02.07.2011 Ут йырын йырлап
Юнир Һағынбаев күптән түгел Хакасияла үткән «От Ыры» («Ут йыры») халыҡ-ара этник эстрада фестиваленән ҡайтты. Унда йырсы һәм ҡурайсы егетебеҙ башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм «ҡурай бәйете»н башҡарып, 3-сө дәрәжәле дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды.
Был конкурс төрки телле халыҡтарҙың 30 – 40-лап бәйгесеһен туплаған. ҡаҙағстан, Алтай, Тыва, Хакасия конкурсанттары араһында Юнир Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтә алған. «Бөтәһе лә продюсерҙары, делегациялары менән килгәйне. Башҡортостандан бер үҙем генә булғас, ҡыйыныраҡ булды. Шулай ҙа юғалып ҡалманым. Ике турҙа үткән конкурста республикабыҙҙың мәҙәниәтен күрһәтергә тырыштым. Сығыштарымда ҡурай һәм ҡумыҙҙа ла уйнаным, милли ҡоралдарыбыҙ, моңло йырҙарыбыҙ менән таныштырҙым конкурсанттарҙы ла, жюри ағзаларын да», – тип тәьҫораттары менән бүлеште йырсы.
Артабан да уңыштар һиңә, Юнир!
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»