19.03.2011 «Төрки телле фестивалгә әйләнәсәк»
25 – 26 мартта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙур фестиваль көтөлә. Уны быйыл тәүге тапҡыр «Туған тел» каналы БР Мәҙәниәт, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары менән берлектә ойоштора. Фестивалдең маҡсаттары тураһында «Туған тел» каналының директоры Рәмил Ғәниевтың фекерен белештек.
– Был фестивалде ойоштороу ниәте беҙҙең телеканал эшләй башлаған көнгә барып тоташа. Шул саҡта тыуған идея быйыл, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында, тормошҡа ашасаҡ. Фестивалдә башҡорт-татар йырҙары башҡарыла. Конкурста «Иң яҡшы татар йырсыһы», «Иң яҡшы башҡорт йырсыһы», «Йыл асышы», «Иң яҡшы видеоклип» кеүек 11 номинация билдәләнә. Был байрам алдында байтаҡ бурыс тора – үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән бергә, яңы таланттар асыу, тамашасыларҙы яңы йырҙар, видеоклиптар менән таныштырыу, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Фестивалгә Татарстан Республикаһы ла йәлеп ителде. Ә киләсәктә, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Төркмәнстан менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырып, конкурсты төрки телле фестивалгә әйләндерергә ниәтләйбеҙ. Тамашасыларҙың беҙҙең каналды йылы ҡабул итеүенә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән беҙҙең менән бәйләнештә булыуҙарына ҡарағанда, фестиваль дә халыҡ күңелендә үҙ урынын табыр, тип ышанғы килә. Бөтә көсөбөҙҙө, энергиябыҙҙы, теләгебеҙҙе һалып башҡарған эш яуапһыҙ ҡалмаҫ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»