RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайтайыҡ ауылдарға!

28.06.2011 Ҡайтайыҡ ауылдарға!

БСТ каналы тамашасыларға яңы проект тәҡдим итә.
Бөгөн ҡаланың таш урамдарын тапаған миллионлаған кешенең бала сағы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ матур хәтирәләре ауылға бәйле. Туғандары, атай нигеҙе ауылда ҡалған һәр кешенең күңелендә тыуған яғына ҡарата һөйөү һәм һағыш йәшәй. Шуға ла республикабыҙҙа ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе аңлап, уларға ярҙам итешеп йәшәгән ҡала кешеләре байтаҡ.
Үткән аҙнаның аҙағында БСТ телеканалы «ҡайтайым ауылыма» тип исемләнгән өр-яңы проект тәҡдим итте. Реалити-шоу форматында әҙерләнгән программа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың Өфөнән 550 километр алыҫлыҡта ятҡан тыуған ауылына ҡайтып, ҡунаҡ булып, туғандарына ярҙам итешеп китеүен һүрәтләй. Программа шуныһы менән әһәмиәтле − уның геройы алдан әҙерләнмәй, телевизор ҡараусыларға тәҡдим ителгән бөтә һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар ҙа ысынбарлыҡта бара. Программала бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ.
Программаны телевидениеның тәжрибәле журналистарының береһе Шамил Кучуков әҙерләгән. Уның әйтеүенсә, «ҡайтайым ауылыма» программаһының геройҙары − ауылда тыуған ғына түгел, бөгөн дә тыуған ере, халҡы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, йыш ҡайтып йөрөгән абруйлы кешеләр. Ауылдан китеп, бөгөн тыуған яҡтарына битараф ҡалғандар был проекттың геройы булып һайланмаясаҡ.
− «ҡайтайым ауылыма» программаһының төп маҡсаты − ауыл тормошон яҡтыртыу, уның проблемаларын аңлап, ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү. Был телевизион проектты төшөрөү ваҡытында хистәр сафлығын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, − ти Шамил Кучуков.
Республиканың төп телеканалында һуңғы ваҡытта ауылдарыбыҙ темаһын, проблемаларын, йәшәйешен яҡтыртҡан программалар кәмегәйне. «ҡайтайым ауылыма» проекты еңел аяҡтан башланып китеп, артабан да телевизор ҡараусыларҙы ҡыуандырыр, тип ышанғы килә. Программа һәр йома кисендә күрһәтеләсәк, ә инде шәмбелә уны ҡабатлаясаҡтар. Артабан беҙҙе Күгәрсен районы егете, «Йоматау» шифахаһының директоры Илшат Сәлихов, 21-се төҙөлөш тресының генераль директоры, Әлшәй районында тыуған Рәис Һәүбәнов һәм башҡалар менән осрашыуҙар көтә. Уларҙың һәр береһе − тыуған ауылдарының көнитмешенә ҙур ғына өлөш индергән кешеләр.
«ҡайтайым ауылыма» программаһы беҙгә ябай, әммә бик мөһим ҡиммәттәрҙе − тыуған еребеҙгә, туғандарға ҡарата һөйөү һәм хөрмәтте, ниндәй генә ҙур уңыштарға өл­гәш­һәң дә, ялан аяҡ йөрөгән бала сағың үткән ерҙәрҙе онотмаҫҡа кәрәклекте асып бирә. Шуныһы ла мөһим: программа барышында ваҡиғалар барған ауылдағы проблемаларға аныҡ рәүештә туҡталып үтеп, уларҙы хәл итергә тырышасаҡтар. Ә БСТ каналы бынан һуң ваҡиғаларҙың нисек үҫешеүен даими рәүештә күҙәтеп барасаҡ.
Л. СОЛТАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы