12.04.2011 Ауылда ла кино төшөрәләр
йәки «Алмабикә» фильмы мөхәббәт тураһында ғына түгел
«Ысын кино төшөргәндәрме?» – тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Әбйәлил районының Байым ауылында былтыр йәмле йәй айҙарында, бар халыҡты ғәжәпләндереп, «Алмабикә» исемле кинофильм төшөрөлөүе хаҡында «Йәшлек» гәзите яҙғайны инде. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Фильмдың сюжеты ҡатмарлы түгел. Ул ауылға эшкә килгән йәш уҡытыусы Дилбәр Вәғизовна хаҡында. ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам, тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Нәғимйән улы аҙаҡ мөғәллимәгә башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла.
«Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильмдың «Алмабикә» тип аталыуын тамашасы аңлар», – ти Айгиз Ғабдуллин. Төп ролде – Дилбәрҙе – Азалия Ялмырҙина, Илһамды Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актерҙар, кастинг үтеп, һайлап алына.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә, йәғни 15 апрелдә, киске сәғәт 7-лә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Алмабикә» кинокартинаһының премьераһы була. Фильм тулыһынса әҙер булғас, режиссеры Айгиз Ғабдуллин уны Башҡортостан юлдаш телеканалына тәҡдим итмәксе. Тиҙҙән «зәңгәр экран»дан ауыл ерендә төшөрөлгән «Алмабикә» фильмы күрһәтелһә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, уны ҡарарға тырышығыҙ.
Т. АМАНОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»