21.06.2011 Нәфистәрҙән нәфислек тыуа
ҡала автобустары туҡталышында торғанда: «Был донъя ҡайҙа бара икән? Бер генә лә юбка йәки күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙы осратмаҫһың, барыһының да өҫтөндә салбар! Ир ни, бисә ни, айырырлыҡ та түгел», – тип теш араһынан «сырт» итеп төкөрөп ҡуйған ике ирҙең һөйләшеүенә ҡарата килеш-килбәте менән, ысынлап та, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан күпкә айырылып, әллә ҡайҙан күҙгә бәрелеп торған таныш ханымдың образы күҙ алдына килеп баҫты. Үҙ ғүмеремдә уны бер тапҡыр ҙа салбарҙа осратҡаным юҡсы. Һомғол кәүҙәһенә һылашып ҡына торған оҙон итәкле күлдәк-юбкалары, плащтары һәм бәлтә-тундары, килешле генә итеп биҙәнеүе, ялтырап торған ҡап-ҡара сәсен уртаға ярып тарап, оҙон толомон нәзәкәтле генә итеп артҡа төйнәп ҡуйыуы уның ысын нәфис заттан булыуын дәлилләй. Һәр ваҡыт яғымлы йылмайған, күҙҙәренән йылы нур бөркөлөп торған был ҡатын ғүмерен йәш быуынға белем-тәрбиә биреүгә арнаған Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы Йомағолова булыр.
Өйлөнөң эше көйлө
Бер көндө эш бүлмәмдең ишеге асылды ла, унда таныш йөҙ күренде. Әйҙүкләүгә ул түргә уҙып, тунының төймәләрен ысҡындырып, башындағы шәлен һалды ла, сумкаһынан дәфтәр килтереп сығарып, алдыма һалды:
– Эсемә йыйылғандарҙы ошо дәфтәр битенә түктем. Уҡып ҡына сыҡ әле. Бәлки, һеҙҙең гәзиткә бирерлектер, – тине, күҙҙәрен йылмайтып.
Милләттәштәребеҙҙең үҙ булмышына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битарафлығы тураһында уйланып, һыҡранып яҙғайны ул мәҡәләһендә. Аҡ ҡағыҙ битенә өҙөлмәҫ сылбыр булып ятҡан уй-фекерҙәренән дә асыҡ сағылып тора авторының кем икәнлеге. Эйе, ул һаман да мин белгән Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы. Ысын мәғәнәһендә тыуған еренең, туған халҡының ҡыҙы!
Мәҡәләһенә ҡарата үҙ фекеремде белдереп, хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһындым. ҡырҡ йылға яҡын мәғариф өлкәһендә фиҙакәр эшләгән ханымдың баш ҡалала дөйөм ятаҡхананың бер бүлмәһендә йәшәгәнен белә инем. Шул турала һүҙ ҡуҙғаттым.
– Мин бит күптән инде хаҡлы ялдамын...
Ай кеүек түңәрәк, ап-аҡ йөҙөнә бер сырыш та ҡунмаған ханыма ҡарап шаҡ ҡаттым. Китсәле, шулай йәп-йәш көйө кеше пенсияға сыға тиме ни! Башҡорт балаларын, бигерәк тә ҡыҙҙарын милли рухта тәрбиәләйем, тип тырышып йөрөгән кешене нисек итеп хаҡлы ялға оҙаттылар икән ул? Ундайҙарҙы бит бөгөн көндөҙ сыраҡ менән эҙләһәң дә таба алмаҫһың!..
Алтынсы тиҫтәһен тултырыуына ғына фатирлы булыу шатлығы йөҙөнә сыҡҡан танышымдың – ниһайәт, уның да бикләп сығыр, асып инер үҙ ишеге һәм мөйөшө, ел-дауылдарҙан ышыҡланыр, һыйыныр үҙ ҡыйығы бар! Юҡҡа ғынамы ни, өйлө кеше – көйлө кеше, тиҙәр халыҡта. Өйлө булыу ул иң тәүҙә кешенең социаль яҡланған булыуын дәлилләй. Ошо тойғонан хәҙер Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙының йәне тыныс, күңеле туҡ, рухы күтәренке. Ә рух, милли рух тигәнең тап ошо ханымдың үҙендә инде ул!
Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ
Хәтеремдә, Өфөлә үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында ғына асылған иҡтисади лицейҙа тырышып эшләп йөрөгән сағы. Ул саҡта был уҡыу йортонда малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырып уҡыталар ине. Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙына урта һәм өлкән класс ҡыҙҙары менән эшләргә тура килде. Шул саҡтарҙа уҡ башҡорт ҡыҙҙарын милли традицияларыбыҙға таянып, милли рухта, идеяла тәрбиәләү ине уның уйы. Уҡыу йортоноң етәкселеге лә был башланғысты хуплап ҡаршы алды. Яҡшы белем биреү менән бер рәттән, ҡыҙҙарҙы алдағы тормошҡа, бигерәк тә ғаилә тормошона әҙерләү идеяһы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Сөнки башҡорт халыҡ мәҡәле лә бына нимә ти: атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ. Йәмғиәтебеҙ ҡасан көслө, ныҡлы буласаҡ? Коммунизм идеологияһы теле менән әйткәндә, уның бер ячейкаһы булып торған ғаиләләрҙең нигеҙе ныҡлы булғанда ғына! Ә ғаилә нигеҙенең ныҡлығы күп осраҡта ҡыҙҙар менән малайҙарҙың бәләкәйҙән ата-әсәһе ҡулында ниндәй тәрбиә алып үҫеүенә, тормошҡа нисек әҙерләнеүенә бәйле. Малайҙар көндәлек тормошта йорт-ҡура тирәһендә башҡарылған ир эшен үҙләштереп (йәғни сүкеш-балта тоторға, көнкүрештә ҡулланылған электр ҡорамалдарын йүнәтергә һ.б.), үҙен буласаҡ ғаиләһенең төп тотҡаһы буласағын белеп, ысын «джентльмен» сифаттарын үҙләштереп үҫергә, ә ҡыҙҙар үҙҙәренә буласаҡ ҡатын, әсә, хужабикә ролен һеңдереп үҫергә тейешлекте күптәр аңлаһа ла, мәғарифыбыҙҙа йәш быуынға белем биреү менән тәрбиә эштәре араһында ҙур ғына айырма ята ине. Бына шуны үҙе эшләгән уҡыу йорто кимәлендә яйға һалып ебәргәйне Әнүзә ханым. Уның тырышлығы юҡҡа сыҡманы – уҡыусылары бына тигән кеше булып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Улар яратҡан уҡытыусылары менән бәйләнештәрен һаман өҙмәй. Ә бына йәмғиәтебеҙҙә ғаилә институтын булдырыу, үҫтереү мәсьәләһе иһә һаман актуаль булып ҡала.
ҡулың эшләһә, ауыҙың тешләр
Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙының ҡул эштәренә маһирлығын ярты Өфө белә, тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ. Сөнки баш ҡалабыҙҙың нәзәкәтле заттарынан бәйләм эше оҫтаһына заказдар күп була торғайны. Кофта, күлдәк, костюм, кардиган, жилет, шәл-косынкалар, шарф һәм палантиндар – Әнүзә ханымдың үҙенең өҫтөндә ҡул менән бәйләнгән ниндәй матур кейем күрәләр, шуны ҡулдарына төшөрөргә теләүселәр табылып ҡына торҙо. Энә менән бәйләһенме, ырғаҡ менәнме – ҡулынан хәс тә алтын ҡойоламы ни! Был юлы ла уның өҫтөндә үҙе бәйләп кейгән шул тиклем матур кофта ине. Ә муйынындағы мунсаҡ, ҡолағындағы алҡа, бармаҡтарындағы балдаҡтары һуң! Кеше шул тиклем дә зауыҡлы булыр икән! Һәм улар, хужабикәһенең нәфислегенә, нәзәкәтлелегенә баҫып яһап, бик тә килешеп тора бит әле үҙенә.
– Һуңғы арала бәйләм эштәрен ситкә һалып торҙом, сөнки бала саҡтан бойомға ашырылмай ҡалған икенсе бер һәләтемде шымартыу менән мәшғүлмен, – тип, әңгәмәсем тағы ла бер серен асты.
