30.04.2011 Ейәнсура районында үҫәргән ырыуы йыйыны үтте
Тик район хакимиәттәре башлыҡтары һаман халыҡ менән аралашырға ашыҡмай
12-се һәм 16-сы быуаттарҙа үҙ еренең һәм халҡының именлеген аҡыл-аңы ярҙамында һаҡлап ҡалған Мөйтән бей менән Бикбау бейҙең исемдәре Үҫәргән ырыуы вариҫтарының күңелендә изге аманат булып һаҡлана. Үткән йомала Ейәнсура районы үҙәгендә уҙғарылған үҫәргәндәрҙең V съезында ла уларҙың исем-шәрифтәре хөрмәт менән телгә алынды.
Бөгөн үҫәргәндәр бер Ейәнсурала ғына йәшәмәй. Ырыу ҡорона Хәйбулла, Йылайыр райондарынан, күрше Ырымбур өлкәһенең Орск, Новотроицк ҡалаларынан, ҡыуандыҡ, Гай ҡалаларынан һәм райондарынан, Һарыҡташ районынан да вәкилдәр килгән. Хатта, саҡрымдарҙың алыҫлығына ҡарамайынса, Силәбе өлкәһе башҡорттары ла килеп еткән. Үҫәргән ырыуы башлығы Марат Түләбаевтың отчет докладында билдәләнеүенсә, үҫәргәндәрҙе берләштереп, туплау өсөн үткән осорҙа байтаҡ ойоштороу һәм ғәмәли эштәр башҡарылған. Күрше өлкәлә йәшәгән ҡәрҙәштәр менән бәйләнеш һәм үҙ-ара рухи-мәҙәни эшмәкәрлек нығынған. Хәйер, быны һәр район һәм ҡаланан килгән ырыу вәкилдәре үҙҙәре лә һөйләп үтте.
Башҡорттар, ғәҙәттә, үҙҙәренең ҡоронда милләттәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерер, ырыуҙаштарының йәшәйеш-көнкүрешен нисек итеп яйға һалыу, тормошто ни рәүешле яҡшыртыу тураһында ла һөйләшеп, кәңәш-төңәш итер, ҡарарҙар ҡабул итер булған. Ырыуҙаштарҙы борсоған мәсьәләләр бөгөн дә бихисап: шулар тураһында ишетербеҙ, аҡһаҡалдарҙың фекерен тыңларбыҙ, милләттәштәребеҙҙең тормошон көйләү, ауыл халҡының көнкүрешен юлға һалыу, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, балаларҙы үҙ ырыуының лайыҡлы вариҫтары итеп тәрбиәләү һәм башҡа бик күп мөһим мәсьәлә буйынса райондар етәкселәре менән берлектә кәңәш ҡоролор, эш итерҙәй, бойомға ашырырҙай ҡарарҙар ҡабул ителер, тигән ниәт күңелде ҡытыҡлап торҙо.
ҡор асылып, президиумға бер-бер артлы сығып ултырған абруйлы кешеләр араһында райондарҙың иң олуғ етәкселәрен күрергә теләү уларҙы һуңғы минутҡаса ташламаны. «ҡор һанлы ҡорҙо һанламаусы етәкселәрҙе ошонан һуң нисек итеп ихтирам итмәк кәрәк?» – тип һөйләшеп ҡуйҙы аҡһаҡалдар ризаһыҙлыҡ менән. Нәҡ ошо сарала уртаға һалып һөйләшерҙәй мәсьәләләр ҡалҡып сыҡты ла инде.
Нисәмә быуат үтһә лә, бөгөн хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә алған бейҙәребеҙ ҡурсалаған ер-һыу, аҫаба халыҡ именлеге һаман да актуаль. Быны ҡорҙа яңғыраған сығыштар үҙҙәре үк дәлилләне. Элек тыуған ил, халыҡ именлегенә сит тарафтарҙан, ят ҡитғаларҙан һәм ҡәүемдәрҙән ҡурҡыныс янаған булһа, бөгөн халыҡ тыныслығын ситтән ебәрелгән түгел, ә ватаныбыҙ эсендә баш ҡалҡытҡан төрлө «реформалар», «оптималләштереү», «модернизациялау» кеүек «яу» ҡаҡшата. Ил нигеҙен ҡаҡшатыу, хәлһеҙләндереү иң тәүҙә, коллектив хужалыҡтарҙы юҡҡа сығарып, ауыл хужалығын ҡаҡҡа килтереп терәтеүҙән башланған булһа, хәҙер килеп ер-һыуыбыҙҙы аҫтыртын ғына тартып алыу, мәктәптәрҙе ябып, ауылдарҙы бөтөнләй юҡҡа сығарыу кеүек ғәмәлдәр менән дауам ителә. Был эштәрҙең шауҡымы – бөгөнгө ауыл тормошо, ауыл халҡының көнкүреше. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ошолар ҡор башы Марат Сәйфулла улы ғына хәл итерҙәй мәсьәләләрме ни?
– Хәйбулла районында 54 ауыл бар. Шуның 24-ендә – түңгәүерҙәр, 30-ында үҫәргәндәр йәшәй. Колхоз-совхоздар бөтөү сәбәпле, халыҡ эшһеҙ ҡалды. Эшһеҙлектең һөҙөмтәһе булараҡ эскелек артты. Ауылдың арҡа һөйәген тәшкил иткән ир-ат сит тарафтарға – Себергә, Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа һәм башҡа ҡала-өлкәләргә эш эҙләп сығып китте. Һөҙөмтәлә күп бала атай тәрбиәһенән, иғтибарынан мәхрүм. Бөгөн атай аҡса эшләүсе ролендә генә тороп ҡалды. Атай абруйы тигән нимә бөтөнләй юҡ кимәлендә – был бик аяныслы, – тип үҙ борсолоуҙары менән уртаҡлашты күрше район үҫәргәндәре исеменән сығыш яһаусы Рәйлә Рәмова. – Хөкүмәтебеҙ тарафынан ауыл халҡына ярҙам программалары эшләнеп тора. Халыҡ үҙ эшен асыу ниәте менән ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуя ла бит, тик документтар йыйыуы бик ауыр. Кеше үҙ эшен асмаҫ борон уҡ бурысҡа бата. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтыусылар эш таба алмай интегә. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла илебеҙ кимәлендә проблемаға әүерелгән демографик хәлгә лә йоғонто яһай.
Рәйлә ханым тағы ла, экологияға бәйле халыҡ сәләмәтлегенә ҡағылып, ҡорҙа киләһе йылдарға ҡабул ителәсәк эш планының бер нисә пункты булырҙай мәсьәләләрҙе асып һалды: ауыл, район хакимиәттәренең, дәүләт органдарының халыҡ менән берлектә эшләүе зарури; милләттәштәрҙе яңыса йәшәргә өйрәтеү өсөн төрлө семинарҙар, уҡыуҙар, мастер-кластар ойоштороп, тупланған тәжрибә менән таныштырыу; ауылдарҙы күтәреү; халыҡтың үҙаңын арттырып, эшләргә өйрәтеү; өлгөлө ғаиләләрҙе пропагандалау...
Трибунаға Өмбәт урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Фәниә Юланова саҡырылып, мәктәптә башҡарылған эштәр тураһында ғәҙәттәге отчет ишетергә күнеккән ҡолаҡ ҡыҙҙың тәүге һүҙҙәренән үк ҡарп итеп ҡалды. Уның күңелендә ҡайнаған хис-тойғолары, гүйә, утлы даръя булып бөтә залға күсте.
– Быйыл ауылдағы 11 йыллыҡ мәктәпте 9 йыллыҡҡа ҡалдырыу тураһындағы ҡарар ауылды, мәктәпте юҡ булыуға дусар итә, – тип башлап ебәрҙе ул һүҙен. Өлкәндәр ауыҙынан сыға торған һүҙҙәр йәп-йәш бала ауыҙынан әр, һыҙланыу булып яңғыраны. – Бынан бер нисә йыл элек һалынған яңы мәктәбебеҙҙә интернат астылар, газ үткәреп ҡыуандырҙылар. Беҙгә уҡырға ла уҡырға ине. Әле килеп, мәктәпте ябалар, тигән хәбәрҙе ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ышанғы килмәне. Иптәштәреңдән, уҡытыусыларыңдан айырылыу еңел түгел. 10-сы класта уҡып йөрөгән 10 уҡыусы киләһе уҡыу йылына ҡайҙа барырға белмәйбеҙ. Район хакимиәтенән мәктәбебеҙҙе яптырмау буйынса ярҙам һорайбыҙ...
Йәш ҡыҙҙың бәләкәй генә ошо сығышы, ысынлап та, Рәсәй мәғарифында алып барылған оптималләштереү, унан ары яңы стандарттар тарафынан юҡҡа сығыуға дусар ителгән мәктәптәр һәм, һөҙөмтә булараҡ, ауылдар яҙмышын сағылдырҙы түгелме? Емереү – төҙөү түгел, тигәндәре хаҡ. Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда төҙөлгән яңы мәктәптәрҙең ябылыуы «перспективаһыҙ» ауылдар һанын тағы ла арттырып, уларҙың ер йөҙөнән юйылыуына килтерәсәге көн кеүек асыҡ: балаһын уҡытырҙай мәктәбе лә булмаған ауылда йәштәр нишләп ҡалһын инде?
Райондың аҡһаҡалы Миҙхәт Байназаров, үҙ ғүмерендә күпте, шул иҫәптән һәр төрлө реформаларҙы күргән кеше һәм уҡытыусы-пенсионер булараҡ, Фәниәнең сығышын яҡын ҡабул итте.
– Уҡыусының сығышын күҙ йәше менән тыңларлыҡ. Бәлки, реформаторҙарға күмәкләп ҡаршы тормайбыҙҙыр? Оптималләштереү һүҙенең асылына килгәндә, ул яҡшыға алып килгән кеүек, тик насарлыҡ килеп сыға: милли компоненттар, уҡытыусылар штаты, хеҙмәт хаҡы, дәрестәр һаны ҡыҫҡара. Бәлки, РФ Мәғариф һәм фән министрлығына ышанмаусанлыҡ белдерергә кәрәктер? – тип әйтеп ҡуйҙы ул, аптырап. Шул уҡ ваҡытта уның тауышында ҡылынған ҡарарҙар алдында көсһөҙлөк ноталары ла яңғырап ҡалды. – Ырыуҙар хәрәкәтенең республика үҙәге юҡ – һәр ырыу үҙ алдына ғына йәшәй бирә. Үҙәк беҙҙе туплар ине. Унда беҙ фекерҙәр менән уртаҡлашыр, кәңәшләшер, ошондай мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итеп, хөкүмәткә еткерер инек.
Шуныһы ғәжәп, ауылдың, райондың бөгөнгөһө, киләсәге тик өлкән быуын кешеләрен генә борсой төҫлө. Ә ҡайҙа йәштәр?
Башҡорт зыялыларының береһе, ҡарт коммунист Хөрмәт Фәхретдинов та халыҡ алдына сыҡмайынса булдыра алманы. Уны ҡасандыр гөрләп торған «Заветы Ильича» колхозының, Үрген ауылының бөгөнгө хәле, аяныс яҙмышы, ауыл халҡының төшөнкөлөккә бирелеүе борсой.
Залда йәштәрҙең булмауы киләһе сығыш яһаусыны ла уйға һалған.
– Өсөнсө ҡорҙа ҡатнашам. Залдың һирәгәйә барыуын, яңы йөҙҙәр юҡлығын күрәм. Йәштәр, киләсәк өсөн, тип һөйләп, беҙҙең сафҡа алмаш баҫа килмәй икән, бөгөнгө һөйләшеүҙәр бушҡа сығасаҡ, – тип башланы сығышын Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Азамат Юлдашбаев. – Бындай ҡорҙа аныҡ проблемалар тикшерелеп, бөгөнгө заман тураһында һөйләшергә, милләт, тел, тип һүҙ ҡуҙғатҡас, аныҡ маҡсат, бурыс ҡуйырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн бер кем дә килеп эшләмәйәсәк. Күп нәмә ғаиләнән тора – үҙ балаларыбыҙҙан башлайыҡ. Етәкселәрҙән тора – лидерҙарҙы юҡҡа сығарыу өҫтөндә түгел, ә уларҙы булдырыу, үҫтереү өҫтөндә эшләйек.
Сит өлкәләрҙән килгән делегация вәкилдәренең сығышы башлыса үҙҙәрендә йәмәғәтселек кимәлендә, мәктәптәрҙә милли рухта башҡарылған эшмәкәрлеккә ҡайтып ҡалды. ҡор хәтлем ҡорға яңы фекер, тәҡдим менән килеүселәрҙе эҙләп, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙинаға килеп терәлдем. Хәйбуллала үҫәргәндәр ойошмаһының эшләй башлауына бер йыл булыуы, уның эше ҡоролтай программаһынан айырылмауы тураһында һөйләне ул. ҡорға килер алдынан Хәйбулла үҫәргәндәре ойошмаһының башҡарма комитеты ағзалары йыйылып, башҡарған эштәренә йомғаҡ яһаған. Район хакимиәте менән яңыраҡ ойошторолған йәштәр ҡоролтайы берлектә районда 20 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр араһындағы эшһеҙҙәргә үҙ эштәрен асыу йәһәтенән бизнес-план төҙөү, документтар юллау буйынса ярҙам эшен башлап ебәреүе иғтибарға лайыҡ. Ә йәштәрҙең районда умартасылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башлауы үтә лә фәһемле.
– Берлектәге эшмәкәрлектең икенсе йүнәлеше – йәш ғаиләләр, өсөнсөһө – балалар. Мәктәптәрҙе оптималләштереү процесы башланғас, ун бер йыллыҡ мәктәптәр – туғыҙ йыллыҡҡа, туғыҙ йыллыҡтар башланғыс мәктәпкә күсте, һәм балалар өсөн ойошторолған күп кенә түңәрәктәр ҙә ҡыҫҡартылыу сәбәпле, хәҙер балаларҙың күбеһе урамда ҡалды, – тип, әңгәмәсем балалар менән эшләү алымдарын барланы.
