31.05.2011 Балаларға байрам бүләк итеп
1 июндә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған концерт үтәсәк.
«Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестры һәм Владимир Спиваковтың концертында Башҡортостандан 14 йәшлек Искәндәр Ханнанов ҡатнашасаҡ. Унда шулай уҡ Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары – Роман Болдырев (11 йәш, фортепиано), Михаил Меринг (19 йәш, кларнет), Татьяна Крячкова (11 йәш, скрипка), Нарек Казанян (15 йәш, канон), Полина Конограй (10 йәш, бейеү), Татьяна Летникова (16 йәш, вокал) үҙ сығыштары менән ҡыуандырасаҡ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»