Баҡһаң, хаҡлы ялға сыҡҡас, ханым рәссамдар студияһына йөрөп, һүрәт төшөрөү серҙәрен үҙләштергән. Хәйер, рәссамлыҡ серҙәре уға тәбиғәттең үҙе тарафынан бишектән үк бирелгән булған. Уртансы класта уҡып йөрөгәндә үк өйҙә Лениндың портретын төшөрөп, класҡа алып килеп, рәсем уҡытыусыһы Сафа ағаһына күрһәткән. Тик уҡытыусы үҙ уҡыусыһының тәбиғи һәләтен шик аҫтына ҡуя: йәнәһе, даһиҙарҙың портретын әҙер һүрәттән юллатып эшләмәйҙәр уны! Бәләкәй рәссамдың был һүҙҙәргә ғәрлеге килә. «Шәп булғас улай, әйҙә, һин бөгөн минең урынға уҡытыусы булып, һүрәт төшөрөп күрһәт», – ти ҙә, уҡытыусы эштең нимә менән барып бөтөүен көтә. Әнүзәнең ҡулы аҫтынан бына тигән һүрәт килеп сығыуына таң ҡалған Сафа ағаһы, ҡыҙҙан класс алдында ғәфү үтенеп, уның талантын таный һәм: «Һин бит буласаҡ рәссам. Ошо юҫыҡта уҡытырға ебәрергә кәрәк һине», – тип ҡыуаныуын йәшермәй. Тик уҡытыусы ҡыҙы, мәктәпте тамамлағас, рәссамлыҡты түгел, ә әсәһенең юлын һайлай һәм ғүмере буйы мәғариф эшенә тоғро ҡала.
Тәбиғәт биргән һәләт, ысынлап та, һис ҡасан да юғалып ҡалмай икән ул. Ана бит, булмыш үҙен алтмыш йәштә лә белдергән. Әнүзә ханымдың профессиональ саралар ҡулланып төшөргән һүрәттәре йылылығы, нурлы булыуы менән күңелгә ятышлы. Иренмәгән дә, аҡсаһын да йәлләмәгән бер ҙә – һәр эшен рамлап ҡуйған. Һырлы-һырлы төрлө төҫтәге тирәстәр иһә уның һүрәттәренә үҙенә күрә бер тулылыҡ өҫтәп тора. ҡулың эшләһә, ауыҙың тешләр, тигәндәре хаҡ: «йәш» рәссамдың милли колорит өҫтөнлөк иткән һүрәттәрен һатып алып ҡына торалар.
Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната
Халҡымдың һәр һүҙе раҫ. Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙының күңелен шундай матур эш-шөғөлдәр менән арбауы быға үҫе миҫал. Алдынғы ҡарашлы, әүҙем кеше булараҡ, ул йәмәғәт эштәренән бер ҙә ҡалмай. «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы булыуҙы ул ниндәйҙер мәртәбә һанамай, ә ғәмәли эше менән ошо үҙәктең эшмәкәрлегенең киң даирәлә алып барылғанлығын күрһәтергә тырыша. Бер уйлап ҡараһаң, пенсиялағы кешегә, ҡаланың балалар баҡсаларына, мәктәптәренә йөрөп, туған телебеҙҙе өйрәнеү мәсьәләһе нисегерәк ҡуйылғанлығын күҙәтеү кәрәк тә түгел кеүек. Тик тынғыһыҙ йөрәк ял бирәме ни? Балаларыбыҙҙың үҙ телен, милли традицияларыбыҙҙы бәләкәйҙән белеп, һеңдереп үҫергә тейешлеге уның өсөн тайпылышһыҙ үтәлергә тейешле әмәл. Әммә ысынбарлыҡта күп нәмәнең күҙ буяу өсөн генә ҡоролғанлығын күреп, эсе боша. Тик... яңғыҙ ҡарға ҡарҡылдап яҙ килтерә аламы һуң?
Күңел талабын баш ҡалабыҙҙың оло йәштәге башҡорт зыялылары иҫәбенән Нефтселәр мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторолған «Тере һыу» фольклор ансамбленә йөрөп тә ҡандырырға тырыша ул. Ансамбль республика, ҡала кимәлендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Эйе, үҙ ерлегенән айырылған ҡала башҡорттары ата-бабаларының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын, көнкүрешен, тарихын һәм башҡа юҫыҡтағы эшмәкәрлеген күреп-белеп үҫһә, бәлки, милли булмышына ҡасан да булһа бер кире ҡайтыр. Йән тартмаһа ла ҡан тарта, тиеүҙәрен тормош үҙе аҙым һайын күрһәтеп килә бит әле. Йәшәр әле башҡорттар, йәшәр был ерҙә. Тик йәштәрҙең аңын, күҙен асыу фарыз, тип уйға ҡала әңгәмәсем.
Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы булараҡ та Әнүзә ханымдың башҡараһы эш һәм ниәттәре байтаҡ. Күп уй-фекерҙәре һаман да шул ғаилә институтын тергеҙеү мәсьәләһенә ҡайтып ҡала.
Энә эшенә өмә кәрәкмәй
Һүҙҙән һүҙ сығып, был матур ханымдың тағы ла бер яратҡан шөғөлө тураһында белдем. Сәйлән (бисер) менән сигергә ярата икән. Беләм, түҙемлек, сабырлыҡ һәм таһыллыҡ талап иткән бик ваҡ ҡул эше бит ул.
– Ваҡ булһа ла, күңел һалып ултырһаң, бик тиҙ башҡарыла, – ти ҡул оҫтаһы. – Эреле-ваҡлы картиналарым байтаҡ йыйылып китте. Һат, тип һораусылар күп, тик ейәндәремә минән бүләк һәм төҫөм булып ҡалыр тип, һатырға йәлләйем. Икенсенән, уларҙы шул тиклем яратам – айырылғы килмәй. Мин уларға күҙ нурҙарымды түгеп эшләһәм, әле улар үҙҙәре күҙҙәремде һөйөндөрөп тора...
Тәмләп-тәмләп һөйләүенә ҡарағанда, сәйлән менән сигелгән әйберҙәре үтә лә матурҙыр, ахыры, тип ҡыҙығып китеп, эштәрен күреү теләге уянды. Һәм бына мин Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙының фатирында.
ҡурсаҡ кеүек итеп биҙәлгән бер бүлмәле фатир хужабикәһенең ысын нәфис заттан булыуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Затлы-ҡиммәтле йыһаздары менән түгел, ә күңел наҙын биреп үҫтергән гөлдәре (40-тан ашыу сәскәләренең төрлөлөгөн әйтсе!), матур-матур сувенирҙары, стеналары тулы картиналары, өйө тулы ҡул эштәре бында затлы ла, дәртле лә кеше йәшәүен дәлилләй. Картинанан картинаға күсеп йөрөп ҡарай торғас, сигеүсе ҡулы аҫтында йәйғор төҫтәрен уйнатып сәскә атҡан гөлдәре иһә айырыуса тормошсан: уларҙың матурлыҡҡа ғашиҡ һәм маһир кешенең үҙенең күңел торошон сағылдырыуын аңланым. Рәссам башҡортлоғон картиналарында ла асыҡ сағылдыра: һәр ерҙә йылҡы малы. Күбеһендә ҡолонло бейә, тайҙар сағылдырылған. Ә үҙ ырыуы шәжәрәһен шул уҡ сәйлән менән сигеүен әйтәгүр! Һәр хәлдә, мин бындай эште тәүгә осратам. Матурлыҡтан бигерәк шундай үҙенсәлекле.
Сәйлән менән нисегерәк сигәләр икән? Уның һәр бөртөгөн энәгә эләктереп, ай-яй-яй, туҡымаға тегеп-беркетеп ҡуйыу ғына ла күпме ваҡытты ала! Әнүзә ханымдың эшләгәнен бер аҙ күҙәтеп торғас, сымырылығымды ғәмәлдә һынап ҡарамаҡсы булдым. Тик түҙемлегем оҙаҡҡа етмәне – бер миллиметрҙай ғына сәйлән бөртөктәренең күҙәүен тапҡансы ғына ла әллә күпме ваҡыт һәм сабырлыҡ кәрәк. Ә уларҙың һәр береһен бер-береһенә тығыҙ һәм тигеҙ итеп ултыртырға лә кәрәк бит әле. Һарыуым ҡайнап, шөғөлөмдө туҡтатып ҡуйҙым. Дөрөҫ әйтелгән икән: энә эшенә өмә кәрәкмәй.
Ысын ҡатын-ҡыҙ матурлыҡҡа битараф түгел. ҡыҫҡаһы, Әнүзә ханымдың да күңел матурлығы һәр һүҙендә, хәрәкәтендә, килеш-килбәтендә, эш-ғәмәлендә ярылып ята.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»