фильмда төп геройҙарҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Гөлнара менән Илсур ҡаҙаҡбаевтар башҡара.
– Мәскәүҙә уҡығанда индеецтарҙы уйнағанды иҫәпкә алмағанда, тарихи кинола беренсе тапҡыр төшәм, – тине Илсур. – Беренсе көн ҡыйыныраҡ булды, сөнки даими партнерым – ат менән уртаҡ тел табырға кәрәк ине. Былай бала саҡтан һыбай йөрөп өйрәнгәнгә, көнө буйы эйәрҙә булыу әллә ниндәй артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы.
– Был режиссерҙың төп талаптарының береһе ине, – тип Гөлнара һүҙгә ҡушылды, – һыбай йөрөүҙе әйтәм. Өфө ҡыҙы булһам да, йәйге каникулды һәр ваҡыт ата-әсәйемдең тыуған ауылдарында уҙғарҙым. Шуға ла ауыл тормошо ят түгел: һыйыр ҙа һауа беләм, һыбай ҙа йөрөйөм. Ғөмүмән, мин тыуған ергә ныҡ бәйле кешемен. Мәскәүҙә уҡығанда Башҡортостанымды һағынып бер булдым. Башҡорт телен, башҡорт кешеләрен һағындым. Үҙемде тыуған илемдән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һәм, әлбиттә, халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған кинола төшөү минең өсөн оло мәртәбә, ҡыуаныс. Был, беренсенән, тәжрибә туплау булһа, икенсенән, күңел талабына ярашлы яратҡан шөғөл кеүек.
Яҡтылығы яғылыр күңелдәргә...Профессионалдарҙың уйынына мөкиббән китеп, уларҙан өлгө алып, ҡалышмаҫҡа тырышҡан әбйәлилдәр Рәмилә һәм Рәзилә Моратовалар, Әлмира Шәйәхмәтова, Әлиә Ғәлиуллина, Илсур Ғүмәров, Миләүшә Мансурова, Нәзифә Хашимова, Айбулат һәм Сыңғыҙ Оморҙаҡовтар, Рәфәғәт Ғәбитов, Учалы егете Илнур Атйетәров – барыһы ла тиерлек фильмда һыбай йөрөй, уҡтан ата. ҡайһы ваҡыт ысынлап та боронғо заманға әйләнеп ҡайт­ҡандайбыҙ, ти актерҙар бер тауыштан.
– Электән кинола төшөргә хыяллан­ғайныҡ, теләгебеҙ, ниһайәт, тормошҡа ашты, – тип һөйөндө игеҙәк ҡыҙҙар Рәмилә менән Рәзилә. – ҡанатланып йөрөйбөҙ, Айгиз ағайға рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Фильмды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтерҙәр, тип ышанабыҙ. Сөнки үҙебеҙҙең киноны үҙебеҙ күтәрмәһәк, тағы кемгә улар кәрәк?!
– Айгиз ағайҙың үҙ телебеҙҙә, үҙебеҙҙең тарихыбыҙ тураһында кино төшөрөүе тик маҡтауға ғына лайыҡ, – ти Миләүшә менән Нәзифә. – Шул рәүешле ул тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу уята, телде һаҡлауға ла үҙ өлөшөн индерә.
Кино төшөрөлгән төбәкте үҙенең биш бармағындай яҡшы белгән егерь Айбулат Оморҙаҡов Мораҙым хандың тән һаҡсыларының береһен уйнай. Ун өс йәштән ҡуян-төлкөгә, хәҙер айыуға ла һунарға йөрөгән һунарсы реквизиттарҙы (боронғо эйәр, йүгәндәрҙе, уҡ-һаҙаҡты) әҙерләргә ярҙамлашҡан, труппаны аттар менән тәьмин иткән. Боронғо милли кейемдәрҙе иһә Туйыш ауылы оҫтабикәһе Сулпан Заһретдинова теккән.
– Уларҙы һүрәттәргә ҡарап тектем, ҡайһы бер деталдәрен «Сыңғыҙхан» фильмында күргән кейемдәргә оҡшатырға тырыштым, – ти тегенсе. – Режиссер эшемде ҡабул итерме-юҡмы, тип борсолһам да, алдыма ҡуйылған бурысты үтәй алдым, буғай.
Айгиз Ғабдуллин хис-тойғоларын кеше алдында сығара һалып бармай, башҡарылған эшкә йомғаҡ яһарға ла ашыҡманы:
– Эш яңы ғына башланып тора, шулай ҙа йыл аҙағына тиклем фильм­ды күрһәтеүгә әҙерләп бөтөрбөҙ, тип уйлайым. Был проектҡа тотонорға Альбина Шәмсетдинованың «Башҡорт улына» исемле йыры илһамландырҙы. Ул йыр фильмда яңғыраясаҡ. «Мораҙым хан»ды төшөргәндә бер юлы ошо йырға клип та эшләнде.
Айгиз Ғабдуллиндың башҡорт телендә фильм төшөрөүен ишеткән бағыусылар, мә, аҡса, техника, тип килеп еткәндер, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Ундай ҡалын кеҫәле патриоттар табылмаған, режиссер «Мораҙым хан»ды үҙ аҡсаһына төшөрә. Әлдә фильмға йәлеп ителгәндәр мул гонорарға өмөт итмәй, барыһы өсөн дә башҡорт кино сәнғәтен үҫтереү идеяһы мөһимерәк. Ә инде улар­ҙың дөйөм хеҙмәт емеше нисек килеп сыҡҡандыр, быны фильм экрандарға сыҡҡас күрербеҙ.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы