RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡулдарынан гөл тама

17.05.2011 Ҡулдарынан гөл тама

Борай районының Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – уңған хужабикә лә, яҡшы әсәй ҙә, шәп белгес тә
Ҡулдарынан гөл тамаУңған хужабикә, иң яҡшы әсәй, һөйөклө ҡатын, иң шәп белгес... Ошолай тип тасуирлап яҙған мәҡәләләр геройҙары менән, бер ҡараһаң, йыш осрашабыҙ кеүек. ҡайһы берҙә хатта: «Шулай уҡ шәпме икән ни был ҡатын?» – тип уйлап ҡуяһың. Сөнки һәр береһенә өлгөрөр өсөн, ай-һай, ваҡыт күп кәрәк! Үҙемә ҡарата ла кемдер бер мәл шундай һөйләмде ҡулланырға уйлағайны: баш тарттым. Ундай уҡ түгеллегемде беләм. Миңә ҡалһа, һәр саҡ ҡайҙалыр, нимәгәлер өлгөрмәй ҡалам төҫлө, бигерәк тә балаларым менән күберәк аралашырға теләр инем.
Ә бына Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – алда әйтелгән һүҙҙәргә тап килгән ҡатын. Был хаҡта уның булмышы, йәшәйеше, донъяға ҡарашы һөйләй. Яңыраҡ Борай райо­нының үҙәк китапханаһында үткән «Боҙ аҫтында ла һыу аға» күргәҙмәһендә Алһыу Ильяс ҡыҙының ҡул эштәре тәҡдим ителгәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, был уның беренсе шәхси күргәҙмәһе түгел. 1-се Борай мәктәбен 1988 йылда көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белем алған был ҡатын бик күптән бәйләү, сигеү эштәре менән шөғөлләнә. Бер ҡараһаң, «химик, химия дәресе уҡытыусыһы, химик-эколог» дипломы менән ул туған мәктәбендә уҡыта башлағас, «Хужабикә» ҡул эштәре түңәрәген алып барырға тейеш тә түгел төҫлө ине. Етмәһә, «Йыл уҡытыусыһы – 2004» район конкурсында үҙен һөнәренең алдынғы ҡарашлы белгесе итеп күрһәтеп, еңеү яулаған. Әммә Айрат исемле ул, Айгөл исемле ҡыҙ үҫтергән Ғаязовтар ғаиләһендә йәмле өй мөхите, өй йылыһы тыуҙырыу­ға ҙур иғтибар бүләләр.
Алһыуҙың ҡул эштәренә оҫталығы – быуындан-быуынға күскән мираҫ, тип әйтергә лә була. Дәүләкән райо­нының Мәкәш ауылында оҙаҡ йылдар ғүмер иткән өләсәһе Маһури Ситдиҡованың ҡул эштәре һәр балаһының, ейәненең өйөндә һаҡлана.
Ҡулдарынан гөл тамаЙөҙҙән ашыу һүрәт, сәғәт циферблаттары, брелоктар сиккән Алһыу Ильяс ҡыҙы был эшкә ҡыҙы Айгөлдө лә йәлеп иткән. Хәҙер уның ҡул эштәренән айырым күргәҙмә әҙерләрлек.
Алһыу Ғаязованың эштәре район һабантуй­ҙарында, «Салауат йыйыны» байрамдарында тирмәләрҙе биҙәй. 2008 йылдың мартында ошо уҡ китапханала «ҡатын-ҡыҙ тыуҙырған мөғжизә» күргәҙмәһе ойошторолған булған. Халыҡ яратып ҡараған «Рәйхан» тапшырыуында ла оҫта хаҡында бик йәмле сюжет күрһәтелгәйне.
Әлеге күргәҙмәгә лә халыҡ әүҙем йыйылды. Сығыш яһаусы һәр кем буяуҙар аша түгел, ә тап ептәр ярҙамында киң билдәле картиналарҙы яңынан ижад иткән. Әле Алһыу Ҡулдарынан гөл тамаИльяс ҡыҙы өсөнсө сабыйы – Азалия менән хаҡлы ялда. Йортта, ғаиләлә тыуҙырылған яҡты мөхит, мөнәсәбәтте күреп, был ҡатындың тәүлегендә 24 түгел, 48 сәғәттер ул, тип уйлап ҡуяһың. Күргәҙмәне әҙерләргә, сигеү эштәрен элергә ярҙам иткән ире Азаматҡа, уны ойошторған район китапхана хеҙмәт­кәр­ҙәренә ул сикһеҙ рәхмәтле. Сарала китапхана директоры Миләүшә Йән­гирова Алһыу Ғаязоваға район ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Район балалар ижад йортоноң элекке хеҙмәткәре Наилә Дәүләтгәрәеваның «Алһыу сигеү сигә» шиғыры байрам ойоштороусы ҡатындың булмышын асҡандай:
Ал таң менән Алһыу сигеү сигә,
ҡояш нурҙарына күмелеп.
Яҡты уйы, изге хыялдары
Ептәренә бара үрелеп.
Эйәрмәй күҙ етеҙ ҡулдарына,
Сихри ҡараш нурлы йөҙөндә.
Күңеленең нескә тойғолары
Биҙәк-биҙәк булып теҙелә.
Нәфис ептәр менән Алһыу сигә:
Донъяға – йәм, байрам – күңелгә.
Онотолмаҫ ваҡыт миҙгелдәре
Иҫтәлеккә ҡалыр ғүмергә.

Бер ҡараһаң, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәк түгел икән. Уны һәр кем үҙенсә, үҙе аңлағанса тоя. Алһыу Ғаязованың ҡул эштәрендә күңеленең, донъяһының яҡтылығы сағыла. Ул үҙенең бәхетенең сағылышын башҡалар менән уртаҡлаш­ҡан. Собханалла, күҙ теймәһен! Уйымса, был күргәҙмә баш ҡала халҡына ла ҡыҙыҡ булыр ине. Ул – ғаилә мәҙәниәтенең бер сағылышы.

Лариса АБДУЛЛИНА.

Борай районы.

Фәнзәлиә БӘҘРЕТДИНОВА фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы