09.04.2011 Халҡыбыҙ ҡомартҡылары бөтә донъя кимәлендә өйрәнелеүгә лайыҡ
Был аҙнала Башҡортостанда РФ Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе етәкселегендә Юнеско эштәре буйынса РФ комиссияһы делегацияһы булып китте. Эш сәфәре барышында улар республиканың уҡыу йорттары, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре эшмәкәрлеге менән танышты, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тәбиғи ҡомартҡыларын өйрәнде, ЮНЕСКО хәрәкәтен артабан йәнләндереүгә арналған эшлекле осрашыуҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашты.
БДУ – һәр яҡтан беренсе
Иң башта мәртәбәле делегация республикабыҙҙың төп уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университетында булды. Бында РФ ЮНЕСКО кафедраларының координация комитеты ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, РФ Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе, РФ ЮНЕСКО кафедраларының координация комитеты рәйесе Владимир Егоров, Рәсәйҙең күренекле уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.
– Республика ЮНЕСКО хәрәкәтенең бик күп йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Өфө ҡалаһында координация комитетының ултырышы үтеүе был йүнәлештә бай тәжрибәгә эйә беҙҙең төбәккә ҡарата етди мөнәсәбәтте күрһәтә. Бөгөнгө сара Башҡорт дәүләт университеты өсөн ЮНЕСКО проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур мөмкинлектәр аса, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, ултырышты асып.
Әйткәндәй, әлегә республикабыҙҙағы уҡыу йорттарынан Башҡорт дәүләт университетында ғына ЮНЕСКО кафедраһы бар. Уның иң беренсе булып тап ошо уҡыу йортонда асылыуы юҡҡа түгел. Сөнки, БДУ ректоры Әхәт Мостафин билдәләүенсә, бында 30-ҙан ашыу милләт вәкиле белем ала, төрлө халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте, тарихы һәм йолалары өйрәнелә. Элек-электән инглиз, француз, немец телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелһә, һуңғы йылдарҙа төрөк, фарсы, ғәрәп телдәрен уҡытыу буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ла ныҡ, сит ил вуздары менән дә тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған.
Ултырышта Рәсәй вуздарында ЮНЕСКО кафедраларын асыу мәсьәләһе ҡаралды. Алты уҡыу йорто бындай теләк белдергән. Улар иҫәбендә Башҡортостан социаль технологиялар институты ла бар. Комиссия ағзалары, ғаризаларҙы ентекләп тикшереп, һәр береһе буйынса айырым ҡарар ҡабул итте. Хеҙмәт һәм социаль бәйләнештәр академияһының филиалы булған Башҡортостан социаль технологиялар институты комиссия ағзаларының ыңғай баһаһын алды. Быға институттың, 2009 йылдан республикала ЮНЕСКО-ның ресурс ғилми-белем биреү үҙәге сифатында сығыш яһап, халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыуы ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Әйткәндәй, беҙҙең тағы бер юғары уҡыу йорто – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла кафедра асыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Әлегә тиклем вузда ЮНЕСКО-ның микроғилми тәжрибә буйынса ассоциацияланған үҙәге эшләй ине. Шулай итеп, яҡын киләсәктә тағы ике уҡыу йортонда кафедра асыласаҡ.
Ултырышта ҡатнашыусылар киләсәктә Азия, Африка илдәрендә лә был эште ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Шулай уҡ кафедралар менән ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре араһында бәйләнеш булдырыу тураһында ла һүҙ булды.
ЮНЕСКО мәктәптәре арта
Башҡортостандан 14 мәктәп «ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе» халыҡ-ара сертификатына эйә. Улар белем биреүҙең сифатын күтәреүгә, мәҙәниәттәр диалогын үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап алып ҡалыуға үҙ өлөшөн индерә. ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһы делегацияһының республикабыҙға эш сәфәре барышында тағы өс мәғариф учреждениеһына – Өфө ҡалаһының 34-се мәктәбенә, 144-се башҡорт гимназияһына һәм В. Комаров исемендәге Өфө ҡалаһы балалар ижады һарайына халыҡ-ара сертификат тапшырылды. Тимәк, киләсәктә республикабыҙҙа хәрәкәт тағы ла йәнләнәсәк, уларҙың сафы һәләтле, алдынғы ҡарашлы, мәҙәниле һәм аңлы йәштәр менән тулыланасаҡ.
«Урал батыр» эпосы менән Шүлгәнташ мәмерйәһен – донъя кимәленә
Республикабыҙ донъя мәҙәниәте ҡомартҡыһы булырҙай тәбиғи һәм мәҙәни байлыҡтарға эйә. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән осрашыуҙа һүҙ шул хаҡта барҙы. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ЮНЕСКО штаб-квартираһында презентациялау тураһында тәҡдим индерҙе. Делегация етәксеһе, комиссияның яуаплы секретары Георгий Орджоникидзе фекеренсә, был идеяны тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар булырға тейеш түгел.
Зөһрә Рәхмәтуллина шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһен, Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Каруанһарай тарихи-архитектура ансамблен һәм төрки халыҡтарҙың уртаҡ байрамы булған һабантуйҙы индереү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһаны.
– Был билдәле археология һәйкәле ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни ҡомартҡылары исемлегендә Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе күрһәтергә лайыҡлы. Бындай статус һәйкәлгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға, һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итәсәк, – тине ул Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында.
– Шүлгәнташ Бөтә донъя мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә инергә тейеш, тигән фекер менән беҙ тулыһынса килешәбеҙ. Ул «Мәҙәни ландшафт» номинацияһы буйынса исемлеккә инергә тейеш. Объект уның талаптарына тулыһынса яуап бирә. Әммә бының өсөн ваҡыт талап ителәсәк. Сөнки иң беренсе сиратта тарихсылар һәм башҡа белгестәрҙән торған эш төркөмө тейешле документтарҙы әҙерләргә тейеш. Икенсенән, Рәсәйҙә мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә тәҡдим ителгән объекттарҙан ҙур сират барлыҡҡа килгән. Шуға күрә бының өсөн бер нисә йыл ваҡыт үтеүе бар. Шулай ҙа, Башҡортостандан башҡа объекттарҙың булмауын иҫәпкә алып, Шүлгәнташҡа өҫтөнлөк биреләсәк, – тине комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе.
Григорий Орджоникидзе фекеренсә, Каруанһарайҙы Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһенең берлектәге инициативаһы буйынса тәҡдим итергә мөмкин, ә һабантуйҙы халыҡ-ара номинация сифатында күрһәтергә була.
Абруйлы ҡунаҡтар БР Милли музейында, Археология һәм этнография музейында ла булды. Бындағы экспонаттар аша халҡыбыҙҙың шанлы тарихы, бай мәҙәниәте, үҙенсәлекле тормош-көнкүреше менән яҡындан танышты улар.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»