26.03.2011 Иртәгә – Халыҡ-ара театр көнө
1. Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыусы
а/ Мәжит Ғафури;
б/ Вәлиулла Мортазин-Иманский;
в/ Мөхәмәтша Буранғолов.
2. Был актер Томск өлкәһендә тыуған.
а/ Ғиниәт Ушанов;
б/ Шамил Рәхмәтуллин;
в/ Хажиәхмәт Ғәлимов-Бохарский.
3. Башҡорт дәүләт академия драма театрына Мәжит Ғафури исеме ҡасан бирелде?
а/ 1970 йылдың 19 ғинуарында;
б/ 1971 йылдың 22 июлендә;
в/ 1969 йылдың 27 мартында.
4. Хөрмәт Үтәшевтың сығарылыш имтихандарында башҡарған йыры
а/ «Уралым»;
б/ «Азамат»;
в/ «Буранбай».
5. «Данды яратаһығыҙмы?» тигән һорауға «Данлыҡлы ир-ат затын яратам» тип яуап биргән актриса
а/ Гөлнара Вәлитова;
б/ Сара Буранбаева;
в/ Эльмира Саматова.
6. Йырсы Ләлә Муллабаеваның бешерергә яратҡан ашы
а/ тултырылған ҡаҙ;
б/ былау;
в/ бишбармаҡ.
7. Интервьюһында «Наполеон Бонапарт өс ай тирәһе театр директоры урынбаҫары булып эшләй» тигән кеше
а/ Рәис Исмәғилев;
б/ Ринат Ишмуллин;
в/ Алмас Сәйетов.
8. Грек теленән «кәзә тәкәһенең йыры» тип тәржемә ителә
а/ трагедия;
б/ комедия;
в/ драма.
Илдар ҒӘБИТОВ әҙерләне.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»