17.05.2011 Туҡай урамы
Туҡай урамы тигән бөйөк һүҙҙе әйткәндә баш ҡаламдың – Өфөмдөң иң баш урамдарының береһен күҙ алдына баҫтырыу менән бергә донъя шиғриәтендә Туҡай урамын күҙ уңында тотам.
Туҡай урамы Өфөлә хәҙер мәшһүр Зәки Вәлиди урамы менән йәнәшә йәшәй. Һәм ул бик тәбиғи һымаҡ. Сөнки Зәки Вәлиди ҡаҙанда «ҡасимиә» мәҙрәсәһендә дүрт йыл уҡыған ваҡытта йәш Ғабдулла Туҡай менән йыш-йыш күрешеп-аралашып торғандар, бәхәстәргә лә ваҡыттары булған. Бер-береһенә мөнәсәбәттәрен ҡағыҙға ла төшөргәндәр. Был тема әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән дә. Ә урамдар тағы йәнәшә.
Һүҙ бөгөн Туҡайҙың шиғриәттәге икһеҙ-сикһеҙ, күҙ күреме етмәҫ урамы хаҡында булыр.
Әҙәбиәттә һәм әҙәбиәт ғилемендә бөйөк шағирҙар хаҡында һүҙ сыҡһа, бигерәк тә юбилейҙарҙа, ундай шағирҙар йөҙ йылға – бер быуатҡа бер тыуа, тип һөйләргә ғәҙәтләнгәндәр. Хатта бындай юғарылыҡҡа етмәгәндәргә лә байрамдарында шулай ҡабатлайҙар.
Ә инде мәшһүр Туҡай хаҡында мин, шиғыр яҙған һәм донъя шиғриәтен апаруҡ уҡыған кеше булараҡ, Туҡай һымаҡтар бит барлыҡ быуаттарға бер тыуа, тип әйтер инем. Һәм был һүҙҙе, иманым камил, башҡа илдәрҙә, башҡа ҡитғаларҙа йөҙҙәрсә, меңдәрсә телдә әйтәләрҙер. Әйтмәһә лә, тап шулай уйлайҙарҙыр.
Хәреф танығандан бирле ҡолаҡҡа һәм зиһенгә һеңеп ҡалған: «Эй, туған тел, эй, матур тел, атам-әсәмдең теле!..» – тигән ябай һәм үлемһеҙ һүҙҙәрҙе әйтеүсе шиғриәт бәйғәмбәре Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыу байрамына исемләп саҡырылыу бәхете насип булыу шағир өсөн йыһанға осоуҙан да кәм түгелдер.
Ысынлап та, Туҡай донъяһы, Туҡай йыһаны мәңгелеккә мәңгелек сер булып, миллиондарса кешенең аңын тоҡандырып торор. Башҡорт һәм татар әҙәбиәте дуҫлығын башлап, ғүмеренең иң аяныслы мәлендә Өфөгә Мәжит Ғафури янына үҙе килеүе беҙгә мәңгелек һабаҡ булып ҡалды һәм ул килер быуындарға ҡаласаҡ. Беҙҙең оло байрамға саҡырылыуыбыҙҙы ошо изге традицияның дауамы тип тә ҡабул иттек.
Һәм беҙҙең дә инде, ҡаҙанға барһаҡ, ҡаршы сығып, атты бәйләр тоғро һәм таянырлыҡ дуҫтарыбыҙ бар. Әле замандың иң етеҙ атында Яҙыусылар союзы идараһының яңы ғына һайланған рәйесе Азамат Юлдашбаев, халыҡ шағиры Марат Кәримов юлда барғанда уҡ телефондан Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Ким Миңнуллин, Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Илфаҡ Ибраһимов, ҡат-ҡат шылтыратып, кәйефебеҙҙе һорашып, «Татарстан» ҡунаҡханаһында егеттәрҙең күптән көтөп йөрөүе хаҡында белдереп торҙо.
Йәкшәмбе көн булыуына ҡарамаҫтан, әлеге затлы ҡунаҡханала беҙҙе Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, күренекле яҙыусы Вәҡиф Нуриев һәм ойоштороу комитетынан вәкилдәр ҡаршыланы. Урынлашып та өлгөрмәнек тигәндәй, тағы ла яҡташыбыҙ – Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин һәм башҡа дуҫтар, таныштар килеп етте.
Байрамға ҡаҙандың нисек әҙерләнеүе һәр осраған кешенең йөҙөнән-күҙенән күренеп тора ине. ҡаланың үҙен һөйләп тораһы ла түгел.
Ысын байрам инде дүшәмбелә иртәнге сәғәт унда Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Фәндәр академияһы, Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ойошторған «Ғабдулла Туҡай мираҫы һәм милли-мәҙәни бағланыштар» тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференциянан башланып китте.
Был Туҡай мираҫын бөтә донъя ғалимдары һәм шағирҙары баһалаған форумда беҙ кемдәрҙе генә күрмәнек тә, кемдәрҙе генә тыңламаныҡ. Уның пленар өлөшөндә генә Мәскәүҙән, Германиянан, Румыниянан, Үзбәкстандан, ҡаҙағстандан, Әзербайжандан, Польшанан, Төркиәнән, Финляндиянан, Швейцариянан, Рәсәй республикаларынан, өлкәләренән күренекле ғалимдар, шағирҙар сығыш яһаны.
Уларҙың һүҙе төрлө телдә барһа ла, фекерҙәре, бында килеү сәбәптәре бер ине – Туҡайҙы тыуҙырған ер алдында, Туҡайҙы тыуҙырған халыҡ алдында баш эйеп, рәхмәт әйтеү һәм уның әҙәби мираҫының дөйөм кешелек хазинаһы булыуы менән уртаҡлашыу ине.
Башта әйтелгән институт директоры Ким Миңнуллин конференцияны асҡан төплө сығышында: «Ғабдулла Туҡай халҡыбыҙ өсөн бөйөк шағир ғына түгел, ул милләтебеҙҙең алыҫ тарих төпкөлөнән күтәргән әрнеүле фажиғәле яҙмышы: уның үткәндәге бөтөн хәсрәт-шатлығын туплаған йөрәк пәрәһе лә, бөгөнгө йәшәйештең өмөт-хыялы ла, выжданы-иманы ла, киләсәк көндәргә оҙата барыусы рухи остазы – бәйғәмбәре лә. Шағирҙың даһилығы – осор ҡуйған иң сетерекле һорауҙарға берҙән-бер дөрөҫ яуап таба алыуында, милләте өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң кәрәкле ваҡытта әйтеп бирә белеүендә», – тип һөйләне.
Татарстан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан ҡыҙы Зилә Вәлиеваның конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотлап әйткән ялҡынлы сығышы ла күптәрҙең хәтеренә уйылып ҡалғандыр. Ул Татарстан Президенты, хөкүмәте, Дәүләт Советы исеменән йылы ҡотлауында Туҡай юбилейына бағышланған тантаналарҙың ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында уҙыуын әйтте. 2011 йыл Татарстан Президенты указы менән республикала Туҡай йылы тип иғлан ителде һәм ул шулай үтә, тине.
Төрөк лингвистика йәмғиәте директоры Шукру Халук Акалкн белдергәнсә, Төркиә университетында Туҡай ижады буйынса диссертациялар яҡлана. Күп һанлы көндәлек гәзиттәрҙә шағирға бағышланған мәҡәләләр баҫыла һәм башҡа саралар үткәрелә икән. «Анкарала мин йәшәгән йорттан алыҫ түгел Туҡай урамы ла бар», – тип тә белдерҙе төрөк ғалимы.
Ошо конференция тәьҫораттары һәм Туҡай ижады әһәмиәте хаҡында тағы ла бик күп нәмә һөйләргә мөмкин булыр ине, әлбиттә.
Туҡай юбилейының ҙур программаһында унда ҡатнашыусыларға ҡаҙан Кремлен күрһәтеү ҙә бар ине.
Эргәмдәге татар шағирынан:
– Татарстан Президенты ҡайһы бинала ултырып эшләй? – тип һорап ҡуйҙым, үҙем дә һиҙмәҫтән.
– Анау ике ҡатлы бинала, – тине ул.
– Рәсәй Президенты ла, Татарстан Президенты ла Кремлдә ултыра. Ә бына Башҡортостан Президенты ла, Хөкүмәте лә Туҡай урамында ултырып эшләй, шуға эшебеҙ ҙә йыр һымаҡ бара, – тигән һүҙем бөтәһен дә йәнләндереп ебәрҙе.
Бөйөк шағирҙың йорт-музейы менән танышыу ҙа ингәйне юбилей сараларына. Ундағы тәьҫораттар ҙа һөйләп бөткөһөҙ.
Музей директоры Рәмис Аймәт үҙе лә шағир булғанғалыр һәм экскурсовод Лена Табина ихласлығы менән бөтәбеҙҙә лә ҡабатланмаҫ хәтирә ҡалдырҙы.
Мин Рәмис Аймәткә башҡорт шағирҙарының Туҡайға арнап тиҫтәләрсә шиғыр яҙыуын һәм уларҙың бер нисәһенән өҙөктәр ҙә уҡыным.
Мәҫәлән, Шәйехзада Бабич:
«Ҙур шағир, мәшһүр шағир бар
Беҙҙә лә тип шатланам», – тип ҡыуанһа, әле ун туғыҙ йәшендә Мостай Кәрим:
«Туҡай... Ул бит яҡты йондоҙ
Поэзияның аяҙ күгендә», – тип яҙған.
«Һин мөғжизә булдың, томһа
күкте
Ярып үткән йәшен шикелле», – ти Зәйнәб Биишева.
Ә халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаев һәм Рауил Бикбаевтар ҙа Туҡайға мөхәббәтен шиғри юлдарҙа сағылдырҙы:
«Шағирҙар – халыҡтың намыҫы,
Халыҡтың сәйәси һалдаты.
Уҙған замандар өҫтөнән
Йылдарын көмөштәй сыңлатып.
