RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған ил ғәзизерәк

10.05.2011 Тыуған ил ғәзизерәк

Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошонда ваҡиға: бындағы башҡорт дәүләт драма театры халыҡ яҙыу­сыһы Нәжиб Асанбаевтың “Сейәле тау” драмаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәтте. Премьера көндө театрҙың тамаша залына халыҡ килеп тулды. Тамашасылар араһында булған һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалам.
– Спектакль нимә тураһында икән?
– Мөхәббәт тураһындалыр инде.
– Кит, туҡһан йәшлек драматург мөхәббәт тураһында яҙмаҫ.
Был репликаға сал сәсле бер ағай ҡаршы төштө:
– Мөхәббәт ҡартаймай ул…
– Кемдер балаһын юғалта, йәиһә ташлап китә лә, аҡылға ултырғас, эҙләп таба. Хәҙерге кинолар ҙа, спектаклдәр ҙә шул турала. Был да шул хаҡталыр әле.
Нимә генә тураһында булһа ла, уның драматургы – Нәжиб Асанбаев. Ә ул шәп пьесалар яҙа торған шәхес.
– Эйе, Нәжиб ағай Асанбаев башҡорт драматургияһының патриархы. Уның исеме элекке СССР республикаларында ғына түгел, ә күп сит илдәрҙә, бигерәк тә ғәрәп йөмһүриәттәрендә билдәле. Уның “ҡыҙыл паша” спектакле 22 ғәрәп илендә уйналды. Ә бөгөнгө спектаклде ҡарағас та был пьесаһының талантлы ҡул менән яҙылыуының шаһиты булдым. Ваҡиғалар заман темаларына бағышланған. Бөгөнгө көн темалары тигәндә, ғәҙәттә, бәғзе яҙыусылар быға: “Ысынлап та, бөгөнгө герой кем?” – тигән һорауҙы ҡуя. Ә кемдер Михаил Юрьевич Лермонтовтың “Герой нашего времени” тигән һүҙен ҡеүәтләй: “Бөгөнгө герой юҡ ул, олигарх герой була аламы?” – тип яуап бирә.
Ә бына Нәжиб ағай Асанбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағас, тормошобоҙҙа бөгөнгө геройҙарҙың тулып ятыуына ышанаһың. Танылған драматургтың теманы ҙур оҫталыҡ менән тотоп ала белеүенә һоҡланып ултырҙым. Тәү ҡарашҡа әллә ни яңылыҡ та юҡ кеүек, әммә әҫәр драманың философик һәм психологик яҡтан көслө итеп эшләнеүе менән ота. Ә актерҙар коллективының пьесаның ошо рухын тотоп алып, килешле уйнауы, режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Хановтың ижади һәләте менән байытылған спектаклде һуңынан тамашасылар­ҙың аяҡ өҫтө баҫып алҡышлауы күп нәмә тураһында һөйләй.
Спектаклдең йөкмәткеһен һөйләп тормайынса ғына драманың фабулаһына ҡағылмайынса булмай. Ауыл ҡыҙы Зөһрә (артистка Айһылыу Лоҡманова) һөйгән егете Аязды (артист Револь Ғималов) ҡалдырып, замандан артта ҡалмаҫҡа була, сит илгә китеп, үҙ бәхетенә өлгәшергә хыяллана. Аяз уны был ниәтенән күпме генә кире һүрелдерергә тырыш­һа ла, Зөһрә тыңламай. Егеттең ғәзиз тыуған ерҙә генә ысын мөхәббәттең бәхетле булыуын аңлатырға тырышыуы ла ҡыҙҙы туҡтата алмай. Өҫтәүенә, Швейцариянан көтмәгәндә килеп төшкән Бөрйән исемле ҡунаҡ (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Риза Мәһәҙиев) Зөһрәнең күңел ағышын көсәйтеп ебәрә. Ғүмер буйы фермала һауынсы булып ҡулдарын имгәтеп бөткән әсәһе Гөлнара (артистка Гөлфирә Сафиуллина) ҡыҙының бәхетте шул әкиәти Швейцарияла ғына табыуына шикләнмәй.
Был – ваҡиғалар ағышынан бер фрагмент. Ошолар фонында Бөрйән Зөһрәне һәм уның әсәһен күндергәс, тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡышланы. Билдәле, был тәбрикләү Зөһрәнең сит илгә китергә уңай килеп тороуына төбәлмәгәйне, ә зал артистарҙың, атап әйткәндә, Айһылыу Лоҡманованың, Риза Мәһә­ҙиевтың, артистар Гөлфирә Сафиул­линаның һәм Револь Ғималовтың ышандырырлыҡ итеп, бирелеп уйнауына ихлас ҡул сапты.
Ниһайәт, Зөһрә Швей­ца­рияға килеп төшә. Ул, баҡһаң, капиталист Бөрйәндең ғаиләһендә булып сыға. Бында икенсе тормош башлана. Тормошҡа еңелсә генә ҡараған, капитализмдың өҫтөнлөктәренә инан­ған Зөһрә ҡаты һынауҙар­ға дусар була. Уны төрлө алдаҡ юлдар менән үҙ ҡатынының бай мөлкәтен ҡулға төшөрөүгә өлгәшкән Бөрйән бисәлеккә алырға маташа башлай. Бер ҡатлы Зөһрә уға ышана ла, ышанмай ҙа. Өҫтәүенә, Бөрйәндең Ансаф исемле (артист Риф Мусин) ғәрип улы уға ғашиҡ була. Баҡһаң, тәү ҡарашҡа ихлас күренгән Ансаф та, атаһы кеүек, әшәке кеше булып сыға. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бындағы ялсы ҡыҙ булып хеҙмәт иткән Фатма (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова) унан йөклө икән. ҡыҫҡаһы, Зөһрә был ғаиләлә бөтә тормош капиталистик ҡырыҫ закондарға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп дауам иткәнлегенә ышана башлай. Ул ике ут араһында тороп ҡала һәм үҙ иленә ҡайтыу тураһында уйлана башлай. Уны бында ҡалдырыу өсөн Бөрйән ҡаты дәлилдәр килтерә. “Һеҙҙең илегеҙ көн күрмәйәсәк, халҡығыҙҙың ҡулынан бер ни килмәй. Әле һеҙҙең илдә ил байлығын инвестиция тигән исем аҫтында сит илдәргә һатыу бара. Һеҙ бер ваҡытта ла бәхетле булмаясаҡһығыҙ”, ­ – тип өгөтләргә тотона. Әммә бындағы ғаиләлә капиталис­тик ҡәбәхәтлектәр асылғас, Зөһрә бөтөнләйгә үҙ иленә ҡайтырға ҡарар итә. Ә Аяздың, йортон һәм һыйырын һатып, мөхәббәтен эҙләп, илселек аша юллауын ишеткәс, уға ҡанат үҫкәндәй була…
Бына ни тиклем ваҡиғалар булып үтә. Ә быларҙы уйнап күрһәтеп, төплө образдарҙы тыуҙырыу өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ һәм талант кәрәк булыуы аңлашыла. Был Швейцария ансамблендә ҡатнашҡан бөтә актерҙар ҙа миндә ыңғай фекер­ҙәр уятты. Театр яңынан тыуған тигән фекергә килдем. Был күренештә ҡатнашҡан артистар Риф Мусин (Ансаф), Нәүфилә Яҡупова (Фатма), Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева (Шәмсиә), Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Яҡуп Шәрипов (Фридрих), Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова (Хариза) матур образдар ижад иткән. Ансаф образын тыуҙырған Риф Мусин тураһында айырым әйтеп үтке килә. Быға тиклем миңә уның бүтән спектаклдәрҙә уйнауын күрергә тура килмәне, ә был “Сейәле тау”ҙа уйнауына һоҡланып ултырҙым. Уның ролен талантлы башҡарыуына бөтә тамашасылар дәррәү алҡышланы. Риф – Ансаф сәхнәлә йәшәне, ғәжәп мәғәнәле хәрәкәттәр яһап, бөтә булмышы менән берсә ғашиҡ булыуҙы, берсә хатаһына үкенеүҙе, атаһының мәкерле кеше булыуына нәфрәтләнеү кисер­ҙе, әсәһенең яҙмышына әрнеүҙе, Зөһрәгә ҡарата тойғоларының селпәрәмә килеүен ул ҙур оҫталыҡ менән һынландырҙы.
Спектаклдең ғүмерле булыуына шик юҡ. Рәссам Альберт Несте­ровтың эше, композитор Юлай Үҙәнбаевтың көй-моңдары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Тамаша һуңында быйыл үҙенең 90 йәшен билдәләүсе халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Вилдан улы Асанбаевты сәхнәгә саҡырып ҡотлап, бик оҙаҡ ҡул саптылар. Ә сәхнәгә күтәрелгән мәҙәниәт министры Асҡар Абдра­заҡов театрҙы яңы эше менән ихлас ҡотланы һәм Риза Мәһәҙиевҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдең билдәһен тапшырҙы.
Театр йәшәй һәм ижад итә. Ул үҙенең был яңы спектакле менән ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ғәҙәттә, бүтән ҡалаларҙан, бигерәк тә сит илдәрҙән ҡунаҡтар, туристар килһә, иң беренсе, был ҡалала театр бармы, тип һорайҙар. Әгәр ҙә театр булһа, ҡаланың мәҙәнилеге, халҡының нәфислеккә ынтылыусан булыуы аңлашыла. Эйе, Салауат ҡалаһында ла театр бар. Ләкин ҡунаҡтарға күрһәтерлек театр бинаһы юҡ. Хәҙерге бөтөнләй матур биҙәлеш алған торлаҡ йорттар, гүзәл офистар фонында Салауат башҡорт театры бинаһы Хрущев заманындағы йортто хәтерләтә. Ә бит Салауат милли ҡаһарманыбыҙ исемен йөрөткән башҡорт ҡалаһы булып тора. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, күршеләре Стәрлетамаҡта театрҙар мәшһүр һарайҙарҙа урынлашҡан, ә ни өсөн Салауат ҡалаһы ошо көнгә ҡалды әле? Был күренеш күңелемде айырыуса борсой. Сөнки был театрҙа халыҡ йыры легендаларына нигеҙләнеп яҙылған “Ашҡаҙар”, экология проблемаларына арналған “Китмә, Рөстәм”, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләгән “Йәшлегем тирәктәре” драмалары, “Һипкелле ҡыҙ” комедияһы буйынса спектаклдәр ҡуйылды. Театр бөтәһе алты пьесама йән өрҙө. Уны “минең академтеатрым” тип йөрөтәм. Ә бөгөн был театр бинаһы замана талаптарын да, театр коллективының ижади масштабын да ҡәнәғәтләндерә алмай.
Спектаклдән һуң театр етәкселәре Наилә Сәфәрғолова, баш режиссер Олег Ханов, актерҙар министрға бик күп һорау бирҙе һәм үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе. Хөрмәтле министрыбыҙ был проблемалар буйынса пландар булыуы тураһында әйтте һәм мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Иншалла, теләктәрҙең ҡабул булыуына ышанғы килә.

Кәбир АҡБАШЕВ,
драматург.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы