10.05.2011 Дуҫ та йәшәйбеҙ, байрамыбыҙ ҙа уртаҡ
Өфө районында республикабыҙҙа милләттәр араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға арналған «Берҙәм ғаиләлә» тип аталған халыҡ ижады фестиваль-конкурсы дауам итә. Күптән түгел ул Зубов ауыл мәҙәниәт йортонда Нижегородка ауыл клубы бүлексәһе менән берлектә үтте.
Байрамға әҙерлек бик дәррәү барҙы. Ауылдағы эшләгән һәр ойошма ҡулынан килгән тиклем ярҙам итте. Уҡытыусылар коллективы, Өфө районының 2-се музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, хаҡлы ялдағы инәйҙәр, уҡыусылар һәм студенттар дәрестән, эштән һуң клубҡа репетицияға ашыҡты.
– Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр. Күмәк көс менән бөтә ауыл өсөн ҙур байрам ойоштороуға ирештек, − ти Зубов ауыл мәҙәниәт йорто директоры Резеда Хәмиҙуллина.
Байрамды тамаша ҡылырға килгән ҡунаҡтарҙы «Тереһыу» вокаль ансамбле төртмә таҡмаҡтар менән ишек төбөндә үк бейеп ҡаршы алды. Нижегородка оҫталарының «Лоскуток» студияһы, «Рукодельница» түңәрәге, Радмир Хәйҙәршиндың ағастан һырлап эшләгән, ә Ашот Мамаджаяндың үҙе сиккән күркәм ҡул эштәре менән биҙәлгән ябай ауыл клубы әйтеп аңлатҡыһыҙ эске йылылыҡ бөркә ине. Ғүмер буйы күрше йәшәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға өйрәнеп бөткән Гөлбикә инәй менән баба Матрена ла күктән түгел, ә беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙан алынған да баһа! Зубов ауыл советында теркәлгән милләттәр һаны ғына ла 18! Был халыҡ бит бер ауылда дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәй, бер автобуста эшкә йөрөй, бер мәктәптә балаларын уҡыта. Шулай булғас, уртаҡ байрам булыуы бик ҙур мәртәбә ул. Залда ултырған жюри ағзалары концерт номерҙарының жанр төрлөлөгөн билдәләне. Башҡорт, рус халыҡ йырҙары, ҡурай моңо, башҡорт, сиған халыҡ бейеүҙәре менән бер рәттән, Р. Хәмиҙуллина етәкселегендәге «Смайлики» эстрада бейеүҙәре ансамбле, «Street boys» вокаль-хореография ансамбле сығыштары үрелеп, берсә үткәндәргә алып ҡайтһа, берсә урамда ХХI быуат икәнлеген иҫкә төшөрөп торҙо. Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Әсәһе ҡуйған «Һин минең йөрәгемдә» классик композицияһы менән Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһы студенты Роман Хәмиҙуллиндың сығышын халыҡ өнһөҙ ҡалып ҡараны.
– Ауылда мәҙәниәт-ағартыу эшенә иғтибар бүлеп, клуб эшен йәнләндереп ебәрергә булышлыҡ иткән ауыл хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ. ҡаланан алыҫ йәшәмәһәк тә, баланы түңәрәктәргә йөрөтөү өсөн ваҡыт кәрәк. Үҙебеҙҙә булғас, балалар йүгерешеп килә. Клубыбыҙ ҡасан ҡараһаң да асыҡ, өлкәндәр өсөн дә бер нисә түңәрәк эшләй, − ти күп балалы әсәйҙәр Г. Ғимаҙетдинова менән Н. Николаева.
Кисә тамамланыуға Гөлбикә инәйебеҙҙең ишек алдында үҫкән дуҫлыҡ ағасы аллы-гөллө таҫмаларға, бүләктәргә күмелде. Илдә халыҡтар үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәгәндә генә яҙҙар һайын алмағастар сәскә атыр, ҡоштар ҡайтып, оя баҫыр, тормош дауам итер.
Гөлназ ӘХМӘТОВА.
Өфө районы,
Зубов ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»