RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡла

24.05.2011 Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡла

Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡлаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда һүҙ, дөйөм алғанда, башҡорттарҙың бай тарихына байҡау яһау, билдәле шәхестәре исемдәрен мәңгеләштереү, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын барлау хаҡында барҙы. Ни өсөн сара тап бына ошо ауылда ойошторолдо һуң? Эш шунда: был ауылда тыуып үҫкән Юлай Аҡсулпанов атлы егет, зыяраттағы боронғо яҙыулы ҡәбер таштары хаҡында тарихсыларҙың, ғөмүмән, белгестәрҙең фекерен белергә теләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына мөрәжәғәт итә. Етмәһә, Күсәрбайҙа башҡорт дворяндары нәҫеле лә йәшәй икән.
Ауылға килеү менән тарихсылар, ҡоролтай вәкилдәре зыяратҡа барып, ҡәбер таштарын ҡараны, уларҙы киләсәктә өйрәнер өсөн пландар ҡорҙо.
«Күсмә ултырышты 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арналған саралар исемлегенә лә индерергә мөмкин, унан килеп һәр тарихи ауылды тарихта яҡтыртырға кәрәк», – тине ҡоролтай комиссияһы рәйесе Рәшит Шәкүр.
Күсмә ултырыштың пленар өлөшө башҡорт дворяндары тураһында сығыштар менән башланды.
Дворянлыҡ феодаль йәмғиәттә барлыҡҡа килгән өҫтөнлөклө ҡатлам булған. Элек, башлыса, урыҫ дворяндары хаҡында ғына киң мәғлүмәттәр булһа ла, әле иһә беҙ башҡорт дворяндары хаҡында ла һүҙ йөрөтәбеҙ. Уларҙың тарихы 1785 йылда Екатерина Икенсенең махсус указы сыҡҡандан һуң башлана. 1793 йылда Ырымбур губернаһының дворянлыҡ шәжәрәһе китабында башҡорттарҙан бе­ренсе булып Күсәрбай Аҡсулпанов яҙылған. 1850 йылға инде 590 башҡорт дворяны булған. Артабанғы 15 йылда хәрби министрлыҡ күрһәтмәһе буйынса бер генә башҡорт чиновнигы ла был званиены алмаған. Беҙҙең халыҡтың төп дворяндарынан Солтановтар, Йәһү­ҙиндар, Рәжәпов­тар, ҡыуатовтар, Һырт­лановтар һ.б. билдәле. Шуныһы ла мөһим: 1863 йылдың 14 майындағы «Башҡорттар тураһындағы положение» башҡорт дворяндарының хоҡуҡтарын урыҫтарҙыҡына тиңләй. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Өфө губернаһында нәҫелдән килгән 512 дворян (ғаиләһе менән) булған, Ырым­бур губернаһында – 452.
Үрҙә телгә алған Күсәрбай Аҡсул­пановтың исеме менән атала ла инде ауыл. Был фамилияны йөрөтөүселәр ауыл халҡының 60 процентын тиерлек тәшкил итә, тинеләр. БДУ доценты Нурислам ҡалмантаев та сығышын юҡҡа ғына: «Һаумыһығыҙ, дворяндар», – тип башламаны. Күсәрбайҙар бының әһәмиәтен аңлаймылыр, юҡмылыр, әммә ауыл халҡы тарихи шәхестәре, билдәле яҡташтары хаҡында белергә, улар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға бурыслы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренең исемен мәңгеләштереү, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса сығыш яһаны. Юрматы ырыуы тарихына ла (Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының этнология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов һөйләне), Стәрлетамаҡ районынан сыҡҡан батырҙарҙың ҡаһарманлығына ла («Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллин) байҡау яһалды. Әйткәндәй, стәрлетамаҡтар 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры ҡаһым түрәнең йәнтөйәге булыуы менән дә дан тота. Айыусы ауылында уға һәйкәл асыл­ған. Бында «Ашҡаҙар» йырына ла стела ҡуйыл­ған. БР-ҙың күсемһеҙ мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенең өлөшө ҙур был иҫтәлекле урын­дар­ҙы булды­рыу­ҙа. Беҙ тарихыбыҙ иҫ киткес бай булыу менән дә Рәсәйҙә үҙенсәлекле халыҡ.
Күсәрбай ауылының тарихына туҡталып китеүсе Зоя Аҡсулпанова (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы), хеҙмәт ветераны Әҡсән Аҡсулпанов үҙ сығыштарында бөгөнгө проблемаларҙы ла ситләп үтмәне. Мәҫәлән, йорт төҙөү өсөн ер алыу, ауылдың сиген киңәйтеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Был юҫыҡта район хакимиәтенә лә мөрәжәт ителгән, әммә әлегә тиклем унан яуап алмағандар. Ошо күсмә ултырышта ғына район советы рәйесе Люциә Шәйәх­мәтова 10 гектар ер бүленәсәге хаҡында хәбәр итте.
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы аспиранты Юлай Аҡсулпанов та ауылды төҙөкләндереү мәсьәләһенә туҡталды.
Күсмә ултырыш аҙа­ғында сара буйынса ҡарар ҡабул ителде. Унда боронғо ҡәберлекте өйрәнеү маҡсатында БР Фәндәр академияһының белгес-эксперттарын саҡырыу, тарихи шәхестәр ерләнгән урындарҙың әһәмиәтен иҫәпкә алып, яҙғы ташҡында юл өҙөклөгөн сикләү маҡсатында Стәрлетамаҡ район хакимиәтенә ҡуғанаҡ йылғаһы аша күпер һалырға, юлды тәртипкә килтерергә һәм дамба төҙөргә тәҡдим итеү хаҡында пункттар бар. Шулай уҡ ҡарарҙа 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙары Күсәрбай һәм Аралбай Аҡсулпановтар һ.б. ошо ауыл яугирҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү йөҙөнән Күсәрбайҙа мемориаль комплекс асыу, тәүге башҡорт дворяндары вәкилдәре исемен яңы барлыҡҡа килгән урамдарға биреү тәҡдиме менән Өфө, Стәр­летамаҡ ҡалалары, Стәрлетамаҡ районы хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеү, Күсәрбай мәктәбенә Күсәрбай Аҡсулпанов исемен ҡушыуҙы һорау ниәте лә сағылыш тапҡан.

Әйткәндәй

Былтыр өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Беренсе йәштәр ҡоро ла үтеп, рухлы, илһөйәр башҡорт йәштәрен туплау, уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итешеү, йәш быуынды заман шарттарында халыҡҡа лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләү мәсьәләләре маҡсат итеп ҡуйылғайны. ҡоролтай ҡарарына ярашлы, Башҡортос­тандың һәр төбәгендә йәштәр советтары төҙөү эше әүҙемләшә. Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин әйтеүенсә, бөгөн 29 район һәм ҡалала йәштәр советтары булдырылған. Әүҙем йәштәрҙең күбеһе әле Башҡортостанда иғлан ителгән «Айыҡ Башҡортостан» программаһы сигендәге конкурсты үткәреүҙә ҡатнаша. ҡоролтай башҡарма комитетының күсмә ултырышынан һуң Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһында ла йәштәр советы төҙөлдө, лидерҙар һайланды.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы