15.03.2011 Дуҫлыҡты нығыта фестиваль
Башҡорт-татар йырҙарын башҡарыусыларҙы «Туған тел» каналы халыҡ-ара телевизион фестивалгә йыя. Фестиваль милли мәҙәниәтебеҙҙең берҙәм үҫешенә булышлыҡ итеү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу ниәте менән ойошторола. Конкурс йыр-моң һөйөүсе татарҙарға ла, башҡорттарға ла ҙур байрам булмаҡсы. Унда, күптән танылған сәхнә «йондоҙ»ҙары Фидан Ғафаров, Фәрит Бикбулатов, Хәниә Фәрхи, Салауат Фәтхетдинов, Рәсүл ҡарабулатов, Гөлсөм Бикбулатова, Ризуан Хәкимов, Рәүилә Мәсәлимова, Ғәзим Ильясов, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Динә һәм Рафаэль Латиповтар менән бер рәттән, йәш артистар ҙа сығыш яһаясаҡ. Тамаша 25 мартта – 19 сәғәттә, 26 мартта 18 сәғәттә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Р. РИНАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»