Йылайыр районынан йәштән йәмәғәтселек эше эсендә ҡайнаған уҡытыусы-пенсионер Мәүлиҙә Таһирова бик ҡыҙыҡ әңгәмәсе булып сыҡты.
– Үҫәргәндәр ойошмаһы эшләй башлауҙың тәүге йылдарынан башлап Һабыр ауылы халҡының шәжәрәһен төҙөүгә күп көс һалдыҡ. Ауылда крайҙы өйрәнеү музейын астыҡ. Әммә беҙҙең ойошманың эше бындай кимәлдә генә барырға тейеш түгел. Үҫәргәндәр ҡорона, ауыл халҡының, йәштәренең бөгөнгө көнитмеше, тормошо тураһында һөйләшеү булыр, тип ҙур өмөт бағлап килдем. Тормошто яҡшыртыуҙың ниндәй юлдары бар? Улар нимәнән ғибәрәт? Тик әлегә сығыштар тик юғары нотаға ғына ҡоролған, артабанғы сығыштарҙа теләгәнемде ишетермен тип уйлайым, – тип башланы ул һүҙен. – Үҙ тәҡдимдәрем дә бар. Иң тәүҙә ауыл халҡының битарафлығын бөтөрөү. Шәжәрә байрамдарын башлағас, байрамдарҙы үткәргәндә бер генә лә эскән кеше булырға тейеш түгел, тигән талапты халыҡ аңлап ҡабул итте һәм рухи күтәренкелек кисерҙе. Шул мәл ир-егеттәребеҙҙең ысын рухҡа, көскә эйә булыуын күрҙем. Тимәк, халыҡты ойоштороу ғына фарыз. Икенсенән, йәштәр менән эшләү. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Урал аръяғына килгәнендә, беҙҙең яҡтарҙың һәр йәһәттән артта ҡалғанлығын күреп, ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Эйе, ауылды, йәштәрҙе күтәреү буйынса төрлө программалар эшләнеп, ҡарарҙар сығып тора. Тик йәштәргә лә, ауыл халҡына ла ошо маҡсатлы программаларға эләгеп китеүе ауыр – документтар юллауы оҙаҡ ваҡыт, көс-тырышлыҡ һәм күп сығым талап итә. Теләгең ҙур булған хәлдә лә, чиновниктарҙың ҡаршылығына осрап, күңел төшә лә ҡуя. ҡағыҙ эштәре лә ябайыраҡ булһа ине. Ғөмүмән, ауылда ҡалған йәштәргә үҙ урынын, эшен, шөғөлөн табырға ярҙам итерҙәй ойошмамы, үҙәкме кәрәк. Бынан тыш, йәштәрҙе етәкләп барған аҡыллы ойоштороусы кәрәк. Беҙҙең төп капитал ер бит ул. Эшсе ҡулдар булһа ла, ерҙе техникаһыҙ эшкәртеп булмай. Ошо тәңгәлдә ярҙам, яңы идеялар кәрәк: лизингыға техника алған хәлдә лә, уның өсөн түләүҙе ике-өс йылға кисектереп тороп, аяҡҡа баҫҡас ҡына түләй башлау һәйбәт булыр ине.
Әңгәмәсемдең тағы ла бер фекере уйға һалды. «Башҡорт ҡунаҡсыллығы арҡаһында ҡунаҡ ҡабул итергә ярата. ҡунаҡ килер алдынан ғына һеперенеп-таҙарынып, донъяһын ялт иттереп ҡуя ла, кеше килгәс, быларҙа барыһы ла ал да гөл, ти ҙә, ҡайтып китә. Шунлыҡтан булған проблемаларҙы ла хәл итеү юлдары сиселмәй ҡала. Ә беҙҙең эске проблемалар, сүп-сар үҙебеҙ менән тороп ҡала. Бөгөн дә ошо ҡорҙа тик йыр-бейеү, байрамдар, һабантуйҙар тураһында һөйләшеп, проблемаларыбыҙҙы йомоп ҡалдырһаҡ, дөрөҫ булмаясаҡ», – тигәйне ул.
Юрағаны юш килде уның. Эйе, ҡор тамамланды, ә проблемаларыбыҙ үҙебеҙ менән тороп ҡалды. Сөнки ҡор башлығының тырышлығы менән генә башлыса ауыл ерлегендә йәшәгән үҫәргәндәрҙең тормош-көнкүреш хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә өлгәшеп булмаясаҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, райондар, республика етәкселеге менән берлектәге, килешеп эшләнгән эшмәкәрлек кенә эшһеҙлек, торлаҡһыҙлыҡ, эскелек, буйҙаҡтар тип аталған «боҙ»ҙо урынынан ҡуҙғатырға ярҙам итәсәк.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Илдар АҡЪЮЛОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»