19.07.2011 “Борон-борон заманда…”
Яҡташыбыҙ, билдәле журналист һәм яҙыусы Мөҙәрис Багаев үҙен драматург булараҡ та танытып өлгөрҙө. Салауат дәүләт башҡорт драма театры уның пьесалары буйынса сәхнәләштергән “Байрам ашы – ҡара-ҡаршы”, “ҡартайған да тыртайған” спектаклдәре менән районыбыҙ тамашасылары таныш инде. Күптән түгел театр Мөҙәрис Багаевтың “Борон-борон заманда…” әкиәтен сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте.
Спектакль йәш тамашасыға, йәғни мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгәйне. Уны сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Шабаев ҡуйҙы. Әкиәт геройҙарын, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зиязетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов кеүек билдәле сәхнә “йондоҙ”ҙары менән бергә, Ғәлим Сәлихов, Фәтих ҡолһарин, Рәмил Ишемғолов, Риф Мусин, Әмир Үтәбаев, Айһылыу Лоҡманова, Юлия Павельева, Миләүшә Шәрипова, Нәркәс Йомағужина, Револь Ғималов кеүек йәш артистар һынландырҙы. Мауыҡтырғыс тамашаны залдағы балалар төрлөсә ҡабул итте. Тупаҫ хан менән хәйләкәрлеген ҡайҙа ҡуйырға белмәгән вәзирҙән күмәкләшеп көлдөләр, төп герой Иштуғандың яҙмышы хәл ителгән мәлдәрҙә тулҡынланып, бер аҙға тынып ҡалдылар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, авторҙың әҫәрендә башҡорт халҡының милли колориты ла сағыла. Мәҫәлән, төп герой Иштуғандың оло ағаһы Ишҡәли уҡ тотоп һунарға йөрөй, уртансыһы Ишбулды – солоҡсо. Тамаша аҙағында ҡурай образы ла урынлы бирелә.
– Бөгөн йәштәрҙең күбеһе мәғәнәһеҙ боевиктар ҡарай, йә булмаһа, компьютерына төбәлеп, интернет диңгеҙендә йөҙә, – ти әкиәттең авторы. – Тик донъялағы иң ҙур телевизор экраны ла сәхнә геройҙары менән тамашасы араһындағы бәйләнеште алмаштыра алмай. Һәр сәхнә әҫәре, уның нигеҙенә һалынған идея тамашасы күңеленә барып етергә тейеш. Минең әкиәттең асылында белемдең иң ҙур көс икәнлеге ярылып ята. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ағалары тарафынан ниндәйҙер кимәлдә кәмһетелеп йәшәгән Иштуған спектакль аҙағында хан тәхетенә менеп ултыра. Сәбәбе – бер туҡтауһыҙ китап уҡыу, белем камиллаштырыу һәм булған белемде дөрөҫ ҡулланыу. Бөгөн әкиәттең премьераһы ғына булды, залда башлыса балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр ултырҙы һәм улар спектаклде шул тиклем мауығып ҡараны. Тимәк, был әкиәт мәктәп уҡыусыларына ла, өлкәндәргә лә мотлаҡ оҡшаясаҡ.
Наилә Сәфәрғолова, Салауат дәүләт башҡорт драма театры етәксеһе:
− Бығаса бер генә театрҙа ла бындай бай йөкмәткеле, сағыу башҡорт әкиәте уйналманы. Спектаклдең киләсәге бик өмөтлө. Уның мәртәбәле фестивалдәрҙә лә еңеү яулаясағына һәм Мөҙәрис Багаевты иң билдәле драматургтар рәтенә баҫтырасағына иманым камил.
Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың халыҡ артисы:
− Беҙҙең Салауат театрында Мөҙәрис ағайҙың өсөнсө әҫәре сәхнәләштерелде. Уның халыҡсан пьесалары күңелебеҙгә бик яҡын. Шуға күрә рәхәтләнеп, сәхнәлә йөҙөп йөрөп уйнайбыҙ. Шуға ла унан яңы пьесалар таптырып, башын ҡатырып бөтәбеҙ.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»