Йәшәгән халыҡты йырлатып,
Үлгәндәр халыҡты илатып».
«Күшектең дә илдең күҙ
йәшендә,
ҡояшында илдең ҡыҙындың.
Йәшен ташы булып көйҙөрҙөң
һин
Ил йөрәген тырнар ҡоҙғондо».
Шулай уҡ Туҡайҙың башҡорт әҙәбиәтенә, бигерәк тә башҡорт шиғриәтенә йоғонтоһо бик ҙур икәне лә билдәле. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов 24 йәшендә, Туҡайҙың «Туған тел» тигән шиғырының тәүге юлын эпиграф итеп ҡуйып, башҡорт халҡының бөгөн теленән төшмәгән «Туған тел» тигән шиғырын яҙған. Уның һуңғы строфаһын тағы иҫкә төшөрәйек әле:
Әсәм теле миңә – сәсән теле, –
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Туҡай музейындағы осрашыу һуңында мин иҫтәлеккә бынан элегерәк Өфөлә Мостай Кәримдең баш һүҙе менән баҫылып сыҡҡан Ғабдулла Туҡайҙың башҡортса китабын бүләк иттем. Ул китап бында юҡ ине, уны өйөмдән күрһәтергә тип кенә алып барғайным.
Китап һәм бүләк хаҡында һүҙ сыҡҡас, йәнә бер ҡыуаныслы хәлде әйтмәй ҡалдырыу мөмкин түгел. Ғалимдарҙың һәм яҙыусыларҙың иң ҙур байлығы ла һәм иң ҙур бүләге лә һәр осорҙа китап булған. ҡаҙанда ла тап шулай бәхетле мәлдәр кисерҙек. Бында беҙгә ҙур заманса пакет менән Ғ. Туҡайҙың оло юбилейына арналған һәм уның хаҡындағы китаптарҙы бүләк иттеләр. Улар мәңгелек иҫтәлек булды.
Йәнә барып төшөү менән үк шатлыҡлы хәл – ошо юбилейға арнап шағирҙың шиғырҙары алты телдә бергә баҫылған китапты ҡулда йөрөттөк. Татар, урыҫ, башҡорт, сыуаш, удмурт һәм мари телдәрендә ине ул бүләк китабы. Минең айырыуса һөйөнөсөм шунда – шағирҙың алты шиғырын башҡортсаға тәржемә иткәйнем. Китапты яҙыусы В. Нуриев төҙөгән, редколлегия составында күренекле башҡорт шағиры ҡәҙим Аралбай ҙа бар.
Был оло байрамда Башҡортостандан күп ғалим һәм ғалимә ҡатнашты һәм төплө докладтар менән төрлө секция ултырыштарында сығыш яһаны.
Башта әйткәнемсә, бер саҡ күктең сере, ерҙең сере кәмей төшөр, ә Туҡай йыһаны, Туҡай донъяһы һаман асыла, һаман серләнә, шағир һыны йылдар, быуаттар уҙған һайын турая, әһәмиәте арта барыр.
Һүҙемде, башта уҡ башлаған фекеремде дауам итеп, «Туҡай урамы» тигән шиғырым менән тамамлағым килә.
Ниндәй генә урамың юҡ, Өфөм,
Күпме йөрө – түгел талырлыҡ.
Туҡай урамы ла – ғәзиз урам,
Йөрөй-йөрөй хайран ҡалырлыҡ.
Әйҙәп тартып тора әллә ҡайҙан
Юлың урау, юлың турамы.
Башҡаларҙан башҡасараҡ яҡын
Баш ҡаламдың был баш урамы.
Шул урамда ап-аҡ булып балҡый
Дәүләтемдең иң төп йорто ла.
Шунда хәл ителә ил яҙмышы,
Шунан арта илдең ҡото ла.
Президент та,
Премьер-министр ҙа,
Министрҙар бында баш вата:
Илем нисек илде кейендерә,
Илем нисек илде ашата.
Хаҡ һүҙ көтөп бында юл тоталар,
Хаҡлыҡ эҙләп бында сабалар.
Һуңғы өмөт менән килеп күптәр,
Теләгәнен бында табалар.
Шундай урам нисек тура килгән,
Туҡай, һинең бөйөк исемгә.
Ана, гөрләп тағы яҙҙар килә,
Тотош донъя ҡарҙан сисенгән.
Янда ғына мәсет манараһы
Янып тора, иман таратып,
Европала, бар Себерҙә торған
Барса мосолманды ҡаратып.
Былар бөтәһе лә көндәй дөрөҫ,
Дөрөҫ улар Туҡай һүҙеләй.
Баҫһа шағир килеп был урамға,
Хайран ҡалыр ине үҙе лә.
Һине уйлап бында, бөйөк шағир,
Мин нисәнсе ҡабат торамын.
Күреп тора быуаттарҙан аша
Шиғриәттә Туҡай урамын.
Ул башланып ҡаҙан, Өфөләрҙән,
Үлемһеҙ һүҙ – шиғри ут аша,
Барған һайын тик киңәйә барып,
Алыҫ ҡитғаларға тоташа.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»